Текст
                    Төхфәт Сенәкәй

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
(Яҡташы Йыһат Солтановтың мөхәррирләп, компьютерға һалып әҙерләүендә)

Үҙем тураһында кәлимә-һүҙ (хаттар)
1-се хат. Мостай Кәрим, Әхнәф Харисов, Сәйфи Ҡудаш, Хәким Ғиләжев
һәм башҡа ҙур яҙыусылар, шағирҙар! Барығыҙға ла ысын күңелдән яҙғы май
сәләме!
Һеҙҙең 6 марттағы хатығыҙға яуап итеп үҙемдең төрлө осорҙа яҙылған,
ҡайһы берҙәре баҫылған бераҙ шиғырҙарымды ебәрәм. Ярарҙарын һайлап
баҫтырырһығыҙ, ярамағандарын үҙемә кире тапшырырһығыҙ.
Хәтирәләремә һүҙ башы йәки кереш һүҙ өсөн бығаса сыҡҡан
йыйынтыҡтарымдың исемдәрен дә һорағанһығыҙ. Ошоға яуап итеп, ҡыҫҡа
мәғлүмәт бирәм.
Мин, Төхфәтулла Ғиззәтулла
улы
Сенәкәйев
1892
йылдың
декабрендә Ырымбур гөбөрнәһе
Пречистинский станицаһы Рәдүт
(Никитин) ауылында ярлы крәҫтиән
ғаиләһендә
тыуғанмын.
Атайм
баштараҡ иң фәҡир игенсе булып
ауылдан-ауылға, бала-сағаһын тейәп,
кулактарға ашлыҡ урып бик ауыр
көндәр
кисергәндән
һуң,
Ырымбурҙың
күкәйсе,
утилсе
байҙарына ялланып, уларға ауылданУңдан һулға – Төхфәт Сенәкәй, Сәғит Агиш
ауылға йөрөп күкәй, иҫке сепрәксапраҡ йыйып килтереүсе ялсы йәки, хәҙерге тел менән әйткәндә, заготсырьесы
работник булып бер аҙ эшләгән. Атайымдың бер тыуған апаһының ире ауылдың
иң бай муллаһы ине, был бай ни өсөн ярлы игенсенең ҡыҙына өйләнде икән – был
хәл минең өсөн табышмаҡ; шул мулланың улы Татар Ҡарғалыһындағы мәҙрәсәлә
уҡып йөрөй ине. Мин ауыл мәҙрәсәһендә бераҙ уҡығас, атайымдың ситкә ебәреп
уҡытырға хәле булмағанлыҡтан, шул ағай мине үҙ тәрбиәһенә алып, Ҡарғалыға
алып ҡайтып уҡытты.
1904 йылдарҙа Ҡарғалыла тәүбашлап яңы мәктәп – ысули йәдит мәктәбе
асылған ваҡыт ине, шунда уҡыным. Бер үк ваҡытта ағайымдың аш бешереүсеһе,
сәй ҡайнатыусыһы, төрлө йомоштарға йөрөүсе ярҙамсыһы булып торҙом.
Ҡарғалыла уҡыған саҡта, йәшем ҙурайғасыраҡ, ҡыш ҡөндәре 5-6 ай уҡып,
яҙғыһын күбеһенсә эш эҙләп сығып китә инем. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ауылдарында,
1


Үзбәкстанда ҡышлаҡтарҙа уҡытыусылыҡ итеп, шунда ҡораған аҡса менән уҡый инем ҡышҡыһын. 1917-1918 уҡыу йылында Өфөләге Мәҙрәсәи Ғалиәлә уҡыным. Уҡытыусылар өсөн асылған йәйге курстарҙа ла булдым. 1913-14 йылдарҙан башлап, һуңғы йылдарғаса Ырымбур, Өфө, Ҡазан, Үзбәкстан мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләнем. 1918 йылдың яҙынан 1920 йылдың 24 ғинуарынаса Төркөстан фронтының 1се армияһы реввоенсоветының театр труппаһында әҙәби етәксе булап хеҙмәт иттем, биографияма ҡараған был тарихсаны былай ғына, үҙегеҙ өсөн генә ҡыҫҡартып яҙҙым, тик улар һеҙгә кәрәкмәҫтер, тип уйлайым Яҙа башлауым 1904 йылдарҙа булһа кәрәк. Ауылдың йыр сығарыусы малайы булып данланыуҙан башланды. Ысынлап яҙырға өйрәнә башлауым – 1910 йылдарҙа. Артабан һирәк-һаяҡ яҙғылаған шиғырҙарымдың һайланмаһы 1914 йылдың башында Ырымбур “Ваҡыт” матбағаһында йыйынтыҡ рәүешендә баҫылып сыҡты. Шунан биреле донъя күргән әҫәрҙәрем түбәндәгеләр. Китаптарымдың Ырымбурҙа баҫылғандары: 1. Һаҡмар буйы, 1914. 2. Күңел уйынсыҡтары (балалар өсөн), 1916. 3. … (хәтерләмәйем), 1917. 4. Йыр ҡапсығы, 1917. 5. Телктәр төркөмө, 1918. 6. Мөхәббәт сәскәләре, 1918. 7. Өмөт осҡондары,1918. 8. Астарға ярҙам, 1921. 9. Ирек йырҙары, 1921. Һәм тағы: 10. Баҡсаларҙа, 1927, Өфөлә. 11. Ҡарағаслы ҡайын урманында, 1927, Ҡазанда. 12. Йылдар скрипкаһында йырҙар, 1929, Мәскәүҙә. 13. Матур йырҙар, сибәр һүҙҙәр, 1930, Ҡазанда. 14. Көрәш ҡылдарында, 1929, Ҡазанда. Тағы бер-нисәһе хәтерҙән сыҡҡан. Яҙышҡан журнал һәм гәзиттәр: 1. “Шура”, “Ҡармаҡ” журналдары, Ырымбурҙа. 2. “Яңы ваҡыт””, “Ырымбур Мосолман комиссариатының мөхбире”, “Туплан”, “Сабан” гәзиттәре, Ырымбурҙа. 3. “Башҡортостан”, гәзиттәре, Ырымбурҙа. 4. “Башҡортостан” гәзите, Эстәрлетамаҡта. 5. “Мәғариф” эшселәр журналы, Эстәрлетамаҡта. 6. “Башҡортостан” гәзите, Өфөлә. 7. “Йәш юҡсыл” гәзите, Өфөлә. 8. “Яңы ауыл” гәзите, Өфөлә. 9. “Коммунист” гәзите, Өфөлә. 10. “Һәнәк” журналы, Өфөлә. 11. “Белем” журналы, Өфөлә. 12. “Яңылыҡ” журналы, Өфөлә. 2
13. “Ҡыҙыл Урал” гәзите, Силәбелә. 14. “Коммунист” (булһа кәрәк) гәзите, Куйбышевта. 15. “Кескенә иптәштәр” журналы, Мәскәүҙә. 16. “Ҡыҙыл Шәреҡ йәштәре” журналы, Ҡазанда. 17. “Беҙҙең юл” журналы, Ҡазанда. 18. “Ауыл йәштәре” журналы, Ҡазанда. 19. “Ҡыҙыл Армия” гәзите, Ҡазанда. 20. “Йәш ленинсы” гәзите, Ҡазанда. 21. “Яңыәлиф” журналы, Ҡазанда. Хәҙергә ошоларҙы иҫкә төшөрҙөм, аҙ-маҙ онотолоп ҡалғандары ла булһа кәрәк. 2-се хат. Мостай дуҫҡай! Һеҙгә һәм башҡа яҙыусыларға иптәштәрсә ҡайнар сәләм. Һеҙҙең һорау буйынса, бераҙ шиғыр ебәрҙем. Үҙегеҙ кәңәшләшеп яйлаштырырһығыҙ. Ғәрәпсә яҙғаным өсөн асыуланһағыҙ ҙа урынлы. Күҙем ауырый. Ауырый ғына түгел, ҡартлыҡ һуҡырлығы (кереш) менән ҡапланған. Мин быларҙы, ҡағыҙға ҡарамай ғына, һуҡыр кеше кеүек яҙам, имлә хаталары күптер. Күҙемде лә дарыулап ҡына йөрөйөм. Аҙ-маҙ яҡшырып килә. Һаулығым яҙға сыҡҡас ҡына арыулана башланы. Миңә союз исеменән ебәрелгән эш хаттарын башҡортса яҙығыҙ. Икенсе хатығыҙҙа ла, радио тапшырыу сәғәттәрен яҙғанһығыҙ ҙа, тулҡын оҙонлоҡтарын күрһәтергә онотҡанһығыҙ. Тағы яҙғанда шуны теркәй күрегеҙ. Бөгөн Бабич хаҡындағы иҫтәлектәремде аҡҡа күсерә башланым. Уны ла ошо хәреф менән яҙам инде, күсертерһегеҙ. Тик, башҡортсаға тәржемә итеүсе фәлән кеше, тип баҫтыра күрмәгеҙ. Сәләм менән – Сенәкәй. 7 май 1958 йыл. Әҙиптең бына Хәким ағай Ғиләжевҡа (журналдың баш мөхәрриренә) башҡортса яҙған хаты: 3-сө хат. 25 февраль 1959 йыл, Андижан ҡалаһы. Хәким дуҫ! Һеҙҙең 6 ғинуарҙа яҙған хатығыҙҙы Т. Сенәкәйҙең аманаты. 1959 әллә ҡасан уҡ алғайным, ошо көнгәсә яуап ебәрә алманым. Миңә, Өфөнән ҡайтҡас, осраған һәр берәү: “Һиңә Өфө һауаһы килешкән: таҙарып, төҫөң-сырайың асылып ҡайтҡанһың, күңелең дә күтәренке!” – тип һоҡланып ҡарайҙар. Күҙ тейҙерҙеләр, ахыры, көҙҙән башлап төрлө ваҡ-төйәк ауырыу менән яфаланам. Ғинуар айында бик ҡаты сирләп яттым. Шуның яман ҡалдыҡтары һуңғы көндәргәсә елкәмдән төшкәне юҡ, шуға күрә һеҙгә яуап яҙмайынса йөрөнөм. 3
“Әҙәби Башҡортостан”дың 12-се һанын ебәргәнһегеҙ икән, алдым, рәхмәт! Тик иҫтәлектәремде март-апрель һандарына ҡалдырып кисектереүегеҙ тураһында уҡығас, бик күңелһеҙләндем. Һеҙ уны, ғинуарҙан – беренсе һандан баҫтыра башларбыҙ, тигәйнегеҙ… “Әҙәби Башҡортостан”дың 1-се һаны һаман килгәне юҡ, бына бөгөн 26 март. Ошоға самалағанда, уның март һаны июнь айында сығырға тейеш була. Ул иҫтәлектәрҙе 1956 йылда Ҡазандан һорағайнылар. Мин Ҡазанға ебәрмәнем. Өфөнән Яҙыусылар союзы һәм Институт исеменән 2-3 хат килде. Улар иҫтәлектәрҙе ашыҡтырып һорағайнылар. Мин 1958 йылдың март айынан яҙа башланым. Шуға материалдар эҙләп Ырымбурҙа бер ай буйы архивтар аҡтарып йөрөнөм. Өфөлә иптәштәрҙең, ғилми эшмәкәрҙәрҙең кәңәштәре менән ул иҫтәлектәрҙе бер ай буйынса ҡайта-ҡайта дөрөҫләп төҙәттем. Ҡыҫҡаһы, мин ул иҫтәлектәр өҫтөндә 5-6 ай эшләп көс түктем. Мин был эште гонорар өсөн түгел, бәлки Өфө Яҙыусылар союзына ысын яҡын теләктәш булып, үҙемдең ҡәләмдәшем Ш. Бабичҡа биргән дуҫлыҡ вәғәҙәм өсөн яҙҙым. Миңә һәм уның хәҙерге көндә иҫән ҡалған дуҫтарына бының тиҙерәк донъя күреүе ҡиммәтле. Башҡортостан Яҙыусылар союзының 1958 йылдың 8 февралендәге 048-се һанлы (миңә яҙған) хатында: “Беҙ ул иҫтәлектәрҙең тиҙерәк ҡағыҙға төшөрөлөүен һәм донъя күреүен бик теләр инек”, -- тигән һүҙҙәре бар. Шуға ҡарамаҫтан, иҫтәлектәрҙең шунса кисектерелеүе иң күңелһеҙ хәл. Мин Өфөнән ҡайтышлай Ырымбурҙағы, Ташкенттағы Бабич менән таныш булған осорҙаштарҙан һорашып, Бабич тураһында тағы бераҙ иҫтәлекматериалдар таптым. Үҙемдең дә күп кенә онотолғандарҙы иҫкә төшөрөп яҙып барам. Был һуңғы табылған материалдарҙы системаға һалып яҙайыммы, юҡмы? Хәким иптәш, энекәш! Һеҙгә үтенесем ошо: минең хәтирәләрҙе баҫылып сыҡмаҫы элек редколлегия ағзаларынан башҡа берәүгә лә уҡырға бирмәгеҙ, күрһәтмәгеҙ! Беҙҙең башҡорт һәм татар авторҙары араһында башҡаларҙың ҡәләм көсөнән файҙаланып, юл аҙаптарын күрмәй, үҙҙәре йөрөп эҙләнмәй, кабинетта ултырып ҡына иҫтәлек яҙыусылар (америка асыусылар) ҙа барлығын үҙегеҙ беләһегеҙ. Бер үтенес: иҫтәлектәрҙең 86-сы битендәге Ғөбәй Дәүләтшинды – Ғәббәс Дәүләтшин тип; 85-се биттең 17-се юлындағы “200 бит самаһындағы” тигәнем “5-6 йөҙ бит самаһындағы” тип төҙәтелһен ине. Хөрмәт менән – ҡарт әҙип ағағыҙ Сенәкәй. 27 март 1959 йыл. P.S. Был хатты Мостай Кәрим, Хәниф Кәрим һәм Әхнәф Харисов иптәштәрҙән уҡытһағыҙ, яҡшы булыр ине. Шәйхзада Бабич тураһында (ишеткәндәрем, күргәндәрем, һиҙенгәндәрем, белгәндәрем) Бабичтың Өфө, Ҡазан, Ырымбур гәзит-журналдарында баҫылған сибәр шиғырҙарын яратып, мауығып уҡығандан һуң, күңелемдә: “Үткер телле, ҡорос 4
һүҙле, көслө талантлы, был көнгәсә татар матбуғатында күренгән шағирҙарға сағыштырғанда айырымыраҡ, яңы форма, күркәм стиллы бер шағир үҫә…” – тигән ышаныс тыуғайны. Уны уҡыған һайын, ҡәләменә мөхәббәтем артҡанданарта барҙы. Бабич менән осрашҡым, үҙен күргем, күреп белгем килә башланы. Бабичты күреп белгән кешеләрҙең һүрәтләүҙәренсә, уны көлдөрткөс тәбиғәтле, ҡыҙыҡ ҡиәфәтле, көләмәс һөйләргә, көлдөртөргә, көлдөрткөс шиғырҙар яҙырға ярата торға комик, оҫта декламатор, тип күҙ алдыма килтерә инем. 1916-1917 йылдарҙа баҫылған куплеттары, “Көлкө ҡапсығы” тигән йыйынтығы һуңғы фекеремде көслөрәк раҫлаһалар, “Теләк”, “Ҡан шәүләләре”, “Яҙғы йыр” тигән шиғырҙары беренсе фекеремде нигеҙләндерҙеләр. Бабич ижады менән ҡыҙыҡһыныуҙа мин яңғыҙ түгел инем. Бабич әҙәбиәт аренаһына балҡып күтәрелгән осорҙа Ырымбур ҡалаһы иҫке Рәсәйҙең ҙур сауҙа мәркәздәренән береһе һанала ине. Элек-электән сауҙагәрлек менән дан тотҡан татар буржуазияһының бабалары булған Әхмәтғәни Хөсәйновтарҙың сауҙа тамырҙары Ырымбурҙың үҙендә генә түгел, өйәҙенең иң йыраҡ ситтәренәсә йәйелгәндәр ине. Уларҙан башҡа Ырымбурҙа һабын заводсылары, тире заводсылары, эреле-ваҡлы кейемселәр, күкәйселәр, тирмәнселәр, ашлыҡ алыпһатарҙары иҫәпһеҙ күп булып, уларҙың иң ҙур өлөшөн татарҙар тәшкил итте. Итселек (ҡассапсылыҡ) бөтөнләй тиерлек татарҙар ҡулында булған кеүек, иң ҙур тирмәндәр, матбәғалар, китап кибеттәре, гәзиттәр, мануфактура, кондитер, еләк-емеш кибеттәренең, ҡуналҡаларҙың, ҡаланың иң яҡшы беренсе класс ҡунаҡ йорттарының (ул ваҡытта “Американская гостиница” тип дан тотҡан номерҙарҙың), ашханаларҙың барыһының да алтаҡталарында күберәген татар фамилиялары ялтыраны. Ырымбур эске Рәсәйҙең иң ҙур сауҙа үҙәге булыу менән бергә, төрлө яҡтан һуҙылған ҙур сауҙа юлдарының бергә ҡушылған ҙур саты һәм Урта Азияға китә, унан килә торған берҙән-бер иң ҙур юлдың башы ине. Әле хәҙерге Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан яҡтарына тимер юл һалынмаған осорҙарҙа уҡ Ырымбурҙан ул тарафтарға өҙлөкһөҙ ҙур каруан юлдары һуҙылып, ике арала ҙур сауҙа каруандары әйләнеп тора ине. Эске Рәсәй завод-фабрикаларында етештерелгән тауарҙар бынан Урта Азияға китә, Урта Азиянан килгән еләк-емеш, йөн, ебәк, тире-яры, кейеҙ, келәм кеүек нәмәләр эске Рәсәй шәһәрҙәренә оҙатыла. Бының өсөн Ырымбурҙа йыл да ике тапҡыр була торған ҙур йәрминкә -- Меновый Двор баҙары эшләне. Быларҙан тыш, Ырымбурҙың ҙур сауҙа үҙәге булғанлығын документаль күрһәтә торған, Ш. Бабичтың һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә, Башҡортостан тарихында дан тотҡан Каруанһарайҙы күҙ алдына килтерәм. Каруанһарай – ҙур каруандар туҡтала торған урын, тигән һүҙ. Ә “каруан” беҙҙәгеләй берәм-һәрәм ат йәки үгеҙ йөктәре менән ҡалаға барыусы мәғәнәһендә түгел, бәлки унар-егермешәр, иллешәр-йөҙәр йөк дөйәләре менән килгән юлаусыларҙы аңлата. Был һүҙ Яҡын Шәреҡ илдәрендә йәшәгән күп милләттәрҙең – төрөк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ, тажик, иран (фарсы), афған, ҡашғар халыҡтарының уртаҡ термины. Шул халыҡтарҙың егермешәр, иллешәр, йөҙәр дөйәләргә артылған ҡиммәтле сауҙа йөктәре менән килгән сауҙагәрҙәре 5
Каруанһарайға туҡталып, алыш-биреш ҡылып, илдәренә был яҡтың заводфабрика тауарҙарын, быйма, дебет шәл кеүек кустарсылыҡ әйберҙәрен йөкләп киткәндәр. Был Каруанһарайға Шәреҡ илдәренең байҙары ғына түгел, Бохара, Хиуа, Афғанстан хандарының, Иран шаһтарының да ҙур каруандары өҙлөкһөҙ ағылғандар. Боронғо башҡорт кантондарының, сауҙагәрҙәренең (дөйөм башҡорт халҡының) сауҙа үҙәге була был Каруанһарай. Башҡорт бабаларының тырышлығы менән оло бер квартал самаһындағы майҙанды өс яҡтан уратып һалынған ике ҡатлы, бик күп бүлмәләрҙән, залдарҙан хасил был ҡоролма, ишек алдындағы гүзәл архитектуралы (көмбәҙ түбәле һәм бейек манаралы) мәсете менән әлегәсә ҡалаға төҫ биреп торған тарихи һарай һанала. Бабич Ырымбурға килгән йылдарҙа уны уратып алған, төрлө ағастарға һәм үләндәргә, сәскәләргә бай ҙур баҡсаһы ҡалаға матур төҫ биреп, Каруанһарай баҡсаһы тип йөрөтөлдө. Ботаника уҡытыусылары унда уҡыусыларын экскурсияға йөрөттө. Ырымбурҙы матурлаған – Каруанһарай баҡсаһы. Каруанһарай баҡсаһында Бөтә байҙар аҡсаһы, -тип йырлай торғайнылар. Ҡыҫҡаһы, Ырымбур Октябрь революцияһынаса эре һәм ваҡ буржуазияның сауҙа биржаһы булды. Тап ана шул Ырымбурҙа татар, башҡорт буржуазияһы башҡа милләттекеләрҙән ҡалышмай, хатта улар менән ярышып, ваҡыты, урыны менән уларҙан уҙышып та киткеләй ине. Бының өсөн был төбәктең айырым бер шарты ла хеҙмәт итте: ҡаланың көнсығыш яғында иркен йәйелеп йәшәгән халыҡтар барыһы ла телдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән татарҙарға ла, башҡорттарға ла танышыраҡ, аңлайышлыраҡ булғанға, улар менән тылмас ярҙамынан башҡа һөйләшә һәм аңлаша алалар. Бына шул хәл Ырымбурға татар сауҙагәрҙәрен тартыу менән бергә татар буржуазияһының хеҙмәтсеһе булған татар интеллигенцияһын да эйәртеп алып килде. Татарҙар – завод һәм мастерскойҙарҙың хужалары үҙҙәренә эшкә күберәген татарҙарҙы, башҡорттарҙы алғанлыҡтан, Ырымбурҙа башҡорт һәм татар эшсе-хеҙмәтселәре лә ыраны. Октябрь революцияһы алдынан бында татар мәҙәни, әҙәби хәрәкәте Ҡазандыҡы менән ярышып бара, шул өлкәләрҙә танылған зыялылар Ҡазандағынан кәм булманы: ҙур ғына ике татар матбәғәһе, өс-дүрт мәхәлләлә ситтән йыйналып уҡып ятмалы ҙур мәҙрәсәләр, шулар араһында бөтөн Рәсәйгә данлыҡлыһы – Мәҙрәсәи Хөсәиниә. Өс урында ҡыҙҙар мәктәбе, билдәле татар педагогы Нурғәли Надиев идаралығындағы татар балалары өсөн асылған урыҫ мәктәбе, быларҙан тыш йәнә биш-алты ерҙә башланғыс татар мәктәптәре бар ине. Ырымбурҙағы татар матбуғатының ҡарлуғастары булған “Ваҡыт” гәзите, “Шура” журналы, “Яңы ваҡыт” гәзите, “Ҡармаҡ” журналы Ҡазанда, Өфөлә сыға торған гәзит-журналдарға ҡарағанда иң абруйлы һәм күп таралыусылар ине. Хөсәйенов китапханаһы, Кәримовтар китапханаһы, “Белем” китапханаһы һәм уларҙың исемдәре менән йөрөтөлгән китап кибеттәре Рәсәйҙең иң алыҫ мөйөштәренәсә 6
билдәле ине. Шул уҡ ваҡытта бөтөн Рәсәй мосолмандарының, ҡара груһтарҙың берҙән-бер органы булып, Крылов мәҫәлендәге ҡыҫала кеүек, татарҙың мәҙәниәт йөгөн тиҫкәрегә һөйрәп маташҡан “Дин һәм мәғишәт” журналын иҫкә алмай китһәк, уның нәшире Вәли мулланың йәне рәнйеп, ҡәберендә ҡарғап ятыр, тип шикләнәм. Ырымбур татар сауҙа буржуазияһының ояһы ғына түгел, ә шул татар, башҡорт хеҙмәтсәндәре араһындағы революцион ҡуҙғалыштың да иң беренсе ҙур усағы булды. Билдәле татар революционерҙарынан Хөсәйен Ямашев, Шакир Мөхәмәдиев һәм уларҙың ҡорҙаштары сығарған больвистик “Урал” гәзите, башҡорт, татар буржуаз милләтселәренән, иҫкелектән үткер тел менән көлгән “Ҡарсыға” журналы Ырымбурҙа ғына түгел, ә Рәсәйҙең бөтөн төрки донъяһында таралып уҡылды. Татар матбуғатында танылған яҙыусылар, шағирҙар, артистар, музыканттар, драматургтар, журналистар күп кенә булған кеүек, яңы яҙа башлаған йәш әҙиптәр, артистар ҙа аҙ түгел ине: Шәриф Камал, Риза Фәхретдинов, Борһан Шәрәф, Афзал Таһиров, Заһит Шәрҡи, Ямал Вәлиди, Фатих Кәрими, Шамил Ғосманов, Мирхәйҙәр Фәйзи, Дәрдмәнд, Ярулла Вәли, Рәүеф Ниязбаев, Мәхмүт Мәржани, Сәғит Бикбулатов, Нурғәли Надиев, Хәйретдин Вәли, З. Сәғди, Кәбир Бәкер, яңы шытып сыға башлаған йәш яҙыусыларҙан Ғабдулла Кәримов (Ярлы Кәрим), Шамун Фидаи, Исмәғил Насиров, Муса Жәлил (Сенәкәй ҙә бар ине, буғай…); музыканттарҙан Хәбибулла Ибраһимов, Сәлих Сәйҙәш, Мәсәлим Вәлиев, Зыя; рәссамдарҙан Сәләх Камал; режиссерҙарҙан Мортаза Иманский; артистарҙан Шаһибәк Саҡаев, Ҡудашев, Хәлил Әбйәлилов, Ильская һәм уларҙан башҡа яҙыусылар, артистар күп ине. Хатта бер заман (ҡарт әҙәбиәтселәрҙең, тарихсыларҙың иҫендәлер), татарҙың мәркәҙе Ҡазан түгел, Ырымбур һаналырға тейеш, тигән фекерҙәр ҙә тарала башлағайны. Шунлыҡтан Бабичтың шиғырҙары һәм шағирлығы менән мин генә түгел, Ырымбурҙың бөтөн алдынғы башҡорт, татар зыялылары, матбуғат уҡып барыусы йәштәре, ерекмәндәре лә ҡыҙыҡһындылар. Бабич Ырымбурға ни өсөн, нисек, ҡасан килде? 1917 йылдың йәйге көндәренең береһендә Ырымбурҙа сыға торған “Ҡармаҡ” журналының мөхәррире һәм нәшире Мәхмүт Мәржәни бер осрашҡаныбыҙҙа миңә: -- Әй, Сенәкәй, уҡытыусылығыңды ташла, ҡармаҡ ал да балыҡҡа бар! – тип һүҙ ҡатты. Ул минең менән күбеһенсә шаярып һөйләшә, ҡайһы саҡ мине маҡтап та ҡуйғылай, ҡайһы берҙә минән бик үткер генә көлә ине (сатира журналы мөхәррире бит). Әлеге һүҙен ишетеү менән, был минән көлөүе, тип аңлап асыуым ҡабарҙы. Мыҫҡылына яуаплап ауыҙ асырға ла өлгөрмәнем, етдиләнеп: -- Ысынлап әйтәм, Сенәкәй, “Ҡармаҡ”тың мөхәрририәтен етәклә. Айына 60 һумға уҡытыусы булып йөрөгәнсе, йөҙ һум алып яҙыусы булғаның йөҙ тапҡыр артыҡ бит. Ҡәләмең дә шымарыр, шөһрәтең дә артыр, -- тине. Асыуым һүрелеп: 7
-- Юҡ, Мәхмүт әфәнде, мөхәррирлекте булдыра алмам, һеҙ был эшкә Өфөнән Шәйхзада Бабичты саҡырығыҙ. Ул мутлығы менән матбуғатта танылған шағир. Ә мин көлкөгә ул тиклем үк бай түгел. Уның ярҙамсыһы булып, хәҙергесә журналға яҡындан яҙышып торормын, -- тигәс, ул: -- Әй-й-й! Сенәкәй! Ярай иҫкә төшөрҙөң. Һинең ауыҙҙан да бер яҡшы һүҙ сығыр икән! – тип, елкәмә шапылдатып бер һуҡты ла: -- Бөгөн үк Бабичты саҡырып хат яҙам. Тик уны Өфө ебәрерме икән, килерме икән?.. -- Саҡыра белһәгеҙ килер. -- Бик яҡшы булыр ине. Саҡырам, саҡырам! – тип тиҙ генә ҡулын бирҙе лә ашығып китеп барҙы. Бабич “Ҡармаҡ”ҡа килергә булды Бернисә көндән һуң ҡаланың ҙур урамының тротуарынан бара инем, урамдың икенсе яҡ тротуарынан Мөхмүт Мәржәни атлай. Мине күреү менән эшләпәһен күтәрә биреп: -- Һөйөнсө, Сенәкәй! Бабич килә! – тип ҡысҡырып үтте. Ҡыуанысымдан ни әйтергә лә белмәй: -- Йәшәһен! – тип алҡышлап ҡалдым. Ырымбурҙың “Ҡармаҡ” уҡыусылары, яҙыусылары һәм матбуғат күҙәтеп барыусы зыялылары, эшселәре, хеҙмәтселәре араһында уның килеү хәбәре ел тиҙлегендә таралды. Осраған һәр берәү минән дә, Мәхмүттән һәм уның компаньены Закир Дәминевтән дә: -- Бабич киләме ни? Ҡасан? -- Килдеме? – тип һораша башланылар Күмәк кешеле бер ултырышта Мәхмүт: -- Ағай-эне, инде итәктәрегеҙҙе йыйнабыраҡ йөрөгөҙ, Бабич килә. Ҡармаҡҡа ул Мәхмүт менән Сенәкәй кеүек кенә эләктермәҫ – шытырлатып, ысҡына алмаҫлыҡ итеп ҡаптырыр! – тип көлдөрҙө. Бабичтың үҙен дә, һүрәтен дә күргәнем юҡ – уҡып, ишетеп кенә белә инем. Шуға күрә Мәхмүт Мәржәни йәки Закир Дәминев эргәһендә таныш түгел кешене күргән һайын: “Бабичмы икән әллә?” – тип сәмләнһәм дә, береһе лә ул булып сыҡманы. Ахыры Мәхмүткә лә, Закирға ла: -- Бабичтың килер көнө, сәғәте билгеле булыу менән миңә хәбәр итә күрегеҙ! Бергәләп ҡаршыларбыҙ, -- тип киҫәткеләгәйнем, шуға күрә уның менән вокзалда күрешергә йыйындым. Быныһы барып сыҡмаһа, Мәхмүт өйөндә, йәки Закир өйөндә, бәлки китапханала, “Ҡармаҡ” идараһында осрашып танышырға ниәтләндем. Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе 8
1917 йылда мин Каруанһарай урамындағы 53-сө өйҙөң икенсе ҡатында Вәли тигән бер уҡытыусы башҡорт менән фатирҙа тора инем. Шул йылдың август баштарында бер көндө иртүк, сәғәт 7-ләр тирәһендә, беҙ йоҡонан уянып, торорға иренеберәк, бер-беребеҙгә ҡарашып һөйләшеп ятҡанда, бикләнмәгән ишекте берәү шаҡылдатты ла, беҙҙең “мөмкин!” тигәнде лә көтмәҫтән, шаран асып ебәргәйне, ҡарпыш ҡолаҡлы, йырыҡ ауыҙлы, шаян йөҙлө баш күренде, күҙҙәрен уйнатып әле беребеҙгә, әле икенсебеҙгә ҡараны ла: -- Керергә мөмкинме? – тине. Ятҡан еремдән, рөхсәтһеҙ ишек асыуынан ҡыҙыбыраҡ: -- Башыңды мөмкинһеҙ үк тыҡтың бит. Инде аяғыңды һалырға һорайһыңмы? Башың кергәс, ултыра торған нәмәң дә керһен инде, әйҙә! – тинем. Шарҡылдап көлдө лә: -- Һүҙҙәреңдән ҡармаҡ еҫе килә… -- тип, ишек яңағына әллә яңылышмы башын бәреп алды ла: -- Әссәләмәғәләйкем, Сенәкәй кем? – Оҙон аяҡтарын һуҙа атлап түрҙәге урындыҡҡа барып та ултырҙы. Әммә беребеҙ ҙә уны Бабич тип шәйләмәнек. Ятҡан урынымдан: -- Маңлайың менән ишекте емерә яҙҙың, түләүле була инең, -- тинем. Ул: -- Ә минең баш ярылһа, уны кем түләр ине? – тип көлдөрҙө. Вәли тороп, урынын йыйнай башлап: -- Һеҙ, ҡунаҡ, ғәйеп итмәгеҙ инде, беҙ бөгөн оҙағыраҡ йоҡлап ҡалдыҡ, әле яңы торабыҙ, -- тигәс, тегеһе: -- Яңы торһағыҙ ҙа, иҫке торһағыҙ ҙа, иҙерәп йәбешеп ятһағыҙ ҙа минең өсөн барыбер, тик ҡатып ҡына ҡалмағыҙ – Ырымбурҙа гүр садаҡаһын Каруанһарай манараһылай оҙондан һорайҙар икән… -- тип мәҙәкләне лә күҙҙәрен йүгертеп бүлмәнең иҙәндәрен, түшәмдәрен, стеналарын, өҫтәл өҫтәрен һәрмәнгәс, “әллә берәй тинтәгерәк бәндәме” тип, ҡурҡыбыраҡ та, аптырабыраҡ та ҡуйҙым (Вәли ҙә шулай уйлаған). Сәйер кеше: -- Йә, әйтегеҙ инде: Сенәкәй кем? – тип, әле мине, әле Вәлиҙе ҡарашы менән һынаны. -- Бына мин Сенәкәй! – тигәс: -- Бына мин Бабич! – тип ҡысҡырып урынынан тороп миңә ҡулын һуҙҙы. Мин, ырғып тороп, уға табан ташландым, ҡосаҡлашып күрештек. Вәли ҙә, мендәрен тотҡан килеш йәһәт әйләнеп, Бабичты мендәре менән ҡуша ҡосаҡлап күреште. Бабич ҡосаҡлаған мендәрҙе Вәлиҙән айырҙы ла: -- Бына рәхмәт! Мендәрем юҡ ине, мендәрле лә булдым. Танышҡан берем миңә ошондай матур мамыҡ мендәр бирһә, Ырымбурҙан мендәргә байып ҡайтам икән. Вагон яллап китергә тура килер, -- тип эсебеҙҙе ҡатырҙы. Сығып киткәнсе мәҙәк һүҙен яуҙырҙы, барыһын иҫләп яҙып бөтөрлөк түгел. Мин уға: -- Бабич дуҫҡай, кисерә күр инде – бик тупаҫ ҡаршыланыҡ, кем икәнеңде белмәнек, -- тигәс, хәтеремдә ныҡ ҡалған һүҙҙәрен әйтте: -- Был тап Сенәкәй менән Бабичтың, ҡармаҡлы ике балыҡсының, беренсе осрашыуы булды бит. Быны һин дә, мин дә көндәлеккә теркәйек. Йыуынып, сәй әҙерләп, өҫтәл тирәһенә түңәрәкләнеп ултырыштыҡ. Ул иң элек беҙҙең һорауҙарға яуап биреп,үҙенең үткәндәрен, Өфө хәлдәрен, юлда 9
күргәндәрен, көләмәс һүҙҙәр ҡатнаштыра-ҡатнаштыра, ҡыҫҡаса ғына, ҡыҙыҡлы ғына һөйләп үтте. Беҙ ҙә уның һорауҙарын ҡәнәғәтләндереп, үҙ хәлдәребеҙҙе, Ырымбур хәлдәрен һөйләнек. Бер-ике сынаяҡ сәй эсте лә, бүлмә иҙәнен аҙымлап үлсәгәндәй, бер-ике тапҡыр түрҙән ишеккә табан йөрөп әйләнде, стенала ҡаҙауға эленгән мандолинаны алып, ҡылдарын көйләне лә, уң тубығын һулы өҫтөнә һалып, мандолинаны ҡултығына ҡыҫтырып уйнай, шул ыңғайы “Һандуғас – күгәрсен” көйөнә йырлай башланы: Самауырың һары икән, Мөрйәләре тар икән. Сенәкәй менән күрешеп Һөйләшер көн бар икән. Мин дә тиҙ генә кейенеп, күршенән мандолина алып инеп, ҡара-ҡаршы уйнап йырлаштыҡ: -- Мандолинаң ҙур икән, Грифтары туры икән. Шиғырҙарың зерә матур, Мәғәнәләре мул икән. -- Күркәм икән бүлмәгеҙ, Ҡайғы-хәсрәт күрмәгеҙ! Икегеҙ ҙә күп йәшәгеҙ, Ғүмер бөтмәй үлмәгеҙ! -- Мандолинаң гөллө икән, Йырҙарың мең төрлө икән. Туҡай шиғырҙары кеүек, Шиғырың серле икән. -- Сәйҙәрегеҙ тәмле икән, Тормошоғоҙ йәнле икән. Һеҙҙең менән ултырышыу Йәннәттән дә йәмле икән. Самауырың еҙ икән, Ҡайнауҙары тиҙ икән. Ырымбурҙың былбылдары Һинең менән беҙ икән. Ярты сәғәт самаһы шулай ҡара-ҡаршы уйнап йырлаштыҡ. Күңелемдә һәм иҫке яҙмаларым араһында ана шул 5-6 куплет ҡына ҡалған. Башҡалары онотолған, юғалған, хәтерләмәйем. Бабичтың бер яҡшы яғы бар ине: шундай 10
ҡыҙыҡлы саҡтарҙы ҡуйын дәфтәренә теркәп, күҙ алдына килтермәле ҡыҫҡа ғына бер-ике һүҙ менән билгеләй. Беҙҙең был беренсе осрашыу йырҙарын, мәҙәктәрен шунда уҡ күсереп ҡуйҙы. Тик, ниңәлер, үҙенең фажиғәһенән һуң ҡалған юл сумаҙанында был дәфтәр осраманы. Шуныһын да әйтмәй үтергә ярамай: Бабич йырҙы бик тиҙ ипләй – был тәңгәлдә ул халыҡ сәсәне (импровизатор) ине. Ә мин Бабичтың һәр өс йырына ҡаршы көскә генә бер йыр сығарып йырлай алдым. Бабич менән осрашҡан һайын шулай йырлаша-йырлаша мин дә Бабичҡа тиңләшә яҙып ҡалдым, буғай. Бабич үҙенең ошолай үҙе уйнап, тиҙ генә йыр сығарып йырлауын түбәндәгесә аңлатҡаны хәтеремдә: “…Мин Өфөлә саҡта мандолинаға өйрәнеп, шулай бераҙ йырлаштыра килдем. Сәйфи Ҡудаш менән дә шулай ҡара-ҡаршы йырлашҡылай инек. Бигерәген мин был йоланы ҡаҙаҡтарҙан өйрәндем. Йәй көндәре ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтар араһына уҡытыусы булып сыҡҡан осорҙарҙа ҡаҙаҡ думбырасылары, аҡындары менән күп осраштым. Уларҙы бик яратып тыңлай инем, думбыраларын да өйрәнеп алдым. Ҡаҙаҡ аҡындары кеүек йырлаштыра башланым…” Аяҡ менән дә… Бабич мандолинала бик матур уйнай. Күбеһенсә “Һандуғас – күгәрсен”, “Ҡаҙ ҡанаты” көйҙәренә йырларға ярата. Шул йылдарҙа Хөсәйен Абушай Атлаши тигән бер шағирҙың “Алтындарым” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡҡайны. Ҡайһы ваҡыт уның “Күңелгә” тигән шиғырын бик яратып йырланы, бер куплеты ғына ҡалған иҫемдә: …Әй күңел, йырларға өйрәнгәс алырбыҙ думбыра. Бәлки шунан, йырлай-йырлай, өйрәнербеҙ, думбыра… Бер көн шулай мандолинала уйнап йырлап ултырғанында, кинәт кенә мандолинаһын ҡуйып, иҙән уртаһына ултырып, ботинкаларын һала башланы. Аяғын ҡандала һымаҡ берәй нәмә тешләнеме? Әллә ҡаҙауҙары сығып ауырттырамы икән, тип уйлап, аптырап ҡарап тора инем. Ул иһә уң аяҡ бармаҡтары араһына медиаторын ҡыҫтырып, һул ҡулы менән мандолинаның грифынан тотоп, аяҡ менән мандолина уйнап йырлай башланы… Беҙ йығылып ятып эстәребеҙҙе тота-тота көлөштөк. Үҙе көлмәй ҙә -- уйнауын ғына белә. Ҡылығын туҡтатты ла: -- Мин аяҡ менән генә түгел, башҡа нәмәләрем… менән дә музыка тауышы сығара беләм, -- тигәс: -- Улары менән дә уйнап күрһәт, -- тигәйнек, иренен ослайтып һыҙғырып бер көй, тешен ыржайтып һыҙғырып икенсе көй көйләне лә: -- Тағы бер төрлөһө бар… уныһын аулаҡта ғына… -- тине. Вәли: 11
-- Һинең бик күп ҡыҙыҡлы һөнәрҙәрең бар икән, Бабич! Циркта клоун булаһың ғына ҡалған. Унда һиңә Мәхмүт Мәржәни кеүек 150 һум ғына түләмәҫтәр, айына 500 һумды кәгерһең, -- тине. Бабич: -- Урыҫса белмәйем шул. Татар циркы асылғас, татар клоуны булып йөрөрмен. Вәли: -- Үҙең шағир булып та, урыҫса белмәгәнең өсөн хурланмайһыңмы? Бабич: -- Иван үҙенең татарса йәки башҡортса һөйләшә белмәгәне өсөн хурланмай бит, мин кемдән кәм?! – тип аяҡтарына кейенде лә тағы урындыҡҡа ултырып йырлай башланы: -- Ҡулдарымда кәкре башлы, Алтын ҡашлы мандолин. Ҡайғырғанда, ҡыуанғанда Шуны уйнап алғалыйм… Ҡыҫҡа диалог булып алды: -- Ә думбыраны ҡасан алаһың? -- Йырларға өйрәнгәс. -- Йырлай беләһең бит инде? Тағы уйнауға күсте: -- Мандолинды ватып ташлап Алам тиһәм думбыра, “Думбыраңды дыңлатма” тип Бабай башҡа ҡундыра… Йор һүҙле булыу менән бергә, мәҙәктәрен дә, йырҙарын да бер-береһенән уҙҙырып сығара, яҙып алып өлгөрөп булмай, бының өсөн бик оҫта стенографиясы кәрәк. Ә шулай ҙа беҙ – мин дә, Вәли ҙә, Ҡасим да, Ғабдулла Кәримов та уның ҡыҙыҡлы һүҙҙәрен, йырҙарын яҙып алғылай барҙыҡ. Миндә уларҙың йөҙҙән бер генәһе, тиерлек, һаҡланған, тегеләрҙәгеләр уларҙың үҙҙәре менән киткәндер инде… Бабич Ырымбурға яңы килгән саҡтарында күбеһенсә, аҙ ғына буш ваҡыты булһа, ҡулына мандолина алып, уйнап-йырларға керешә ине. Кеше менән һөйләшкән арала ла һүҙ бөтөбөрәк торғанда бер генә тапҡыр булһа ла йырлап ала. Һүҙҙән-һүҙ сыҡһа, мандолинаһын тубығына баҫтырып тота ла һөйләшә башлай. Һуңғараҡ, берәр айҙан һуң, ул мандолинала күп уйнамаҫ булды. Әллә бөтөнләй ташланы, әллә бармаҡтары ауыртты. Бер көндө аҙ ғына уйнаны ла: Мандолиндан да туйҙым, Йырҙарынан да туйҙым. Һау булығыҙ, сығып киттем – 12
Уйын-көлкөнө ҡуйҙым, -тип елтерәп, ашығып сығып китте. “Быныһы – иң етди осрашыу” Бер-ике көндән һуң Бабич тағы беҙгә килеп инде. Был юлы эш тураһында, “Ҡармаҡ” журналының киләһе һанын нисек сығарыу, шуға материалдар туплау хаҡында һөйләшергә килгәнлеген белдереү өсөндер, иҫәнләшеү менән: -- Сенәкәй, был – иң етди осрашыу булһын! – тине лә ҡулындағы гәзиткә төрөлгән яҙмаларын өҫтәлгә йәйеп һалып, урындыҡҡа ултырҙы. Ҡағыҙҙарҙы аҡтарғылап, ҡулына ҡәләм алып: -- Йә, Сенәкәй дуҫ, нишләйбеҙ? Ниндәй көлкөләрең бар? Барыһын да тир. Ҡармаҡты үткерләп һалып ебәрәйек. Ҙур-ҙур балыҡтар эләктерәйек! – тип беренсе һүҙҙәре менән үк беҙҙе йылмайтты. -- Иң етди осрашыу, тинең дә үҙең көлдөрә башланың. Шулайғас, етди буламы ни ул? – тинем. -- Була, көлкө аралаш илау була, -- тип, тағы мандолинаһына тотондо: -- Сенәкәй, һинән һорайым, Көнө-төнө аптырайым: Инде һеҙҙең Ырымбурҙы Ҡай еренән ҡаптырайым? Күрше бүлмәнән мандолина алып кереп яуапланым: -- Балағынан да ҡаптыр, Аяғынан да ҡаптыр! Ҡолағынан да ҡаптыр, Тамағынан да ҡаптыр! Ул уйнауҙан туҡталып, ҡаты шарҡылдап көлдө лә: -- Әһә, Сенәкәй, оҫтара башланың бит, әй. Әйҙә! – тағы уйнап йырланы: -- Ырымбурҙа кемдәр бар? Ниндәй шайтан-ендәр бар? Ярып дарыу һала торған Ниндәй яман сирҙәр бар? -- Бында һимеҙ байҙар бар, Тәреләр һәм айҙар бар. Ҡойроҡтарын күтәреп Ырғып сапҡан тайҙар бар. 13
Бик күп йыуан ҡорһаҡтар, Оятһыҙ яман ҡурсаҡтар. Алдаҡсылар иҫәпһеҙ – Һатып йөрөй борсаҡтар. -- Борсаҡтарын алып бир! Исемдәрен яҙып бир! Ҡайҙа ҡыҙыҡ күмелгән? Һәммәһен дә ҡаҙып бир! Үҙҙәренең борсағын Күҙҙәренә аттырып, Һимеҙҙәрен, байҙарын Ҡорһағынан ҡаптырып, Аҫып ҡуйып ҡармаҡҡа, Күрһәтербеҙ бар яҡҡа. Өфө, Ҡазан таң ҡалһын Беҙ ҡаптырған балыҡҡа… -- Бик күп бында муллалар – Егермеләп мулла бар. Дүрт-биш ерҙә мәсет бар, Шыпырт ҡына шунда бар. Бында сыға салмалы “Дин-мәғишәт” журналы. Ҡабыр шунда ҡармаҡҡа Балыҡтарҙың ҙурҙары. -- Иртәгә беҙ икәүләп Ҡармаҡтарҙы алайыҡ та Тубалдарҙы елкәләп Тотонайыҡ балыҡҡа… Шуның артынан өҙлөкһөҙ 3-4 йыр йырланы ла, туҡталып: -- Әй, Сенәкәй, һин дә йәһәт йыр сығарырға өйрәнеп ал да, икебеҙ ике мандолина күтәреп, етәкләшеп урамдарға, баҙарҙарға сығып китәйек, көлтә-көлтә аҡса йыйырбыҙ тип шаяртты. Ишектән керер-кермәҫ беҙҙең ҡыҙыҡты ҡараптыңлап торған Ғабдулла Кәрими (Ярлы Кәрим): -- Мине лә эйәртегеҙ. Мин түбәтәй тотоп йыйнармын: ике түбәтәй аҡса һеҙгә, бер түбәтәйе миңә, -- тип көлдөрҙө лә, Бабичҡа ҡарап: -- Мин үҙе уйнап үҙе йырлағандарҙы беренсе тапҡыр күрәм. Үҙегеҙ уйнап үҙегеҙ бейей алаһығыҙмы? – 14
тип әйтеп өлгөрмәне, Бабич бейеү көйөн уйнап бейей ҙә башланы. Үҙе бер-ике тапҡыр бейеп әйләнгәс, мине лә, Вәлиҙе лә, Ғабдулланы ла һөйрәп сығарҙы. Шул арала Ҡасим (Шамун Фидаи) килеп керҙе. Бабич уны ла бейергә төшөрҙө. Бүлмәләге ғәҙәттән тыш дөбөрләүгә “был ни булды икән?” тип ҡарарға ингән бабушканы ла (беҙҙең фатир хужабикәһен) Бабич, етәкләп, түңәрәккә төшөрҙө: Бейе, бейе, бабушка! Татарҙарҙан ҡалышма! Бик хорош килеп керҙең Беҙҙең хозур тауышҡа… -- тип таҡмаҡлай башлағас, бабушкабыҙ “Ой батюшки! Батюшки!” тип боролоп сығып китте. Ҡасим: -- Был ҡунағығыҙ кем һуң был? Әллә Бабич ошомо? – тип һорай ҡуйҙы. Ғабдулла Кәримов: -- Мин дә шулмы тип һорамаҡсы инем дә, ҡыланышынан Бабич икәнен белдем дә һораманым… -- тине. Мин: -- Эйе, Шәйхзада Бабич тап ошо була, “Ҡармаҡ”тың яңы мөхәррире, тип уларҙы таныштырҙым. Арабыҙҙан иң кесе йәштәге Ҡасим, ишек төбөндә баҫҡан килеш, шағирҙан күҙен алмай ине. Бабич егеттең мөкиббәнлегенә иғтибар итеп: -- Һин, энем, минең һымаҡ шаталаҡты күргәнең юҡмы әллә? Улайһа ҡара, күр! Бына алдым, бына артым, бына башым, бына аяҡтарым, ҡулдарым! – тип зыр-әйләнеп тамаша ҡылдыртты. Беҙ көләбеҙ, ә ул һаман һамаҡлай: -- Бына танауым, бына күҙҙәрем, бына ҡолаҡтарым… тик улары бик оҙон, ә һинекеләр үтә кескенә икән. Бына бит, энем: Алаһы Тәғәлә ҡолаҡтарҙы бороп алына торған итеп яһамаған. Бороп ҡына алып алмашыр инек. Һиңә -- оҙон ҡолаҡ, миңә ҡыҫҡа ҡолаҡ килешер ине. Әллә, тим, дүртеһен бергә ит турағыстан үткәреп, яңынан тигеҙләп дүрткә бүлеп, бер тигеҙ дүрт ҡолаҡ яһап алабыҙмы? – тип егетте аптыратты. Һүҙҙәрен ул ҡоро теҙмә итеп түгел, ә әкәмәт хәрәкәттәр, ымлыҡтар, мимикалар менән йәнләндереп башҡара ине. Бераҙ Шамун Фидаи, 1916 й. туҡталды ла, Ҡасимға ҡарап алып, минән һорай ҡуйҙы: -- Был сибәр малай кемең була һуң? Энеңме, уҡыусыңмы? Ябай ғына күренмәй – ярылмаған серле сәтләүектәй был! Ҡасим ул ваҡытта 15-16 йәштәрендә булһа кәрәк; төҫкә бик матур, буйға зифа, сибәр сырайлы, оҙон керпекле, ебәк сәсле, күҙҙәре, Сәғит Рәмиевтың “Ул” тигән шиғырындағыса, киске ҡамышлы күл һымаҡ нурлы керфекле ине. 1916-1917-се уҡыу йылында мин Ырымбурҙағы бер земство мәктәбендә лә уҡытыусылыҡ иттем. Ҡасим шул мәктәптең 4-се синыфында уҡыусым булды. Шул уҡ йылда ул, үҙенең белемен күтәрер өсөн, минең менән һөйләшеп, мәктәптән тыш та минән һабаҡ алып йөрөнө. Мин уны Өфөләге Мәдрәсәи Ғалиәнең беренсе әҙерлек синыфына әҙерләйем. Барынан да бигерәк ул әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, 15
үҙенең шиғыр яҙырға, шағир булырға теләген һиҙҙертеп йөрөй. Был йылдарҙа Ырымбурҙың иң күп баҫылып таралған шиғри йыйынтыҡтары ошо юлдарҙы яҙыусыныҡы булды. Ҡасим шуларҙы ҡулынан төшөрмәй уҡый. 1917 йылдың яҙында ул, минең шиғырҙарға оҡшатып, эйәреп яҙа башланы. Шулай уҡ минең кәңәшем буйынса Туҡайҙың, Дәрдмәндтең, Сәғит Рәмиевтың, Шәйхзада Бабичтың һәм башҡаларҙың шиғырҙарын йотлоғоп уҡый. Шуға күрә Бабичтың Ырымбурға килеүе менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың иң йәше Ҡасим булғандыр. Мин уны Бабичҡа: -- Был малай – буш ҡыуыҡ түгел. Күренекле шағирҙарыбыҙҙың күп әҫәрҙәрен яттан белә, һинең “Көлкө ҡапсығы”ңды ҡулдан төшөрмәй. Һәр шиғырыңды көтөп алып уҡыусың, шағирәнә шәкертең булырға теләүселәрҙең бероеһе был, -- тип таныштырҙым. Ул Ҡасимды янына саҡырып алып сәстәренән һыйпап, күҙҙәренә текләп ҡарап торҙо ла: -- Һе! Төҫө-ҡиәфәте лә шағирҙыҡы, күҙ ҡараштары тәрән – серле диңгеҙ кеүек, шағир йәки рәссәм күҙҙәре… -- тип һөйләнде. Шиғырҙарын күргеһе килеүен әйтте. Ҡасимдың өйө беҙгә яҡын ғына ине, ҡайтып, дәфтәрен алып килде. Бабич уның яҙған, яҙа башлағандарын ҡарап сыҡты ла: -- Матур, шәп яҙыусы булырһың. Тик күңелеңә ауыр алма, әле быларың өйрәнсек кенә, мәғәнәләре һай, һүҙҙәре, теҙемдәре ҡытыршы. Хәҙергә күп яҙырға тырышма, күп уҡырға тырыш. Өфөгә уҡырға барырға әҙерләнеүең бик яҡшы. Бар, унда Сәйфи Ҡудаш менән Ғәлимйән Ибраһимов, Сәғит Рәмиев, Мәжит Ғафури һәм башҡалар менән танышырһың, улар һиңә файҙалы кәңәштәр бирер, -- тип хупланы. Шунан һуң был икәү минең бүлмәлә һәм башҡа урындарҙа бернисә тапҡыр Бабичты һыйындырған йомарт йорт. осрашты. Бабич уға төрлө кәңәштәр Ырымбур, Каруанһарай урамы, 53. бирә, шиғырҙарын төҙәткеләп өйрәткеләй ине. Ғабдулла Кәримов менән Бабич Буласаҡ Ярлы Кәрим – Ғабдулла Кәримов был йылдарҙа Ырымбур педагогия техникумында уҡый ине, мине үҙе эҙләп килеп танышты. Ярлы студент. Уға фатирҙашым уҡытыусы Вәли Ғәбитов та, мин дә төрлө күләмдә матди ярҙам иткеләнек. 16
Февраль революцияһынан һуң яҙылған ирек йырҙарымды үҙемдең уҡытыусылыҡтан алған эш хаҡым хисабына баҫтыртып, китап магазиндарына ҡуйып һаттырта инем. Төрлө революцион шиғырҙарымдың айырым бер бит (листовка) ҡалын ҡағыҙға баҫылғанының хаҡы 5 тин була. Ғабдулла буш ваҡыттарында шуларҙы күтәреп урамда һатып йөрөй. Өс тинен миңә килтереп бирә, ике тине үҙенә ҡала. Был уға үҙ ваҡытында ҙур ғына ярҙам булды, буғай. Һатып бөткәс: -- Сенәкәй ағай, тағы баҫтырт әле, һорайҙар бит, үтә бит… -- тип килеп етә. Бара торғас был да Ҡасим кеүек шиғыр һәүәҫкәренә әйләнде. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына куплеттар яҙа, мин уға ла кәңәштәремде бирәм. Бабич ижады менән мауығыусыларҙың тағы береһе ошо Ғабдулла ине. Ул үҙенең әҫәрҙәрен Бабичҡа күрһәтергә ҡушып миңә ҡалдырып китте. Ҡайһа саҡта Бабич, мин, Ҡасим, Ғабдулла, Вәлирахман Ғәбитовтар бергә осрашып, шиғырҙарыбыҙҙы уҡыйбыҙ, тикшерәбеҙ, маҡтайбыҙ, яманлайбыҙ… Шулай итеп, беҙҙең бүлмә әҙәбиәт усағына әйләнде. Шул усаҡтың Ҡасимы – Шамун Фидаи, Ғабдуллаһы – Ярлы Кәрим булып әүерелделәр, әҙәбиәт тарихының шағирҙар битендә йәш йондоҙҙар булып ялтырап ҡалдылар. “Ҡыҙыҡтың ҡыҙығы” Шәйхзаданың һүҙе был. Теге көндө мин Бабичты Ҡасим Шакирйәнов һәм Ғабдулла Кәримов менән таныштырғандан һуң, уға үҙемдең Ырымбурҙағы әҙәби тормошомда осраған бер ҡыҙыҡлы хәлде һөйләп көлдөрҙөм. Октябрь революцияһына тиклем татар урта мәктәптәре түгел, башланғыстары ла бик һирәк ине, ә уҡырға теләүсе йәштәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Тик уларҙың күпселегенә урыҫ мәктәптәренә лә, Мәҙрәсәи Хөсәиниә, Ғалиә, Ғосманиә кеүек уҡыу йорттарына керергә лә мөмкинлек булманы. Уҡыуға ныҡ тартылған, уҡып берәй һөнәр алырға йәки урта, юғары урыҫ мәктәптәренә инергә теләүселәр үҙ иҫәптәренә -- айырым уҡытыусыларға аҡса түләп уҡыйҙар, әҙерләнәләр ине. 1916-19 йылдарҙа Ырымбурҙағы татар уҡытыусыларының фатирҙарында шундай уҡыусылар шәғәлләнә ине. Мин үҙем дә Ҡасимдан башҡа ла бернисә уҡыусыны Ғалиә, Хөсәиниә кеүек мәҙрәсәләрҙең беренсе рөшди, тәхзәри синыфтарына әҙерләнем. Шул осорҙа Ырымбурҙа сыға торған ваҡытлы матбуғатта иң күп ҡатнашыусы “шағир” булып та танылдым. Өҫтәүенә, күп кенә шиғри йыйынтыҡтарым да күренде. Ҡайһы бер йәштәр мине “бик ҙур шағир” тип уйлапмы, йәки шиғырҙы арифметика йәки география кеүек айырым фән тип уйлапмы, “миңә шиғыр яҙырға өйрәт әле, айына нисә һум алырһың?” тип килгеләнеләр. Шуларҙың береһен юрый ҡыҙыҡ яһар өсөн: -- Ярай, өйрәтермен, -- тинем. -- Айына нисә һум? -- Айына 100 һум. 17
-- Нисә айҙа шағир яһарһың? -- Биш айҙа. Әммә Туҡай ише шағир яһар өсөн 200 һум алам, -- тигәс: -- Ярай, атайға ҡайтып әйтәм дә, ул ярай тиһә, иртәгә килермен, -- тип китте. Иртәгәһен мин өйҙә юҡта шағирлыҡҡа уҡырға килгән. Уны Вәли: -- Йүләрләнеп йөрөмә, шағирлыҡҡа берәү ҙә уҡымай. Үҙ талантың булһа, ҙур мәктәптәрҙә төрлө фәндәр уҡыһаң, күберәк әҙәбиәт, шиғыр менән мауыҡһаң һәм үеңдән-үҙең яҙғылаһаң, бәлки шағир ҙа булырһың. Кеше көлдөрөп йөрөмә, Сенәкәй һинең ахмаҡлығыңдан көлгән. Үҙең – дурак, атаң тинтәк икән дә! – тип ҡыуып сығарған. Баҡһаң, бер ит сауҙагәренең малайы имеш… Бабич шарҡылдап көлдө лә: -- Был бит ҡыҙыҡтың ҡыҙығы! Юҡҡа ҡайтарғанһығыҙ, өйрәткән булып, ул аҡсалы мал-тыуарҙың тиреһен тунарға ине. Әйҙә, икебеҙ шиғыр курсы асайыҡ, гәзиткә иғлан бирәйек. Ундай иҫәүәндәр күп кенә табылыр. Әйткәндәй, “шиғыр яҙырға өйрәт” тип миңә килеүселәр ҙә булғыланы, -- тип бер-ике ҡыҙығын һөйләп алды. Бер йәш кенә ҡыҙ килеп, “шиғыр яҙырға өйрәт әле” тигәнендә ул: -- Миңә кейәүгә сыҡһаң, өйрәтәм, -- тигәс, ҡыҙ оялып ҡасып киткән. Шул көндө “Ҡармаҡ”ҡа материал алырға килгән Бабич йәш шағирҙар менән ҡыҙыҡһынып, ҡыҙыҡлы көләмәстәр һөйләп, тыңлап, киске сәғәт бишкәсә улар менән әңгәмәләшеп ултырҙы. Алдына үҙемдең журналға әҙерләгән яҙмаларҙы һалғас, ҡараштырып, һайлап, ҡайһыларын оҙонайтырға йәки ҡыҫҡартырға, үҙгәртергә кәрәклеген аңлатып ҡалдырып, бернисәһен “былары шул көйөнсә бара” тип алып китте. Мин һөйләгән “ҡыҙыҡтың ҡыҙығын” да, “Ҡармаҡ”ҡа эләктерәм тип, ҡуйын дәфтәренә теркәп өлгөрҙө. Беҙҙең дуҫлыҡ Бабичтың яҡын дуҫтарының береһе уның тураһында: “Ул бик ябай, бер ҡатлы, эскерһеҙ. Кеше менән дуҫлыҡты һөйә торған кеше ине. Уның йөрәге үтәнән-үтә күренеп торған саф йөрәк…” тип яҙа. Кеше тигән йән эйәһе бик ҡатмарлы, ифрат тәрән серле йөрәк бит ул. Ҡайһы берҙәренең холҡон, характерын яҡшылап өйрәнеп һөҙөмтәгә килер өсөн уның менән бергә уҙған бернисә ай, бер-ике йыл да аҙ булып ҡала. Бабич иһә ысынлап та эскерһеҙ, үтә күренеүсе ихласйән булып, кешенең эске тойғоларын зирәк һиҙеүсән – уның шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлаша белеүсе, үҙенең аңбелемен, изге кәңәштәрен ҡыҙғанмаусан йомарт йөрәкле, хаҡлыҡ һәм халыҡ кешеһе ине (шул хаҡлыҡ һәм халыҡ юлында гонаһһыҙ ҡорбан булды). Шуға күрә ул минең менән дә, миңә һырныҡҡан йәштәр, ҡарттар менән дә бик йәһәт – танышлыҡтың беренсе көнөндә генә түгел, беренсе минутында уҡ йөрәген асып иҫке дуҫтарса, ысын туғандарса аралашты. Уның Ырымбурға яңы килгән көндәрендә торған өйө минекенә алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, көн һайын бер тапҡыр, ҡайһы саҡта ике-өс тапҡыр ҙа килеп китер ине. 18
Ул ҡалаға килеп ике-өс көн торғас та үҙенә айырым бүлмә эҙләй башланы. Мәхмүт Мәржәни фатирында тора башлаһа ла, күберәген миндә була, ҡунғылап та китә. Беҙ уны үҙ яныбыҙға күсереп алырға теләнек, тик бүлмәнең тарлығынан уңайһыҙланыпмы, былай тине: -- Мәхмүттәрҙә тороу хәйерле. Ашау-эсеү, урын-ер барыһы ла әҙер. Тик шуныһы, ирле-ҡатынлы кешеләрҙә уңайһыҙ. Улар алдында һеҙҙәгеләй иркен йәйелеп китеп ауыҙ йырып һөйләшеп булмай. Тел осона бизмән элеп, үлсәп кенә сығараһың. Мин үлсәүле һүҙҙе яратмайым… -- Улайһа, бергәләп фатир эҙләрбеҙ, табырбыҙ, әлегә шунда ҡалып тор. Күберәген беҙҙә бул. Бына бүлмә, ана өҫтәл, ҡағыҙ-ҡәләм – ултыр ҙа яҙ. Күбеһенсә өйҙә булмайбыҙ, берәү ҙә тынысһыҙламаҫ, борсомаҫ. -- Ә бабушка инеп һөжүм итмәҫме? Бына шулай эш, яҙыу тураһында етди генә һөйләшкәндә лә берәй көлкө килтерә лә сығара. Вәлирахман уға: -- Бабушканан ҡурҡаһың, Мәхмүттең ҡатынынан шөрләмәйһеңме – йәпйәш, ҡыҙҙар һымаҡ һылыу, һөжүм итә ҡалһа… -- тигәс: -- Ҡурҡыу ғына түгел, ҡотом осоп йөрөй. Шуға күрә тиҙерәк табан тайҙырырға итәм дә. -- Улайһа, сыҙай алғаныңса ошонда тороп тор – бүлмәбеҙ тар булһа ла, күңелебеҙ киң, -- тинек. Бүлмә табылғансы беҙҙә торҙо. Ырымбурға килеүе менән ул беҙҙә генә түгел, беренсе аҙнанан уҡ минең менән бергә шәһәрҙең күренекле кешеләренең күбеһенең өйөнә, эшләгән урындарына барып, йәки урамда осратып танышып өлгөрҙө. Ҡайһы саҡ көнө буйы шул яңы таныштары араһында йөрөп, материал йыйып ҡайта ла төнө буйы яҙып ултыра. Ҡайһы берҙә бер ҡайҙа ла сыҡмай, көн оҙоно тигәндәй эшләй. Яңы шиғырын, мәҡәләһен, аҡҡа күсермәҫе борон, миңә йәки Вәлигә уҡып ишеттерә лә фекер һорай. Тәнҡитләһәк, кәңәш көтә. Мин дә шулай үҙ яҙмаларымды уға күрһәтеп, уның фекерҙәре, кәңәштәре менән кәмселектәрен төҙәтәм. Беҙҙә ҡуна ҡалғанында икебеҙ бер карауатта һуҙылған килеш төрлө көлкөләргә батып, төнгө сәғәт икеләргәсә йоҡлай алмай ята инек. Бер көндө мин Бабич юҡта өҫтәл өҫтө блокнотыма: Насип булды Бабич менән танышырға, Танышырға, күп фекерҙәр алышырға. Инде иллә Сенәкәйгә яҡшы булды Бергәләшеп көлкө-мөлкө яҙышырға… -тип сыбарлап ҡуйғайным, мин өйҙә юҡта Бабич уның аҫтына: Мин кеҫәмә үткер ҡәләм һалып килдем, Ҡырыҡ вагон көлкө-мөлкө алып килдем. Ярулланы, Ямал, Камал, Мәржәниҙе, Дәрдемәндте, Сенәкәйҙе һағынып килдем. 19
Ҡәләмдәрҙең үткерлеген арттырырбыҙ, Дошмандарҙы ҡармаҡтарға ҡаптырырбыҙ. Майҙандарҙа ҡәләм менән еңеп сыҡһаҡ, Байҙарҙан да былайыраҡ шәп торорбыҙ… -тип яҙып киткән. Бабич килгәндән һуң “Ҡармаҡ”тың тиражы күтәрелде, абруйы артты, уҡыусылары ла ыраны. Бабич мөхәррирлегендә сыҡҡан журналдар элеккеләренә ҡарағанда үткерерәк көләмәстәр менән тулыша ине. Ҡайһы берәүҙәр уға: -- Һин, Бабич, кешеләрҙең гел кәмселектәрен генә күреп “Ҡрмаҡ”ҡа эләһең. Бәндәнең яҡшы яҡтарын да күреп маҡтарға кәрәк! – тип үпкә белдергәләнеләр. Бабич иһә уларға: -- “Ҡармаҡ” ул балыҡтың кәкере-бөкөрөләрен ҡаптыра, уҡыусыларына шуларҙы ҡыйыш көҙгө аша сағылдыра торған ҡорал. Яҡшы яҡтарын төҙ көҙгөлө гәзиттәр, журналдар яҙһын” – тип яуаплар ине. Шағир әҙәбиәт кисәләрендә Бабич менән бергәләп йәш көстәрҙе ойоштороп, төрлө әҙәбиәт, концерт кисәләре ҡуйҙыҡ. Репетиция үткәргәндә Хөсәиниә мәҙрәсәһе ашханаһының бер яғына ҙур өҫтәлде күтәреп илтеп, сәхнә ишараты яһап куябыҙ ҙа ҡаршы стена янындағы эскәмйәлә алмашлап беребеҙ тамашасы булып ҡарап ултыра, икенсебеҙ өҫтәлгә менеп, сәхнәлә һөйләнәсәк шиғырҙарыбыҙҙы, көләмәстәребеҙҙе яңғырата. Кәмселектәребеҙҙе бөтөрәбеҙ. Был кисәләрҙе ойоштороусылар араһында иң әүҙемдәре Хәбибулла Ғәбитов, Сәхи Рәхмәти иптәштәр ине. Хәбибулла йырҙарҙы, шиғырҙарҙы, бейеүҙәрҙе ойоштора, Сәхи – администратор, ә беҙ дөйөм әҙәби яҡтары өсөн яуаплы. Бабич мәҙәк һүҙгә бай. Үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да көләмәстәрен һөйләй. Сәйфи Ҡудаштан, Фатих Әмирхандан, минән һәм башҡаларҙан һайлап алып үҙенә бай репертуар туплаған. Тамашасы халыҡ уны алҡышлап, сәхнәнән сығармай тота. Исеме ишетелеү менән ҡул сабып, түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Шуныһы ҡыҙыҡ: Бабич ҡалаға яңы килгән осорҙарында репетиция барышында ҡайһы саҡ сәхнә артынан миңә “әй, Сәйфи!” тип өндәшкеләп ҡуя. Өйҙә сағында “Ғәлимйән ағай, ҡара әле!” тип тә ысҡындыра. Сәбәбен һорағас, былай тип яуап бирҙе: -- Мин Өфөлә Сәйфи Ҡудаш менән бик дуҫ инем, һин уны беләһеңме? -- Бик аҙ, Өфөлә булғаным юҡ. Быйыл көҙөн барып сығырға ниәт. -- Беҙ уның менән Мәҙрәсәи Ғалиәлә ике-өс йыл бергә уҡыныҡ. Яҡшы шағир, оҫта декламатор. Әҙәбиәт кисәләрендә бергәләп ҡатнаштыҡ. Ул миңә матди, мәғәнәүи яҡтан бик күп ярҙам иткән дуҫым, серҙәшем – шуға өйрәнеп ҡалғанмын. Һин күп яғың менән Сәйфигә оҡшаш… -- тип, уның тураһында оҙон итеп иҫтәлектәрен тирҙе лә икенсеһенә күсте: -- Ғәлимйән Ибраһимов минең әҙәбиәт уҡытыусым, мин уның шағир шәкерте. Уның менән бер фатирҙа ла 20
торҙом. Яҙған шиғырҙарымды күбеһенсә уның күҙенән үткәрҙем. Ул миңә мәҙрәсәлә генә түгел, бергә торғанда йоҡларға ятҡансы әҙәби-сәйәси лекциялар һөйләй, урыҫ шағирҙарынан төрлө шиғырҙар уҡып аңлатып бирә. Ғәрәп, төрөк шағирҙарының әҫәрҙәренән үрнәктәр күрһәтә. Мин элегерәк милләтсе инем, динсе инем. Дини-милли рухта күп кенә яҙҙым. Ғәлимйән ағай мине динһеҙ яһаны. Ул мине Өфөлә ҡалып, ундағы һул партияларҙың гәзиттәрендә яҙышырға димләне. Бына шуға күрә лә мин Ғәлимйән менән һаташҡылайым. Һиңә генә түгел, Мәхмүткә лә “Ғәлимйән ағай!” тип өндәшкеләйем… Бабичтың комик декламаторлығы Шағир Ғалиә мҙрәсәһендә уҡыған сағында уҡ төрлө әҙәбиәт кисәләрендә ҡатнашып, сәхнәләрҙә профессионал артистар менән бергә ҙур концерттар, сығыштар яһап йөрөгән. Шуға ла ул, театрал мәктәптәрҙә уҡып белемле булмаһа ла, ғәмәлдә сәхнә оҫталығын бик яҡшы үҙләштергән. Дикцияһы яҡшы, интонацияһы иркен, жестикуляцияһы көслө һәм матур, мимикаға бай. Мәҫәлән, залдағы тамашасыларға күренерлек, беленерлек итеп ҡолаҡтарын да, ирендәрен дә айырым-айырым хәрәкәтләндереү һәләтенә эйә ине. Сәхнә әһелдәре өсөн бик кәрәкле был сифаттар уның һөйләгәндәренең эстәлеге, шиғрилығы менән уңышлы ярыша. Һөйләйәсәк шиғырының исемен әйтеү менән үк ул тамашасыларын ҡулға ала, күҙҙәрен һәм күңелдәрен йәлеп итеп өлгөрә. Зал уны йотлоғоп тыңлай. Бабич кәңәштәре Ул үҙенең ошо яҡшы һөнәрен иптәштәре менән дә уртаҡлашырға һәүәҫ. Уға тиклем мин үҙем дә төрлө әҙәбиәт, концерт кисәләрендә ҡатнашып, артистар менән аралашҡан булһам да, Бабичҡа сағыштырғанда яңы өйрәнсек кенә “декламатор” инем. Уның сәхнә сығыштары тураһында миңә биргән кәңәштәрен хәтерләйем: -- Һин, Сенәкәй, яңғыҙ үҙең генә репетиция яһағаныңда ла ысынлап та ҙур сәхнәлә, меңләгән тамашасы алдында баҫҡандай тот үҙеңде! Ҡаушама! Алдан уҡ үҙеңде ҡаушамаҫҡа әҙерлә! Сәхнәгә сығыр алдынан киң һәм тәрән һулыш ал. Тиҙ генә сығып, тиҙ генә һөйләргә тырышма! Ашыҡма. Сыҡҡас тамашасыларҙы күҙең менән генә һөҙөп ҡарап, улар менән күңелеңде таныштыр. Һүҙ башын әйткәс тә, аҙыраҡ тыныш яһа. Шунан ашыҡмай һөйләй башла. Һөйләгән арала тамаҡ ҡырма. Тамаҡты алдан ҡырып төҙәтеп сыҡ. Һәр һөйләмең, һәр һүҙең генә түгел, һүҙҙәреңдең һәр бер хәрефе айырым-асыҡ ишетелһен! Алдағы буйҙарға һүҙҙәрең бышылдап һөйләһәң дә ишетелер, артта, галеркала ултырғандарға аныҡ олғашһын! Көлкө һөйләгәндә үҙең бер ваҡытта ла көлмә! Һөйләмеңдең, һүҙҙәреңдең мәғәнәһенә яраштырып тауышыңды, төҫ-ҡиәфәтеңде, ҡул хәрәкәттәреңде үҙгәрт!.. Көлкөлө шиғырҙар, хикәйәләр һөйләгәндә көлкө 21
мәғәнәле ике һөйләм йәки ике төрлө көлкөлө куплет йәнәшә килһә, береһен әйтеп, һөйләп көлдөр ҙә, тамашасыларың шул көлкөлө өҙөк өсөн көлөп туҡтауҙарын көтөп тор! Беренсеһе өсөн көлөп бөтөүгә, икенсеһен башла. Һәм көлкөнө ҡоро һүҙ менән генә түгел, ә урыны менән үҙенә, һүҙенә ярашлы ҡыланыштар, хәрәкәттәр, тауыштар менән килештереп сығарырға кәрәк. Шунда ул көлкөнөң көлкөлөгө уғата үҫә төшә. Мәҫәлән, мин үҙемдең “Ҡыҙ” тигән көлкө шиғырымды һөйләгәндә, “ҡыҙ” тигән һүҙҙе әйткән һайын, уны “ҡыҙҙҙ” тип һуҙып ебәрәм һәм был көлкөлөрәк сыға. Инде “ҡыҙҙҙ!” тип, тамашасылар араһында ултырған бер һылыу ҡыҙға бармаҡ төртөп күрһәтһәм, ул “ҡыҙ”ҙың ҡыҙығы тағы ла көсәйеп, бөтөн залды шарҡылдата… Бабичтың был кәңәштәрен тыңлағанда мин уны, был Мәскәүҙә йәки Петроградта берәй театраль мәктәптә уҡып сыҡҡан, тип уйлап, шундай һорау ҡатырға уйлап ҡына ултыра инем, үҙе аңлатып бирҙе: -- Мин дә башта һинең кеүегерәк һүлпән, ҡыҙыҡһыҙыраҡ тирә инем борсаҡты. Бара-бара шымарҙым. Дөрөҫөн әйткәндә, күберәген Өфөлә саҡта артистарҙан өйрәндем… Күберәген Мохтар Мутин ярҙам итте. Ул бик күркәм декламатор ине. Уның театрҙа уйнауҙарын ярата инем. Көслө, асыҡ һәм ысын йөрәктән яңғыратыуҙарына һоҡландым. Казанский ҙа фәһемле. Ул да миңә күп нәмәләр өйрәтте. Бер ваҡыт концерт кисәһендә Мохтар Мутин менән ярыштыҡ. Аллы-артлы сығып һөйләйбеҙ. Ул да көлдөрә, мин дә көлдөрәм. Әллә унар тапҡыр сығып һөйләнек – халыҡ саҡыра ла саҡыра… -- Ҡайһығыҙ еңде, өҫтөн сыҡты? – тип һорауыма Бабич: -- Мохтар Мутин, әлбиттә, артист – артист инде. Артислығы ла көслө, күп тәжрибәле, сәхнә өсөн яралмыш. Репертуары бик бай, уны еңеп буламы ни? – тине. “Өфөнөң иң сибәр егете” Элекке заманда Яурупа, Америка шәһәрҙәрендә буржуазияның матурлыҡ ярыштары була ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан йәки егеттәрҙән иң матур затты билгеләр өсөн гәзиттәрҙә иғлан итеп, матурҙарҙы бер ҙур театр-концерт сәхнәһенә сығарып теҙеп ҡуйып, йөрөтөп әйләндереп күреп тауышҡа ҡуялар. Беренсе, икенсе, өсөнсө дәрәжәләге матурҙарға приз бирелә. Октябрь революцияһына тиклем ундай бәйгеләр беҙҙең иҫке Рәсәйҙә лә булғыланы. Бабичтың сәхнә эшсәнлеге сәсәкләнгән ваҡыттарында Өфөлә лә шундай матурлыҡ кисәһе үткәрелә. “Ҡыҙҙарҙан иң матуры кем? Егеттәрҙән иң матуры кем?” тигән һорау ҡуйылып, түбәтәйҙәргә талон йыялар. Башта егеттәрҙән дә, ҡыҙҙарҙан да иң матур тип танылырға тейелеләрҙән иң күп талон йыйған дүрттәүһе исемләнә. Икәү ҡыҙҙарҙан, икәү егеттәрҙән. Егеттәрҙең береһенә Өфө байҙарынан Хәкимов малайы, икенсеһенә Бабич күрһәтелә. Өфөнөң бай, сауҙагәр, мулла балалары барыһы ла Хәкимов малайының матурлығына тауыш бирәләр. 22
Ул ысынлап та тышҡы ҡиәфәте менән ҡаланың иң матур егеттәренең береһе була. Ғалиә, Ғосманиә шәкерттәре, Дарылмөғәллимәт студенттары, һалдаттар Бабичҡа тауыш бирә. Бабичтың алған тауышы Хәкимов малайыныҡына ҡарағанда ике тапҡыр күп сыға. Бабич Өфөнөң иң матур егете танылып приз ала. Бабичтың буй-һын зифалығы ла, сибәрлеге лә уртаса ине. Әгәр ул шағирлыҡ өҫтөнә оҫта декламатор, әҙәби абруйлы егет булмаһа, ул кисәлә, моғайын уңыш ҡаҙанмаҫ ине. Был матурлыҡ ярышы тураһында Сәйфи Ҡудаш иҫтәлегендә бик ентекле яҙылған. Шуға күрә мин уны ҡыҫҡаса ғына, Бабич үҙе һөйләгәнсәрәк килтерҙем. Бабич үҙенең “тышҡы матурлығын” һөйләгәндә баяғы бәйгегә бәйле тағы бер көлкөлөк тыуҙы: -- Ҡайһы ваҡытта үҙемдең бик матур булмауыма эсем боша. Кескәй сағымда мине ауыл малайҙары “ҡарпыш ҡолаҡ” тип үртәй торғайны, шуға хурланып илап ҡайтҡан саҡтарым булғыланы. Йәмһеҙ иткәне-иткән, исмаһам, ҡолаҡтарымды килештерһәсе Хоҙай!... Беҙ уға ҡаршы торҙоҡ: -- Һине кем йәмһеҙ тип әйтә? Һин бер ҙә йәмһеҙ түгел, бары уртаса ғына. Әлегәсә Ырымбурҙа һине йәмһеҙ тигәнде осратҡаныбыҙ юҡ. Аҡылың, эшең, кешелегең матур булһа, ысын матурлыҡ шунда инде! Үткәндәге бер һүҙен ҡабатланы: -- Их! Бына тәбиғәтме, Алламы әҙәм балаһының бөтә ағзаларын бороп алмалы ҡылһасы! Матурҙарға ришүәт биреп, йәки йоҡлағандарында сәлдереп, алмаштырырға булыр ине! -- Улай боролоп алына торған булһа, һинең матурлығыңа тауыш биргән Өфө ҡыҙҙары йоҡлағаныңда бороп алып китерҙәр ҙә баяғы Хәкимов малайына ҡуйырҙар ине! – тип әйтеп тә бөтөрмәнем, карауатта тәгәрләп ятып көлгәне килеш: -- Әй Сенәкәй, ҡыҙыҡ итеп осланың! Әйҙә, шуны ике кешелек кескенә бер күренеш итеп яҙайыҡ та әҙәбиәт кисәһендә һөйләйек! -- Ҡуй! Икебеҙҙе лә Ырымбурҙан селек һепертке менән һепереп ҡыуырҙар! Бабичтың шағирҙар менән танышыуҙары Һәр бер әҙиптә, ул ниндәй генә булмаһын, үҙенән башҡа ҡарт һәм йәш яҙыусылар менән танышыу теләге булмай ҡалмай. Бындай сифат Бабичта көслөрәк ине. Ул үҙенең Ырымбурғаса шағирәнә ғүмерендә кемдәр, ҡайһа әҙиптәр менән ҡасан, нисек танышҡанлығын, улар менән булған дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен, яйы сыҡҡан һайын, беҙгә еткерер ине. Шулар араһында күңелендә яҡты эҙ ҡалдырғаны – Нәҡи Исәнбәт менән танышыуы. Ул саҡтарҙа Нәҡи Исәнбәт мәҙрәсәлә үҙе өсөн генә шиғыр яҙғылаған йәки матбуғатта яңы ғына күренә башлаған йәш ҡәләмдәш булғандыр. -- Өфөлә Сабир хәҙрәт мәҙрәсәһендә шиғыр яҙыусы бер малай барлығын ишеткәс, уны күрәһем килеп, әллә нисә тапҡыр барҙым. Йә өйҙә булмай, йә 23
минән ҡасып ҡала. Ахыры бер заман эҙенә баҫтым бит, әй. Ап-аҡ йөҙлө, ҡап-ҡара күҙле, ҡып-ҡыҙыл иренле, шоморт-ҡара бөҙрә сәсле, ҡыйғас ҡашлы – ҡыҫҡаһы, ҡойоп ҡуйған килеш-килбәтле кескенә, йәш кенә бер малай нәҡ Пушкин, тап шағир булып тыуған. Ә шиғырҙары үҙенән дә матур. Шуларын уҡып күргәс, уның үҙе яҙғанына ышанмай торҙом. Ҡуй, энем, берәй китаптан йәки журналдан күсереп алғанһыңдыр, тинем. Иптәштәре, хәлфәһе аңлатып биргәс кенә ышандым. Исем-фамилияһы ла үҙенә килешеп кенә тора. Нәҡи Иҫәнбәт, Нәҡи Иҫәнбәт тиеп уйлап-иҫәпләп киттем мин уны, “ысын шағир” тип мисәтләп… Ырымбур хәтирәләрен дә иҫләне. Дәрдемәнд менән танышлығы -- Дрдемәндте бик һөйөп, яратып уҡый инем. Ҡайһы бер шиғырҙарын күңелдән ятлап йөрөтәм. Ул, Ғәлимйән ағай әйтмешләй, үҙенсәлекле моң, музыка менән уйнап, йырлап,, көйләп яҙа кеүек. Мин уны бер ҡарт мулла тип күҙ алдыма килтерә инем, яңылыш булып сыҡты. Ә Ырымбурҙа миңә уны “үҙен бик юғары, эре тотоусы кеше” тип һөйләгәйнеләр. Һис улай күренмәне. Беҙҙе бик асыҡ сырай, һый-хөрмәт менән ҡаршыланы, хәлдәребеҙҙе һорашты, үҙенекен дә аңлатты: ҡартайыуын, һауһыҙланыуын белдерҙе. Шиғырҙарымды уҡып барған икән: “Ҡәләмең йор, ҙур өмөтлө. Яурупа шағирҙарын, Шәреҡ шағирҙарын күберәк уҡы, улар һинең ҡәләмеңә тағы ла көслөрәк шиғриәтле тәьҫир итер” тип матур кәңәштәр бирҙе. Ғәрәп, төрөк, фарсы, урыҫ шағирҙарының ҡайһы бер ҡыҫҡа шиғырҙарын уҡып ишеттереп, мәғәнәләрен һөйләп төшөндөрҙө. Кабинеты китап шкафтары менән тулған. Күбеһе матур әҙәбиәт. Минең менән һөйләшкәндә өҫтәлдәге блокнотына нимәләрҙер билдәләп, яҙғылап ултырҙы. -- “Шиғырҙы ашыҡмай яҙырға кәрәк. Яҡшы уйлап, күңелгә ятышлы, яғымлы итеп яҙырға тырыш! Матбуғатҡа сығарырға ҡабаланма! Яҙғандан һуң үҙең төрлө ваҡыттарҙа ҡат-ҡат уҡып ҡара, иптәштәреңә уҡып ишеттер. Уларҙың тәнҡиттәрен, кәңәштәрен тыңла. Шунан һуң ул шиғырыңды яңынан ҡарап, төҙәтеп, аҡҡа күсер. Тағы тикшер! Шунан һуң ғына матбуғатҡа оҙат… Бына мин үҙем ошо шиғырымды яҙғандан һуң йыл буйы өйҙә тотоп, ҡат-ҡат төҙәтеп, 12 юлын 12 ай яҙғандай әҙерләп баҫтырҙым”, -- тип бер шиғырын уҡып күрһәтте ( был шиғырҙы Бабич ҡуйын дәфтәренә күсереп алғайны, исеме иҫемдә ҡалмаған. – Автор). Миңә һуңғы һүҙе итеп: “күберәк яҙырға тырышма, күберәк уҡырға тырыш!” тине. Ә беҙ, малай, шиғырҙы урамда барғанда ғына иҫкә төшөрәбеҙ ҙә, тиҙ генә яҙабыҙ ҙа, ҡараһы кипмәҫе элек үк гәзит-журналдарҙа баҫтыртырға ашығабыҙ. Шулайғас, ниңә сейле-бешеле сыҡмаһын?! Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек 24
Октябрь революцияһынаса йәшәп килгән бик аҙ һанлы иҫке, яңы татар мәҙрәсәләрендә күбеһенсә бай, мулла, кулак, түрә балалары уҡыны. Эшсеерекмән, хеҙмәтсән ҡатлам уларға һирәк эләгә, һирәктәре лә оҙаҡ уҡый алмай. Ул мәҙрәсәләрҙә, минең белеүемсә, Ырымбурҙағы Хөсәиниәнән башҡаларында стипендия юҡ, уныһы ла бик һанаулы йәндәргә генә тәтей. Урта һәм юғары урыҫ уҡыу йорттарына кереү татар һәм башҡорт балаларына бик ҡыйын. Сөнки урыҫ телен уҡыу, өйрәнеү мосолманға харам һаналғанлыҡтан, башҡорт һәм татар балалары йәштән уны өйрәнә алманылар. Урыҫ телен бик ҡыйынлыҡ менән үҙләштергәндәргә лә урыҫ мәктәптәренә кереү өсөн әллә нисә төрлө кәртәләр үтергә тура килә. Шуның өсөн татар урта, юғары мәҙрәсәләрендә уҡыусылар һаны, татар һәм башҡорт халыҡтарының һанына сағыштырғанда, йөҙ меңенә берәү генә тура килгәндер. Бай ҡатлам балалары атаәсәләре яғынан матди ярҙам, ә ҡайһы барҙәре стипендия менән тәьмин ителһәләр ҙә, ябай ҡатламдан сыҡҡан аҙсылығы уҡыуын дауам иттереү өсөн үҙҙәре аҡса табырға мәжбүр ине. Ырымбур, Өфө, Ҡазан, Троицк, Ҡашҡар, Түнтәр, Ҡарғалы мәҙрәсәләрендәге эшсе, ерекмән, хеҙмәткәр балалары ул саҡтарҙа хәҙерге ун ай уҡыу урынына ни бары 5-6 ай ғына уҡып, киләһе йыл тағы 5-6 ай уҡыуын тәьмин итер өсөн апрель башынан уҡ эш эҙләп төрлө тарафтарға тарала. Ҡайһы берҙәре йәй буйы йәрминкәләргә йөрөп сауҙагәрҙәргә приказчик малай, ҡарауыл булып яллана, икенселәре Урта Азияға китеп еләк-емеш баҡсаларында тир түгә. Бәғзеләре яңы һалына башлаған тимер юлдарында тачка менән таш-тупраҡ ташый. Ә иң күпселеге ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ араһында далала, Урта Азияның үзбәк, төрөкмән, тажик, ҡарағалпаҡ яҡтары шәһәрҙәрендә һәм ауылдарында йәй буйы балалар уҡытып, ҡырмыҫҡалай ҡыбырлай-ҡыбырлай ҡышҡылыҡ сарыф туплай ине. Бындай йәйге уҡытыусыларҙың күбеһе айлыҡ эш хаҡы алмай, уларҙың әжере күбеһенсә зәкат, ғөшөр, фытырҙарҙан, балаларҙың аҙна көндәрендә “хәлфәгә, дәмелләгә” тип килтергән берәр, икешәр тиндәренән йыйыла. 6-7 ай буйына тупланған табыш ни бары 25-30 һум тәшкил итеп, бик һирәктәре генә 6070-80 һум алып ҡайталар. Тимер юлдарҙа, йәрминкәләрҙә, емеш-еләк баҡсаларында эшләүселәр ҙә 60-70 һум, бик һирәктәре 6-7 айға 100 һум йыйнайҙар. Шул аҡсаға ҡыш буйы ашау-эсеү, кейем-һалым сарыфтарына ла, мәҙрәсә өсөн дә өлөш сығарырға кәрәк. Шәйхзада Бабич та шундай ауыр уҡыу йылдарында башланғыс белемен үҙенең тыуған ауылында үҙ атаһынан алғандан һуң, Өфөләге Ғалиә мәҙрәсәһендә “Ғали белем” алып сыға. Ул үҙенең уҡыу йәшендәге күрмештәрен дә хикәйәләне беҙгә: Уҡыу – белем туҡыу осором -- Мин бер ярлы ауылдың ярлы муллаһының балаһы. Атай мине лә, ағайымды ла мулла итергә тырышып уҡыта башланы. Белемгә һәүәҫем ҙур ине. Атай биргән китаптарҙы бер-бер артлы уҡып сыҡтым. Күбеһе ғәрәпсә. “Фазаилешеһүр”, “Баҡырған” кеүек ярым-татарсаларын да уҡыным. “Мөхәммәдиә”, “Йософ китабы” кеүек көйлө китаптарҙың береһен ҡалдырмай 25
көйләнем. Ауылда уҡығанда ул тиклем ҡыйынлыҡ һиҙелмәне, Мәҙрәсәи Ғалиәлә уҡыу ауырға килде. Атайым миңә күп ярҙам итә алманы. Беренсе йылдарҙа өйҙән ашарға икмәк, бауырһаҡ, май, ҡорот, бешкән ит, ҡайһы саҡ бешкән тауыҡ, өйрәктәр килгеләп торҙо, һирәк-мирәк 5-10 һум аҡса ла тамғылай ине. Һуңғы йылдарҙа атай ҡартайҙы, балалары ишәйҙе, үҙҙәренә тормош ауырайҙы. Миңә уҡыуҙы ташларға ла ауылға ҡайтып һуҡалай башларғамы, йәки берәй яҡҡа олағырғамы, тигән уйҙар төштө. Ахыры берҙән-бер ҡулымдан килгән эшем шул булды: йәйҙәрен ҡаҙаҡ араһына сығып, мулдәкәлек итеп, бераҙ аҡса йыйнап ҡайтып ҡышын уҡыу. Ундай аҡсалар ҙа инде, Сенәкәй, көлдән борсаҡ сүпләгәндәй, тиндәрҙән генә туплана. Уҡытыусыны ҡайһы бер ерҙә бала башына айына бер һум, ике һум бирергә итеп алһалар ҙа, күп урында улай һөйләшмәйҙәр – хәйер-садаҡа, ғөшөр-фытыр хисабына яллайҙар, һыуҙағы балыҡҡа, һауалағы кейеккә ышанып һунарға сыҡҡан аусылай булаһың. Балалар аҙна һайын берәр, икешәр тин хәйер алып килә, дүрт аҙнаға бер һум самаһы йыйыла. Байҙар иһә закаттан тип ҡорсаңғы ҡуҙы (ҡуй бәрәсе) бирһә, уны бер һумға һатаһың. Ҡорбан байрамында дүрт-биш ҡорбан тиреһе эләгә, уларын алтмышар тингә бирәһең; ураҙа байрамында уҡытҡан балаларының фытырҙарын килтерәләр. Көҙ көнө 20-30 бот ғөшөр тарыһы төшә… Берәренә ашҡа, туйға барһам, Ҡөрьән уҡыһам, 5-10 тин, һирәкләп 20 тин алып ҡайтам. Тарыларының ботон 15-20 тиндән һатам. Ана шулар менән байып, көҙгә тиклем 30-40 һум ҡоршала. Шуның менән ҡыш буйы торорға ла, кейенергә лә, мәҙрәсәгә түләргә лә кәрәк була – етһә лә, етмәһә лә еткерәһең… Дүрт бәрәңге -- Мин, Сенәкәй, һиңә шул ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ араһында уҡытҡан саҡтағы бер аяныслы күренеште һөйләйем, ул бер ҙә сыҡмай күңелемдән. Тәүҙә артҡараҡ, бала сағыма ҡайтайыҡ. Атайым уҡытҡан беҙҙең ауыл мәҙрәсәһендә лә, тирә-яҡ мәҙрәсәләрҙә лә йома көндө хәлфәләргә балалар берәр, икешәр, өсәр тин хәйер килтерә -- хәлфәләрҙең эш хаҡы ана шул тиндәр. Билдәле, ауылда байҙар ҙа, ярлылар ҙа, пристань эшселәре лә бар. Ҡайһы бер фәҡирҙәрҙең балалары, хәйергә аҡса булмағас, йәки ата-әсәләре бирмәгәс, бер-ке баш һуған, сынаяҡ тәрилкәһе менән он, кескәй туҫтаҡ менән һөт-ҡатыҡ килтерә ине. Атай шуларҙың барыһын да доға ҡылып ала ла, бер-берәй йәтим ҡарсыҡҡа йәки фәҡир бабайға ебәртә ине. Мин, йәки һеңлем алып барып тапшыра… Ҡаҙаҡ араһында ла шундай ярлыларҙың балалары миңә, уҡытҡан өсөн хәйер итеп, төрлө нәмәләр килтерә -- һөт, ҡатыҡ, кескәй һауыт менән һөҙмә, сынаяҡ тәрилкәһе менән он… Яҡын станциянан, күрше ауылдан йөрөп эшсе балалары ла уҡыштыра. Бер көндө бер тимер юлсының 9-10 йәшлек ҡыҙы дүрт бәрәңге күтәреп килгән. Ишектән ҡыйыр-ҡыймаҫ, әкрен генә атлап инде лә йөҙө ҡып-ҡыҙыл булып, ҡулдары ҡалтыраны, өс бәрәңгеһе төшөп китеп, үкһеп илап ебәрҙе бисараҡай. Урынымдан тороп барып ҡулынан етәкләп, елкәһенән һөйөп: “илама, иркәм, 26
илама, ҡыҙым” тип алғараҡ килтереп ултырттым да, “ниңә һыҡтайһың, әллә юлда берәй малай туҡманымы, йығылдыңмы, әнейеңдән эләктеме?” тинем. “Юҡ, берәү ҙә тумаманы -- әнейем аҡса бирмәне. Бер тине лә юҡ, бәрәңге генә тотторҙо, мин ҡарышҡас, асыуланды” тине. “Ниңә шуның өсөн күҙйәш түгергә? Бик яҡшы, әнейең бик белеп биргән – мин бәрәңге яратам. Рәхмәт!” тип, дүрт бәрәңгегә дүртләтә доға ҡылдым. Ҡыҙыйҙы ҡыҙғанып үҙем дә илап ебәрә яҙҙым, күҙемә йәштәр тулды, тик балаларға сер бирмәҫ өсөн генә тыйылдым. Ҙур-ҙур дүрт бәрәңге ине, һәр береһе үҙенең башы тиклем. Ҡаҙаҡтар ул саҡта бәрәңге ултыртмай, ашамайҙар ҙа ине. Шуға күрә был ризыҡты танһыҡлағайным. Дүртеһен дүрт көн дүрт мәртәбә бешереп, аҡ майҙа йөҙҙөрөп, тигәндәй, рәхәтләнеп ашаным. Мин ул ҡыҙҙың бәрәңге килтереүенең икенсе көнөндә үк өйҙәрен эҙләп киттем. Элек күмер келәте булған өшәләктә торалар, һыңар ғына тәҙрәле. Әнейе урта йәштәрҙә, Хәтирә исемле, дүрт бала инәһе. Дүрт бәрәңгене дүрт балаһынан хәйер итеп ебәргәндер, күрәһең, тип уйланым. Стрелочник ире 2-3 йыл элек поезға тапалып үлгән. Үҙе хәҙер юл таҙартыусы икән. Балаларының иң ҙуры – ошо бәрәңгә килтергән ҡыҙ – Нәсимә исемле ине. Мин ул ҡыҙҙың әнейенә бер шиғыр яҙып та ҡалдырҙым: Апай, миңә ебәргәнһең дүрт бәрәңге, Бына бөгөн килеп күрҙем дүрт балаңды. Һинең бындай ауыр, ҡыйын тормоштарың Ҡыҙғандыртып илаталыр күп әҙәмде… -тип башлана ине, ҡалғаны иҫемдә юҡ. Хәйер, көндәлегемә теркәлгән. Ҡаҙаҡ араһында уҡытҡанда аҡындарын, үләңселәрен бик яратып тыңланым. Күңелдән йыр сығарып (импровизация), думбра сиртеп йырлайҙар. Байҙарын, байрам-туйҙарын данлайҙар. Ҡара-ҡаршы әйтешеп, яманлашалар, йәки маҡташалар. Шуларҙан үрнәк алып, аҙыраҡ ҡаҙаҡса йырларға, думбра думбырлатырға ла өйрәндем, мандолинала уйнап йырлауымды ла шулар өлгөһөндә камиллаштырҙым. Ҡаҙаҡтың бер туйында кейәү менән ҡыҙ алдында мандолина сиртеп ярымүҙебеҙсә, ярым-ҡаҙаҡса кейәү менән ҡыҙҙы маҡтап йырланым – шуны бик яраттылар. Ҡыҙҙың ата-инәһе килеп мине елкәмдән һөйҙө, ҡыҙҙың ағаһы түңәрәк майҙанда кейеҙ бүрек йөрөтөп, байтаҡ аҡса йыйнап, алмаҫҡа теләһәм дә, көсләп тигәндәй, тапшырҙы, 20 һумлап бар ине. 10 тәңкәһен Нәсимәнең әнейенә биргәс, ул балалары менән илашып рәхмәт әйтте. Шул аҡсаға һөтлө кәзә һәм әллә нисә тауыҡ һатып алып, тормоштарын бер килке яҡшырттылар… -- “Дүрт бәрәңге” хикәйәтен Бабич шулай осланы. Бынан шул аңлашыла: шағир башҡорт, татар, ғәрәп, төрөк әҙәбиәтенән башҡа ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ халыҡ әҙәбиәте менән дә бик яҡшы таныш булып, уларҙан күп кенә йән аҙыҡтары алған. Ул Аҡмулла менән Абай шиғырҙарының күбеһен яттан белә ине. Ҡаҙаҡса баҫма әҙәбиәтте лә күп уҡыған. Төрөк, ғәрәптекен иһә 27
бала сағынан уҡ уҡый килгән. Тик урыҫ әҙәбиәте менән танышлығы самалы, сөнки уның урыҫ теле бик зәғиф ине. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ауыҙ-тел ижадының тәьҫире Бабичта нығыраҡ һиҙелә. Миҫал өсөн уның “Истиҡлал” шиғырын күрһәтергә мөмкин – ул ҡаҙаҡ аҡындары ҡуллана торған үлсәү менән яҙылған, унан “ҡаҙаҡ еҫе” аңҡып тора. Бынан башҡа ла көндәлек һәм ҡуйын дәфтәрҙәрендә шул формала яҙылған шиғырҙар күп ине. Бабич “министр” “Ҡармаҡ”та ул оҙаҡ эшләй алманы. Бер көндө киске сәғәт 8-9-ҙар тирәһендә, буғай, иртәрәк ятырға әҙерләнеп кенә торғанда, тыштан Бабич: -- Сенәкәй, Сенәкәй! Ас! – тип ҡысҡыра. Келәне ысҡындырҙыҡ. Башын юғары күтәреп, күкрәген киреп, ҡулдарын түрәләрсә кеҫәләренә тығып, оҙон аяҡтары менән эре генә баҫып, бик етди кеше кеүек: -- Бабич министр! Министр Бабич! – тип беренсе һөйләмендә “министр” һүҙенә, икенсеһендә “Бабич”ҡа баҫым яһап һөйләнә-һөйләнә килеп керҙе. Беҙ: “Был инде тағы бер ҡыҙыҡ уйлап тапҡан икән…” тип уйлап, былай ҡыҙыҡ ҡыланыуының сәбәбен аңлатыуын көтөп, ҡарашып алдыҡ. -- Бәй, ниңә былай һүлпән ҡаршыланығыҙ? Урындарығыҙҙан ырғып тороп сәләмләргә кәрәк. Мин инде ябай кешелегемдән сыҡтым. Мин Башҡортостан хөкүмәтенең мәғариф министры. Мине үҙемдән башҡа уҡ министрлыҡҡа һайлағандар. Министр булып алдыммы, эш беште тип белегеҙ! Сенәкәйҙе үҙемдең шиғыр министры, Вәлиҙе театр министры итеп ҡуям! – тип көлдөрҙө. Уның ошо һүҙҙәренән, бигерәген артисланып министрҙарса ҡыланыуынан көлдөк, был хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанманыҡ – беҙҙе көлдөрөү өсөн генә уйлап сығарған кәмите, тинек. Шуны яҡшы тойоп, ҡыланыуын ҡалдыра етди төҫ алып, етди тон менән үҙенең ысынлап та Башҡорт хөкүмәтенең ағзаһы булғанын аңлатты. Бабич министр булмаһа ла министр дәрәжәһендә -- Башҡорт милли шураһының яуаплы сәркәтибе булып, күбеһенсә хөкүмәт даирәһендә мәғариф министры урынбаҫары кеүек, белем биреү-ағартыу эштәрен башҡарҙы. Милли шурала мәғариф эштәренең башына сәйәси һәм әҙәби иң наҙан инсан Фатих Дәүләтшин тигән бер мулла билгеләнгәйне, был йәһәттән бер тинлек тә эш күрһәтә алманы. Бабич йәштәрҙең үҙе етәкләгән “Тулҡын” йәмәғәт ойошмаһы эштәренән башҡа шул йүнәлештә лә ҙур тырышлыҡ күрһәтте: һәр төрлө инструкциялар, бойороҡтарҙың барыһын да ул яҙып бирә ине. Башҡорт милли шураһы Ырымбурҙа “Башҡорт” гәзитен сығара. Бабич мине шунда корректорлыҡҡа саҡырҙы. Был баҫманың бөтөн техник яҡтарын Бабич менән икебеҙ күҙәтеп, эшләп сығара инек.Шул 1917 йылдың декабрендә Бабичтың башланғысында Башҡортостан йәштәре өсөн баяғы “Тулҡын” ойошмаһы төҙөлдө. Бабичтың тәүге шиғырҙар йыйынтығы шул “Тулҡын” нәшриәтендә донъя күрҙе. 28
“Тулҡын” ойошмаһы тураһында Бабич ҡәләме менән яҙылып, “Башҡорт” гәзитендә баҫылып сыҡҡан декларация йәки өндәү хаты ижтимағи-сәйәси тормошобыҙҙа ҙур әһәмиәт ҡаҙанды, бына ул: “Дулҡын” оешмасы (мөһим иғлан) 1917 ел 18 декабрда, 3-нче Башҡортостан Ҡорылтаена һәр тарафтан килгән яшь фикерле вәкилләр һәм Башҡорт Мәркәз Шурасында эшләүче яшьләр һәм бәғзе яшь мөғәллимләр үз-ара жыйналышып бик мөһим, бик матур бер маҡсатҡа бисмилла әйтеп нигез ташы салып киттеләр. Улдыр кем: “Башҡортостан яшьләре берлеге”. Соңғы жыелышта ҡушылған исеме белән әйтсәк: “Дулҡын” оешмасы. “Дулҡын” оешмасының күзәтә торған маҡсады, әлбәттә, һәрбер аңлы яшьләргә мәғлүм. Чөнки ул маҡсадлар ихтыярсыз һәр яшь кешенең күңелендә дулҡынлана. “Дулҡын” оешмасы көчләнеп чыҡҡан бер нәрсә булмаенча, яшьләрнең күңел дулҡыныннан хасил булған табиғый бер оешмадыр. “Дулҡын”ның алға алған маҡсадлары филжөмлә шуннан ғыйбарәт: Башҡортостанға яшь фикер, матур аң тарату, һәр төрлө ҡара фикер вә хөрриәт микрублары, ҡара көчләр белән көрәшү, таралған яшьләрне оештыру, милли тел, милли әдәбиятның һәм аның хадимләренә мөхәббәт иттерү, күмелгән хазиналарын аҡтарыб чығару, Башҡортостан халыҡ әдәбиятын жыю, ҡаләм әдәбиәтенең һәр төрен күбәйтергә тырышу, оешма исеменнән әдәби журнал вә газеталар нәшер итү, Башҡортостанның жыр, көй һәм музыкасын тәрәҡҡый иттерү, һәр жирдә милли кичәләр ясау өчен һәвәскәр труппалар вөжүдкә китерү, һәр төрле әдәби юллар белән яшьләр йөрәгенә рух, ямь бирү, үлгән, тупасланған, туңған хаятны жанландыру, нәфисләү, бизәкләү, яшь талантларға, әдәби көчләргә юл күрсәтү, ярдәм итү, бу көнгә ҡадәр ҡара көчләр тәсәллыты1 астында ҡараңғы тормышта изелгән ханым вә туташларыбызны ағарту, аларның яҡты, азат яшәүләренә тырышу. Ҡысҡасы, Башҡортостан яшьләренең йөрәк вә рухларын тәрбия һәм Башҡортостанда тел-әдәбиятҡа вә сәнаиғ нәфисәгә хезмәттер. Икенче тәғбир белән: Тигәнәк, әрекмән, аҡсырғаҡлар, шайтан таяғы, эт эчәгесеннән вә маәшбәһәләрдән2 ғыйбарәт баҡчабызны әрчеп гөлләндерү, чәчәкләндерү, һәр төрле хашаратлар вә уҡралардан тазартып былбыл вә күбәләкләргә зәмин хәзерләүдер. Менә шундый бөек, матур маҡсадларға терәтеп төзелгән бу оешманың барлыҡ истиҡбалы, барлыҡ өмиде, әлбәттә, яшьләрдә генә. Шуңа күрә оешманы хәзердән һич ҡаҡшамый торған нигезгә утыртыу өчен дулҡынны бөтен Башҡортостанға жәйеп, яшьләрне дулҡынландыру өчен 1 2 Тәсаллыт –тәьҫире, йоғонтоһо. Маәшбәһә -- шуның кеүек. 29
озаҡламастан, Уфа яки Оренбургта ғаят тантаналы съезды ясау лазым3 дип ҡарар бирелде. Хәзер төзелгән “Дулҡын” оешмасы баш оешма саналып, һәр авыл, һәр шәһәрдә шөғбәләре4 ачылырға тиештер. Шөғбәләр дә шулай уҡ “Дулҡын” дип аталыр. Илдәге дулҡынлар һәр нәрсәдән бигерәк ҡара көч, ҡара груһ5 фирҡаләр белән көрәшүне, әдәбият вә сәнаеғ нәфисәнең ансат вә тиз һазым6 ителүенең чараларына керешүне иң беренче хезмәт вә маҡсад итеп тотарға тиешләр. Хәзергә “Дулҡын” оешмасының башҡарма һәйәтенә сайланған кешеләр барлығы 9 кешедер. Устав вә төзү өчен махсус комиссия төзелде. Оешмаға ағза итеп язылу хаҡы елына алты сомдыр. Ошбуның белән иғлан ҡыламыз: моңа ҡадәр илләрдә төзелгән яшьләр оешмалары бүгеннән иғтибарән үзләрен “Дулҡын” шөғбәсе дип хисаплап, хәбәрләшә башласыннар, бүгеннән башлап ағзалар жыю чарасына керешсеннәр. Килегез, яшьләр! Килегез! Әдәбиять, сәнаеғ нәфисә сөючеләр! Донъяда милләтнең үз әдәбият вә сәнаеғ нәфисәсеннән дә мөҡаддәс нәрсә юҡлығын белсәгез, “Дулҡын” оешмасына бағланығыз! Ишетегез! “Дулҡын” нинди мөхәббәтле, нинди сөекле исем! Яшьләр йөрәгенә нинди мөнасип7, нинди муафыйҡ8 исем! Яшәсен “Дулҡын” оешмасы! Яшәтегез “Дулҡын”ны! Һәм дулҡынландырығыз Башҡорт донъясын! Сөендерегез әдәбият, шиғыр һәм моңлар фәрештәсен! Утырышның Баҡшарма ағзалары: Ш. Бабич, Хәбибулла Ғәбитов, Нуриәғзам Таһиров, Ғәйнулла Ғирфанов, Ғабдулла Дәүләт, Фәтхи Әхмәдуллин, Вәлирәхман Ғәбитов, Сәхи Рәхмәти. Оешманың идарәсе хәзерге Караван Сараенда, Башҡорт Мәркәз Шурасы хозурында. Хәбәрләшү өчен адрес: г. Оренбург, Башкирский Областной Совет, для об.-ва “Тулкун”. Каруанһарай һәм Бабич Шәйхзада Бабичтың милли һәм революцион әҙәбиәт тарихы Каруанһарай менән тығыҙ бәйләнгән. 1917-19 йылдарҙа төрлө исемдәрҙәге башҡорт гәзиттәре, баяғы “Тулҡын” декларацияһы, шулай уҡ Бабичтың беренсе шиғырҙар Лазым – тейешле. Шөғбә -- бүлек. 5 Груһ – төркөм, группа. 6 Һазым – һеңдереү. 7 Мөнасип – тиңдәш. 8 Муафыйҡ – килешле, ярашлы. 3 4 30
йыйынтығы “Йәш Башҡортостан” шундағы типографияла баҫылып таралғандар, “Тулҡын” ойошмаһы үҙе лә Каруанһарайҙа төҙөлгән. Шағирға әйткеләй инем: -- Һинең баш, әй, Каруанһарайҙан сыҡмай. Ҡайҙа киттең, тиһәм, Каруанһарайға, тиһең. Ҡайҙан киләһең, тиһәм, шул уҡ Каруанһарайҙан… Үҙеңде “Каруанһарай” тип, Каруанһарайҙа “Бабич” тип ҡушырҙай булам, -- тигәс, көлөп: -- Каруанһарайҙы “Бабичһарай” тип кенә атарға кәрәк. Хәҙер үк барып Милли шуранан шундай ҡарар сығартайым әле! – тип, шуның өсөн генә ҡуҙғалғандай, һыныбыҙҙы ҡатырып, башына кейә-кейә, олаҡты. Икенсе килгәнендә: -- Ҡарар сығарттырҙыңмы, әй, -- тигәс: -- Ә кәкже, “Бабич үлгәс Каруанһарайҙы “Бабичһарай” тип йөрөтөргә фарман яҙҙыртып, манараның айына мендереп элеп килдем, -- тип мәҙәкләне. Бабич төрмәлә 1918 йылдың 4 февралендә большевиктарҙың Ырымбур Реввоенсоветы ҡарары менән Башҡорт милли шураһы башлыҡтарының ҡулға алыныуы беленгәс, Бабич аптырашта ҡалды. Кемдәргә ҡушылырға, нишләргә, ҡайҙа китергә?.. Шулай ҙа Милли шураның ҡулға алынмай ҡалған әһелдәренең йоғонтоһо көслө ине. Шулар менән берләшеп, төрмәләгеләрҙе ҡотҡарыу тураһында яҙғылап, һөйләнгеләп йөрөнө. Бер айҙан һуң үҙе лә тотҡонға эләкте… Бабичтың төрмәнән ҡасыуы Шул йылдың 4 апрелендә төндә Дутов бандалары Ырымбурға кинәттән һөжүм итеп, ҡыҙылдарҙың ҡайһы бер комиссарҙарын, уларҙың бала-сағаларын һәм башҡа күп кенә кешеләрҙе йыртҡыстарса һуйып сығалар ҙа төрмәләге барлыҡ кеше талаусы уғрыларҙы, хулигандарҙы, Дутов ялсыларын, шулар ҡушаһында үҙенең эйәрсендәре менән Зәки Вәлидиҙы ҡасыралар. Бер ыңғайы Бабич та ҡотҡарыла. Был ваҡытта мин Бабич торған фатирҙа йәшәй инем. Төнгө сәғәт өстәрҙә арып йонсоған, тирләгән, ҡалтыранған хәлдә Бабичым пәйҙә булды: -- Сенәкәй, мин тегенән шылдым. Бында боҫһам, артымдан килеп етерҙәр. Нишләргә? Йәшер мине! Бөтөнләй ҡаушап ҡалдым. Төндә урамға сығырға ла, йөрөргә лә ярамай: Аҡтар Урал һыуы яғынан шәһәргә пүлә һәм йәҙрәләр яуҙыра, өй эсендә лә ҡурҡыныс. Барыбыҙ ҙа мейестәргә, шкафтарға ышыҡланып, иҙәнгә һуҙылып ятып үткәрҙек төндө. Яҡтыра төшкәс бераҙ баҫылды. Ырымбурҙың йәш зыялыларынан, шағирҙың дуҫ-иштәренән Ғабдулла Хәсәновтарға йүнәлдек Бабичты эйәртеп. Банное Озеро яғында иң ситтәге 1-се Буровный урамында торалар ине. Ғабдулла 31
менән кәңәшләшеп, уйлашып, хәлдәр бераҙ тынысланғансы ҡасҡыныбыҙҙы шунда йәшереп һаҡланыҡ. Ғабдулланың туғандары шундай хәтәр заманала дуҫыбыҙҙы бер-нисә көн һыйындырҙы. 9 апрелдә Ҡарғалынан атлы сана менән Ғимат Сәйфи тигән уҡыусым килде, ни арба, ни сана тигән осор, урамдарҙа яҙғы һыу күлкей. Ҡала ситендә, ҡырҙарҙа ғына ҡыйынлыҡ менән сана йөрөрлөк ҡар бар. Ғимат Сәйфи Бабичты яҡшы белә, уға хәлде аңлатып, шағирҙы Ҡарғалыға алып китеүен үтендек, ул тыңланы. Ғабдулла Хәсәновтың туғандары Бабичтың өҫбашын алмаштырып, ҡолаҡсын-бүрек кейҙереп, Ҡарғалы кешеһе ҡиәфәтендә оҙаттылар. Бабич ауырыу кеше булып санаға ҡыйшайыбыраҡ ултырған, ә Ғимат Сәйфи сана янынан йәйәүләп сыбыртҡы менән атты ҡыуып барған була, мин тротуарҙан шәһәр кешеһе булып, арттараҡ күҙәтеп киләм. Урамдарҙағы хәрби патрулдәр ылауҙы туҡтатҡылап, йәки барышы килеш, сананы ҡарайҙар ҙа, аҙ ғына бесәндән башҡа нәмә күрмәгәс, ҡул һелтәп үткәрәләр. Сана ҡаланан сығып киткәс, тынысланып тороп ҡалдым. Бабич “ғазраил”дарҙы алдай Берәр аҙнанан һуң Ғимат Сәйфи тағы бесән һатырғамы, башҡа йомош менәнме ҡалаға килде, был юлы арбалы ине. Бабичтан хат тапшырҙы: “Сенәкәй, һиңә, һинән дә бигерәкҒабдулла Хәсәновҡа, уның мине үҙ балаһылай ҡәҙерләп-хөрмәтләп ҡунаҡ иткән инәһенә, мине үлемдән ҡотҡарырға ярҙамлашҡан туғандарына ялҡынлы йөрәктән ялҡынлы рәхмәт сәләме! Ҡарғалыға иҫән-һау килеп еттем. Өс-дүрт ерҙә Ғазраилды алдап киттек. Онотолмаҫлыҡ игелек, егетлек күрһәтте Ғимат Сәйфи. Бөгөн 11 апрелдә Ҡарғалынан ышаныслы юлдаш менән сығып киттем. Барғас тағы яҙырмын. Онотолмаҫ борон, Ҡарғалыла булған бер ҡыҙыҡты яҙайым. Бында ла тынысһыҙлыҡ, халыҡ аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да ҡурҡып тора. Ғөмүмән, һалдат кейеме кейгән, мылтыҡ тотҡан кешенән ҡурҡалар. Мин килгән көндө ҡайһы яҡтандыр бер-ике хәрби әҙәм Ғимадиҙар күршеһенә кереп киләләр икән. Шуны күргәс, мине ишек алдына сығарып өҫтөмә бик ҙур алап ҡаплап ҡуйҙылар. Ярты сәғәт самаһы шунда ҡапланып, тын да алмай яттым. Тышта: -- Киттеләр, алыҫлаштылар. Алапты күтәр. Сәй эсергә алып ин! – тигәндәре ишетелде. Ҡуҙғалып, төрмәмде үҙем әйләндерә башлағайным, дыңғырлап ауып китте, тауыҡтар ҡытҡылдашып ҡасты. Ҡаршымда ғына ҡомғанлы бер ҡарсыҡ ултыра икән: -- Абау!.. Әстәғифирулла тәүбә!.. – тип сәрелдәп, ҡомғанын ауҙарып ҡасты. Иртә менән ҡунаҡҡа килгән булған, минең бында икәнлекте күрмәгән дә, белмәгән дә икән… Б. 15 апрель, 18 йыл”. Төрмәләге хәлдәрен һөйләүе 32
Төрмәлә Бабич Зәкиҙәр менән бер камерала ултыра. Ай буйы улар шағирҙы уртаға алып, үҙҙәренең милли, сәйәси фекерҙәрен һеңдерә, коммунистарҙы яманлайҙар, әлбиттә. -- Бына күрҙеңме? Улар кеше талауҙан, үлтереүҙән башҡаны белмәй. Үҙеңде лә килтереп тыҡтылар… Зәки Вәлиди иһә: -- Большевиктар ҡотҡоһона бирешмә! Мәсләкһеҙ (принципһыҙ) булма. Коммунизмға бөтөн донъя ҡаршы, уға ышанма, большевиктар бөтәсәк! Һин, башҡорт балаһы, башҡорт булып тыуғанһың – башҡорт булып үл! Һин – башҡорт Пушкины була торған аҫыл йән. Төрмәнең интектергес күңелһеҙ тормошонда бындай вәғәздәр Бабич өсөн берҙән-бер йән аҙығы була. Төрмәнән сыҡҡанынан һуң мин унан: -- Тегендә ни эшләнең, шиғырҙар яҙылдымы? – тип һорағайным, ул: -- Төрмәлә мин бик күп нәмә белеп сыҡтым. Зәки ағай миңә көнө-төнө тарих һөйләне. Сәйәсәттән, әҙәбиәттән ифрат файҙалы мәғлүмәттәр бирҙе. Үҙен ҡулға алған Реввоенсоветҡа ныҡ асыуы килде. Асыуын күңелендә һаҡлап, Ырымбурҙан сығып китте. Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу 1917-1919 йылдарҙа ырымбурҙарҙың башынан күп ваҡиғалар үтте. Бер үк осорҙа ҡалала төрлө сәйәси ағын – татарҙарҙы ла, башҡорттарҙы ла бергә ҡушып, башҡортто татарлаштырып сеп-сей татар батшалығы булдырырға тырышыусы тар милләтсе татарҙар ҙа, башҡорт милли шурасылар ҙа, большевиктар ҙа ҡайнашты. “Ваҡыт”, “Яңы ваҡыт”, “Мосолман комиссариатының мөхбире”, “Башҡорт” гәзиттәре йәмғеһе бер үк типографияла баҫылып сығып тора. Бына бер саҡ Ырымбурҙа большевиктар ғына ҡалды. Бер заман дутовсылар һәм “Дутов дудкаһына бейегән” Зәки хөкүмәте килеп урынлаша. Ҡала ҡулдан-ҡулға күсә. Бабичыбыҙ ҙа “беҙ еңдек!” тип Ырымбурға ҡайта. Ләкин “еңеү”ҙең ғүмере ҡыҫҡа була. 1919 йылдың ғинуарында Башҡорт хөкүмәте Ырымбурҙан Баймаҡҡамы, Темәскәме күсергә ашығыс йыйына башланы. Хөкүмәт аппаратында, шул иҫәптән гәзит мөхәрририәтендә, типографияла эшләүсе техник эшселәргә, хеҙмәтселәргә Ырымбурҙа ҡалырға ла, хөкүмәт менән күсенеп китергә лә ихтыяр ҡылына. Ҡалыусыларға берәр айлыҡ, китеүселәргә икешәр айлыҡ хеҙмәт хаҡын бирәләр. Әммә күптәребеҙ, шулар араһында мин дә, Ырымбурҙа ҡалдыҡ. Сөнки төп хеҙмәтем уҡытыусылыҡ ине, гәзиттә иһә шул эшемдән бушаған араларҙа ғына ярҙамлаштым. Бабич хөкүмәт әһеле булғанлыҡтан, бергә китергә тейеш ине. Уны Ырымбурҙа ҡалырға төрлөсә димләп ҡараным, тыңламаны. Минән башҡа бик күптәр, шул иҫәптән ҡарт коммунистарҙан Шәриф Камал, Афзал Таһиров, йәш коммунистарҙан Заһит Шәрҡи, “Ҡармаҡ” нәшире Мәхмүт Мәржәни, танылған 33
татар яҙыусылары Фатих Кәримов, Ямал Вәлиди, Закир Рәмиев (Дәрдемәнд), ул саҡтағы революцион хәрәкәт әүҙемәндәренән Абдулла Дәүләт тә, өгөтләп ҡаранылар, һөҙөмтәлә уның күңелендә “китергәме, ҡалырғамы?” тигән икеләнеү тыуҙы, яҡындары менән йәшертен генә кәңәшләшеп йөрөнө… Уң аяҡ менән һул аяҡ “Башҡортостан” гәзите редакцияһында үзбәк яҙыусыларынан Ғәбделхәмит Сөләймәни (Сулпан) хеҙмәт итә ине. Ғаиләле зат булараҡ, ҡатыны менән бергә йөрөй. Бабич уны беҙгә алып килеп, Ырымбурҙың “данлыҡлы шағиры” Сенәкәй ошо була инде, тип таныштырҙы. Мин, икеһенең үтенеүе буйынса, уларға торорға бүлмә табышып бирҙем. Был әҙип ул саҡта күберәген шиғыр яҙа ине. Үҙ-ара яҡын дуҫ булышып, мөхәрририәттәрҙә йәки Каруанһарайҙың берәй бүлмәһендә сәйәси-әҙәби хәрәкәттәр тураһында әңгәмәләшеп ултырғылайбыҙ. Яҙғандарыбыҙҙы уртаға һалып, дуҫтарса тәнҡитләшәбеҙ. Бына Ғәбделхәмит яңы шиғыр килтергән. Кинәйә (аллегория) менән яҙылған, уң ҡул менән һул ҡул тураһында һүҙ бара. Яртылаш үзбәксә, яртылаш татарсараҡ. “Һул ҡулым, кил, һине бер һөйәйем, бер үбәйем…” тип башланыуы хәтерҙә. “Һул ҡулым” тигәненән – коммунистарҙы, ғөмүмән, һул партияларҙы, ә “уң ҡулым” тигәненән уңдарҙы – Дутов, Зәки Вәлиди яҡлыларын кәүҙәләндерә, һул ҡулына ысын мөхәббәтен белдерә. Бабич уның был шиғырын бик яратты. Сәнки ул Өфөлә Ғәлимйән Ибраһимов кеүектәр менән тығыҙ аралашыу һөҙөмтәһендә һул фекерҙәш булыуы өҫтөнә, Ырымбурға килгәс, өҫтәрәк исемдәре аталған коммунистар һәм уларға теләктәш яҙыусылар, уҡытыусылар, революцион йәштәр менән йәшертенерәк серҙәш ине. Бөгөн-иртән Ырымбурҙан китергә йөрөгәнендә беҙгә килеп: -- Ну, Сенәкәй, нишләргә? Киткем дә килә, ҡалғым да… Зәки, Хәбибулла, Мусалар һәм башҡалар ҡалдырмай. “Теге шиғырҙарың, эштәрең өсөн һине большевиктар телеңдән аҫып ҡуйырҙар…” тип ҡурҡыталар. Өфөнән бушҡа киттем. Сәйфи: “Һәй Бабич, үҙеңде бер ҙә ебәргем килмәй бит, күңелем тартмай. Кешелек донъяһының океаны ҡуҙғалып тулҡынланған саҡта үҙеңдең тыуып үҫкән ереңдә, өйрәнгән тупрағыңда көрәшеп халыҡҡа хеҙмәт итеүең яҡшыраҡ булыр ине. Өфөлә абруйың көндән-көн үҫә бит” тип өгөтләгәйне. Ғәлимйән ағай ҙа: “Һин “Ҡармаҡ”ҡа ҡыҙыҡма. Өфөлә көлкө журналы сығарырбыҙ, үҙеңде шунда мөхәррир итеп ҡуйырбыҙ” тигәйне, һүҙҙәрен тыңламаным. “Татар аҡылы төштән һуң” тиҙәр, быныһы “башҡорт аҡылы бер йылдан һуң” булды инде. Хәҙер тамам аптырашта ҡалдым: яртым яна, яртым туңа, йәнем үлде яртылаш – шашты аҡылым, ҡатты баш… Ғәбделхәмит Сөләймәниҙең шиғырына оҡшатып: Уң аяғым тарта китергә тип, Һул аяғым тарта ҡалырға. Башым ҡатты шулай уйлай-уйлай – 34
Ҡайһа яҡты һайлап алырға? -тип бер шиғыр ҙа яҙып ҡуйҙым, исемен “Уң аяҡ менән һул аяҡ” тип атаным. Аптыраным инде, Сенәкәй! – тип ауыр һулап, күҙҙәремә текләне. Быға тиклем дә был турала ике-өс тапҡыр һөйләшеп, ҡалырға кәңәш биргәйнем, был юлы ла: -- Ҡурҡма, ҡал. Ырымбур тимәһәң, Өфөңә ҡайт. “Эйелгән башты ҡылыс киҫмәй” тигәндәр – аҫып ҡуймаҫтар әле. Революцион гәзиттәргә матур-матур шиғырҙар яҙһаң, тегеләрең онотолор. Хөкүмәт даирәһендә эшләмәй, шиғырҙар яҙып ҡына торһаң, башҡорт халҡына, башҡорт әҙәбиәтенә күберәк файҙа килтерер инең. Кескенә был хаталарыңды аңлап, шул турала матбуғатта декларация сығарһаң… -- Ярай, Мәхмүт тә, Ниязбаев та шул фекерҙе туҡынылар. Әле тағы осрашырбыҙ, ҡайтып йыйына торайым, -- тип сығып киткәйне, иртәгәһенә үк килде: -- Сенәкәй, тыңла, йәнә бер шиғыр яҙҙым, шуны һиңә уҡып ишеттерер өсөн генә һуғылыуым, -- тигәс, баяғы “Уң аяҡ менән һул аяҡ” кеүегерәк нәмәлер, тип уйлаһам, “Шишмә буйында” тигән бөтөнләй башҡа йөкмәткеле булып сыҡты. (Минең кәңәш буйынса, “Тау күкрәгендә” тип исемләргә риза булһа ла, аҙаҡ “Яҙғы йыр” тип ҡуйған). Бик матур итеп уҡыны ла: -- Йә, Сенәкәй, турыһын әйт, нисек һинеңсә? Ҡулыма алып ентекле күҙ йүгерткәс: -- Ошо көнгәсә мин белгән шиғырҙарыңдың иң көслөһө. Тик мин һинең ошондай ҙа ығы-зығы ваҡытында, бөтөн донъя аҫты-өҫкә килеп ҡайнашҡан сағында, күңелеңдең, башыңдың ҡатмарлы сәйәси арауыҡта төрлө тарафҡа тартҡыланып борсолғаны осоронда, тынысланып, шундай матур лирик йыр яҙғаныңа ышаныр-ышанмаҫтан аптырап ҡалдым. Был шиғырҙы һин башҡа ваҡытта, башҡа ерҙә яҙғанһыңдыр? -- Юҡ-юҡ, ҡайтҡас кис ултырып яҙҙым. Башҡорт көйҙәренә йырларға бик килешле… -- тине лә, үҙе үк “Шәүрәкәй” көйөнә (буғай) йырлай ҙа башланы. Шул һуңғы ике көнгәсә Бабичтың йөҙөндә күңелһеҙлек, күңелендә төшөнкөлөк һиҙенгәнем юҡ ине, шундайын да моңһоу, йөрәкһеү күренде. Өс куплетын йырлағас, күҙендә йәш бөртөгө ялтыраны, бөтөр-бөтмәҫтән үкһеп илап та ебәрҙе. Мин дә, түҙә алмай, ирекһеҙҙән уға ҡушылдым… -- Ҡуй, Бабич, илама, тыныслан!.. – тип йыуатырға тырышам, үҙем һаман илайым… Нәҡ шул мәлдә “бабушка”быҙ “самауыр ҡайнаны” тип килеп кереүе менән беҙҙең хәлдәрҙе күреп: -- Ни булды, ниңә балауыҙ һығаһығыҙ, әллә берәй яҡын кешегеҙ үлгәнме? – ти. Күҙ йәштәремде һөртөп: -- Был иптәшем китә, йыраҡҡа китә - айырылышабыҙ, шуға илашабыҙ, -тинем. Ул: -- Ҡуй, иламағыҙ, балалар кеүек, китһә тағы ҡайтыр. Минең улым 4-5 йыл йөрөп иҫән ҡайтты. Хоҙайҙан иҫән-һаулыҡ ҡына теләгеҙ, -- тип төрлө һүҙҙәр менән беҙҙе йыуатып, табын әҙерләп сығып китте, өҫтәл янына ултырыштыҡ. Ҡағыҙ-ҡәләм алып: 35
-- Бабич, был йырҙы күсереп алып ҡалайым әле, -- тип ҡул һуҙыуыма: -- Күсермә. Мә быныһы һиндә ҡалһын, иҫтәлегем булыр. Мин уны дәфтәргә теркәнем, тине лә, бер генә сынаяҡ сәй эсеп, иң оҙон һүҙен башланы: -- Сенәкәй, минең атайҙың ҡиммәтле бер һүҙе бар: “Алыҫ юлға сыҡҡаныңда туғандарың менән ризалашып, бәхилләшеп китергә кәрәк, донъяның хәлен белеп булмай…” ти торғайны. Алтын кәңәш. Беҙ һинең менән аҙмы-күпме бергә-бергә күңелле генә көндәр үткәрҙек. Үҙеңде күп кенә борсоном, расходландырҙым да, буғай. Һин мине үҙеңдең туғаның кеүек яҡын күреп ҡаршыланың, ҡунаҡ иттең, ҡулыңдан килгәнсә ярҙамлаштың. Бергә-бергә уйнап-көлдөк, ашаныҡ-эстек. Хөрмәтең, ярҙамдарың өсөн ысын күңелдән рәхмәт, яҡшылыҡтарыңды онотмам. Һин дә мине онота күрмә. Мин ҡурҡыныслы, ҡанлы фронт артына күсәм. Һин дә шауҙыр ут эсендә ҡалаһың. Дауыллы йылдарҙың упҡынлы тулҡындары араһында көрәшкә сыҡтым, алдағыһын белеп булмай… Былай вәғәҙәләшәйек: әгәр мин утлы дауылдар араһында юғалып ҡалһам, һин минең шиғырҙарҙы йыйнап баҫтыр. Һин элек үлһәң, мин һинекеләрҙе йыйнап баҫтырырмын. Минең шиғырҙарҙың ҡайһы журналдарҙа сыҡҡанын яҡшы беләһең, Мәхмүт уларҙың тулы йыйынтығын нәшер итергә булды, был турала уның менән кисә төн буйына һөйләштек. Унда ла бераҙ шиғырҙарымды ҡалдырам, бергәрәк эш итерһегеҙ… Мин уны бүлдереп: -- Әй, ҡуйсы, Бабич, ундай күңелһеҙ нәмәләр һөйләп ултырмасы! Әле яңы донъяға сығып үҫеп, сәскәләнеп килгәнеңдә үлемдәр, васыяттар тураһында һөйләргә оял! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырһың, әҫәрҙәреңде үҙең менән бергәләп йыйып тупларбыҙ, баҫтырырбыҙ. Донъя тынысланғас, барыһы үҙ күсәренә ултырыр… -- тип тынысландырырға тырыштым. Табынды түңәрәкләп, һаубуллаштыҡ. Адресты яҙып алды, барғас хат яҙырға булды. -- Әй, Бабич, тәғәйен ҡасан китерең билгелелер бит? Оҙата төшөрмен, -тигәс: -- Әлегә билгеле түгел шул. Каруанһарайға барам, шунда асыҡлармын. Бында килә алмаһам, Мәхмүттәрҙә йәки Ниязбаевтарҙа осрашырбыҙ, -- тип ашығыс ҡуҙғалды. Кискәрәк беҙ ысынлап та, ҡарт революционер-драматург Рәүеф Ниязбаев фатирында осраштыҡ. Мәхмүт Мәржәни, Закир Дәминев, Шамун Фидаи, бер-ике ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. “Яҙғы йыр”ҙы тағы үҙенең уҡыуында тыңланыҡ, шундағылар барыһы күсереп алды. Бабич миңә Ырымбурҙан китәһе сәғәтен асыҡ әйтә алманы. Икенсе көндә килмәгәс, Каруанһарайға барһам, үткән төндә үк Ырымбурҙан Өфөгә күсенеп киткәнлектәрен белдем. Бабич йомошсоһо Бер ай самаһы үткәс, миңә таныш булмаған бер татар егете килеп керҙе. Ҡайһы кейеме һалдатса, ҡайһыныһы гражданса. Ишек ҡаҡмай әкертен генә асып, күҙҙәрен шомло йөрөтөп, кеше ишетмәһен, тигәндәй, шыпырт ҡына: 36
-- Ни хәл, иҫәнмеһегеҙ, Сенәкәй ошонда торамы? – тип килде лә керҙе. Икеләнеберәк, шикләнеберәк: -- Сенәкәй бында тора, тик ул өйҙә юҡ, -- тинем. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәй, был бәндәнең ҡуйынында наган кеүек нәмә барлығы ла һиҙелде. Төнлә йәки көпә-көндөҙ өйгә инеп, наган менән ҡурҡытып, кеше талап йөрөүселәр ҙә бар ине. Аҡтар, йәиһә ҡыҙылдар үҙҙәренә ҡаршы кешеләрҙе атып йөрөй, тигән яман хәбәрҙәр ҙә таралғайны. Был кеше лә шуларҙың береһелер тигән уйҙан сәстәрем үрә тороп: -- Һин ултырып тор, мин хәҙер Сенәкәйҙе алып ҡайтам, -- тип сығып һыҙҙым. Көнө буйы ҡала ҡыҙырҙым, таныштарымдың әле береһенә, әле икенсеһенә барып ултырам. Кискәрәк әйләнеп, үҙебеҙҙең урамдың сатлығына килеп, боҫоп ҡына ҡапҡаға ҡарайым, ундай-бындай шиклейән күренмәй. Шулай ҙа ҡайтырға ҡурҡам: теге наганлы бәндә һаман бер ерҙә боҫоп мине һағалай кеүек. Шулай ҡалтыранып торғанда, кемдер берәү һиҙҙертмәй генә артымдан килеп тотто, ҡурҡыуымдан йөрәгем ярыла яҙҙы. Ҡараһам, әлеге Вәли икән. Хәлемде күреп көлә: -- Шыр ебәрә яҙҙыңмы, шаярып ҡына тоттом бит! Ул да көнө буйы өйҙә булмаған, бер ни ҙә белмәй ине. Ни булғанын ҡыҫҡа ғына, тиҙ генә һөйләп бирҙем дә өйгә инеп белеп сығырға ҡуштым, үҙем һаман боҫоп ҡалдым. Ул иһә әйләнеп килеп, унда бер кем дә юҡлығын һөйләһә лә, шөрләүем баҫылманы. Мин өйҙән сығып ҡасҡанымда унда Ярлы Кәрим ултырып ҡалғайны, уны эҙләп табып һораштым. Ул, көтмәгәндә: -- Әй Сенәкәй, Сенәкәй, ҡурҡаҡ ҡуян икәнһең. Бер ниндәй ҙә шом эйәһе түгел, ирәүән һөйләшеп ултырҙыҡ, борлатып тәмәке тартты. “Сенәкәйҙә ниндәй йомош ине?” тигәс, “уға хат бар” тине. “Кемдән?” тиһәм, әйтмәне, башҡа ваҡытта килермен, тип сығып китте. Мин шунан һуң ғына иркен һулыш алып, тынысһыҙланып теге егетте көттөм. Сөнки мин уны ауылдан – атайҙан йәки туғандарҙың береһенән сәләм килтергәндер, хәйерлегә булһа ярар ине, тип уйланым… Ярты һалдат Бабичтан хат Икенсе көндә лә көтөп ала алманым, өсөнсөһөндә таң тишегенән килде: -- Сенәкәй өйҙәме? -- Юҡ, әле генә сығып китте. -- Ҡасан ҡайта? -- Сәғәт 8-ҙә. -- Ҡасан 8 була? -- Сенәкәй ҡайтҡас 8 була. Ул шарҡылдап көлдө лә: -- Һин дә Бабичтың һыңары икән. Ул да шулай әкәмәтләнеп көлдөрәкөлдөрә эсте ҡатыра ине, -- тине. -- Ә һин Бабичты ҡайҙан беләһең? 37
-- Мин Бабичтың янынан килдем. -- Әллә Бабичтан хат алып килдеңме? -- Эйе. -- Ҡайҙа, бир тиҙерәк! -- Һиңә түгел, Сенәкәйгә. -- Мин Сенәкәй бит. -- Алдашма. Мин Сенәкәйҙең үҙ ҡулына тапшырам. -- Һуң, ул үҙем бит инде, бына Вәлиҙән һора! -- Өсөнсө көн дә Сенәкәйҙе алып ҡайтам тип сығып киттең. Бөгөн дә Сенәкәй юҡ, тинең. Ялғанлама, шаярып торорға ваҡыт юҡ. Вәли менән икәүләшеп ысын хәлде аңлатып, тап Сенәкәй икәнлегемде көскә-көскә ышандырҙыҡ. Өҫтөндәге ҡыҫҡа пальтоһын һалып, карауатҡа йәйҙе, йыртыҡтарына бармаҡ тығып байтаҡ ҡына һәрмәнгәс, кескенә итеп төрөлгән ҡағыҙ килтереп сығарҙы ла һаубуллашып ҡуҙғалды. Туҡтатырға тырышып: -- Ултыр, ултыр, сәй эсербеҙ, һөйләшеп ултырайыҡ, ашыҡма! – тип ҡыҫтап ҡараһам да, туҡталманы: -- Мин Ырымбурҙыҡы – һеҙгә әллә нисә тапҡыр килермен әле. -- Ҡайҙа тораһың, исем-фамилияң нисек? -- Ғәлиев. Гребенскийҙа торам, -- булды аҙаҡҡы һүҙе, өйөнөң номерын да әйтмәне. Аҙаҡ беҙ уны кешеләрҙән дә һораштыҡ, урамына барып та ҡараныҡ, әммә эҙе һүрелде. Һуңынан ғына тағы фронтҡа китеүен белә алдыҡ. Кейемдәренең ярым-һалдатса, ярым гражданса булыуынан көлөп, Ярлы Кәрим уны “ярты һалдат”, “ярты һалдат Бабичтан килтергән хат” тип һөйләп көлдөрөп йөрөнө. Бабич хаты Минең хатымды тотоп ал, Бик аулаҡта уҡып ал. Ысын дуҫтарса һөйләргә Һүҙҙәремде отоп ҡал. Сәләм һиңә, Сенәкәй! Һин бит буйға бәләкәй! Ырымбурҙың эсендә Күп серҙәрҙе беләкәй. Хатты яҙам йыраҡтан, Алтын таулы Баймаҡтан. Ҡағыҙҙарым аҡмайҙан, Ҡараһы һөт-ҡаймаҡтан. Мин иҫән-һау, сәләмәт, 38
Һорағанға сәләм әйт! Сәйәсәттән һораһаң, Эштәр харап ғәләмәт. Беҙҙең батыр башлыҡтар Һаман артҡа боҫалар. Зәки-мәки, Мусалар Эсәләр ҙә ҡоҫалар. Арыу булыр ине “З”-ны Эш башынан ҡыуһалар. Башҡортостан тупрағын Мунсалалап йыуһалар. -------Ебәрәм бер мәҡәлә, Яҡшылап уҡып ҡара! Уҙең уҡып ҡарағас, Ебәр Мәхмүткә таба. Ул баҫтырһын “Ҡармаҡ”ҡа, Ташламаһын аръяҡҡа! Гонорарын үҙең ал! Ярар ҡағыҙ бармаҡҡа (Папиросҡа ярар, мәғәнәһендә. – Т.С.) Сенәкәйем, белеп тор: Мин хәҙергә Баймаҡта. Алла белһен унан һуң Йүнәлербеҙ ҡай яҡҡа. Был хатымды уйланым Почтаға ла һалмаҫҡа. “Сылғауыңа ҡыҫтыр” тип Тотторҙом бер һалдатҡа. Һүҙҙәрәмдәң серҙәрен Йәшереп ҡуй келәткә. Һаҡ була күр, серҙәшем, Уға-быға эләкмә! Уҡып күргәс, төшөнгәс, Йыртҡыла ла утҡа яҡ! Дошман һиҙә күрмәһен, 39
Бәләһенән баш-аяҡ! Айырылышҡанда бирешкән Ҙур вәғәҙәне онотма! Бабич ҡасып китте, тип, Ут күңелеңде һыуытма! Белеп булмай донъяны, Һин дә белмәйһең аны. Бөгөнгә бар – Иртән юҡ, Шуны онотма тағы! Минән элек һин үлһәң, Үлеп ергә күмелһәң, Ҡәберҙән хат яҙырһың, Әгәр мине дуҫ күрһәң. Мин үлһәм дә, ҡәбергә Ҡәләм алып барырмын. Кәфенемә хат яҙып, Һиңә табан һалырмын. Фәрештәләр муйынына Шул кәфенде сорнармын. “Сенәкәйгә илт!” тиеп, Аяҡтарҙы болғармын. Фәрештәләр арҡылы Хаттар һалып торорһоң. Ерҙә ниҙәр булғанын Миңә яҙып торорһоң. Тағы ҡалған бер һүҙем, Үпкәләмә, аппағым! Ул һүҙемде һуңынан Яҙырға тип һаҡланым. Шиғыр һатҡан аҡсаңды Ҙур банкыға һалдыңмы? Теге һөйгән ҡыҙыңды Кәләш итеп алдыңмы? Бер ҡыҙ димлә миңә лә! 40
Мин димләрмен һиңә лә. Рәхәтләнеп йәшәрбеҙ Дүртебеҙ бер ояла. Ярай инде, биғәйбә, Юҡ һүҙҙәрҙе бар ҡылдыҡ. Ваҡыт бик тар булғанға Һүҙҙе мохтасар ҡылдыҡ. Тап татарса хат яҙҙым, Таҡыр башлы татарға. Ғәрәпсә һүҙ ҡушмыйм тип, Тырыштым тел ватарға. Был юлларын яҙыусы – Үҙең белгән Бабичтыр. Йәбешмәгән һүҙҙәрҙе Үҙең ипләп йәбештер. “ШБ”. Баймаҡ. Дуҫымдың был сәләменә ҡаршы мин дә шул уҡ үлсәүҙә яуап хаты яҙып ҡуйҙым. Ләкин уны Бабичҡа ебәреү мөмкинлеге булманы. Беҙ уның хатын Ғәлиев һалдат өйҙән сығып киткәс кенә уҡыныҡ. Ул беҙгә мәҡәлә бирмәне. Һуңғараҡ килтерер тип ай буйы көттөк… Бабичтың миңә яҙған һуңғы хаты шул булды. Бынан һуң Бабич Ырымбурға әйләнеп ҡайта алманы. Ҡып-ҡыҙыл Бабич 1919 йылдың мартында бөтөн Рәсәй Коммунист-большевиктар партияһының һәм совет хөкүмәтенең юлбашсылығында Ленин милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу нигеҙендә ысын ирекле Башҡортостан совет автономияһы төҙөлдө. Был ҙур данлыҡлы үҙгәрештән Бабич йөрәге ялҡынлы шатлыҡ кисереп тибә башлай. Күңелендәге бөтә икеләнеүҙәр юйылып, тик совет хөкүмәтенә, Коммунистар партияһына теләктәшлек ҡабына. Иң элек ул үҙенең һәм советтар яғына сыҡҡан башҡорт милли шура башлыҡтарының декларацияһы төҫөндәге “Беҙ ник ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ?” тигән агитйырын баҫтырып тарата. Ябай башҡорт телендә яҙылып, меңдәрсә дана нәшерләнгән был йыр бик тиҙ арала бөтөн башҡорт иленә таралып, уҡылып, йырлана башлай. Башҡорт эшсе, хеҙмәтсәндәре, ерекмәндәре ҡан түгелеү туҡтатылып, советтар нигеҙендә яңы башҡорт хөкүмәте төҙөлөү көндәрен иң ҡыуаныслы байрам итеп ҡаршылай. Шул ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙең һөйләүенсә, һиҙгер йөрәкле 41
Бабичтың йөҙө был ҙур ҡыуанысты ҡояш кекүек ялтырата. Ул тыныслыҡ, шатлыҡ менән ҡотлап, осраған бер башҡорттоң да, татарҙың да ҡулын ҡыҫа. Шул ҡайнаған ҡыуаныслы шау-шоу араһында үҙенең көлдөргөслөгөн, комиклығын да онотмай. Бүрегенә лә, күкрәгенә лә, елкәһенә лә, еңдәренә лә ҡып-ҡыҙыл таҫмалар тағып: -- Мин ҡып-ҡыҙыл булдым! Ҡып-ҡыҙыл Бабич булдым! Йәшәһен Ленин, Калинин! Урра! Йәшәһен большевиктар! Йәшәһен башҡорттар, урра! Йәшәһен ҡыҙыл Башҡортостан – Гөлбостан, урра! Йәшәһен ҡып-ҡыҙыл Бабич, урра! – тип шатлыҡлы оранлап йөрөй. Ләкин яҡтылыҡҡа сығып, тоғролоҡто, хаҡлыҡты таптым тип инанған ялҡынлы йөрәктең саф алтындай ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай. Тап шул 1919 йылдың март айында Бабич Темәстә ҡалған типографияны Муса Смаков менән бергә Мораҡҡа алып килергә тип юлландырыла. Шул ҡорамалдар тейәлгән ылау менән юлда барғанда уларға Йылайыр урыҫтарынан төҙөлгән, башҡорттарҙы күрә алмаусан ҡыҙыл әтрәт һөжүм итеп, Бабичты һәм юлдаштарын ҡаты язалап үлтергәндәр, тип ишеттек. Ошо ҡанлы-ҡайғылы хәбәрҙе Шәйхзада Бабичтың яҡын дуҫтары ғына түгел, Ырымбурҙың бөтөн революцион интеллигенцияһы, бөтөн Ырымбур, Ҡарғалылағы татар, башҡорт халҡы ауыр һулыш менән, йөрәк һыҙлауы менән кисерҙе. Был ҡанлы, ҡыҙғаныслы фажиғаның ентекле тарихын яҙыуҙы документаль тарих яҙыусы иптәштәргә ҡалдырам. Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы Һаҡмар еле арҡылы Һағынып һалған хатыңды Ахмаҡ кеүек аҡыллы Һалдат килеп тапшырҙы. Һинең һалдат тигәнең Мәҡәләңде бирмәне. Килермен тип китте лә Шул китеүҙән килмәне. Килеп керҙе был һалдат Кейенгән кеүек алдап. “Моғайын, быны Дутов Ебәргән” тинем, яллап. Аяҡҡа кейгән итек, Итектең башы китек. 42
Үлер хәлдәргә еттек, Ҡурҡып һаташып бөттөк. Бүректәре ҡолаҡлы, Аҡыллымы, дуракмы – Бер көлдөртөп йыуатты, Бер ҡурҡытып илатты. Өркөттө, ҡалтыратты, Ике-өс көн аптыратты. Килермен тип китте лә Әллә ҡайҙа олаҡты. ------------Беҙҙең хәлде һораһаң – Ярты ҡыҙыл, ярты аҡ. Ырымбурҙың ерендә Һуғыштар бик ҡаты саҡ. Йөрәгем бик ҡурҡыуҙа – Ярты үлек, ярты һау. Ҡайҙа ҡасырға белмим, Алда урман, артта тау. Һаман ҡорал ташламай Дутов тигән дурамал. Дутов алһа ҡаланы, Бөтөн эштәр пропал. Көнө-төнө ел-дауыл, Һыуҙар болғанып тора. Теге яҡтан, был яҡтан Һуғыш ҡуҙғалып тора. Ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа Беләк һыҙғанып тора. Тотолғандай тоҙаҡҡа, Йөрәк һыҙланып тора. Әйләнәлә, түбәлә Уйнай үлем салғыһы. Был ҡурҡыныс көндәрҙә Ҡайҙа ҡыҙҙар ҡайғыһы? Ҡыҙылдарға ҙур ярҙам 43
Килгәнлеген ишеттек. Шул хәбәрҙе ишеткәс, Бер шатлыҡты биш иттек. ----------------Эй Бабичым, Бабичым, Юлда ҡалды бар эшең. Бер ҙә туры булманы Улар менән барышың. Ҡалған булһаң “Ҡармаҡ”та, Тыныс йәшәр инең һин. Сәсәктәй йырҙарыңды Яҙып сәсер инең һин. Һиңә һуңғы кәңәшем – Үҙ иркеңде ҡулға ал! Туры ҡарап Өфөгә, Ҡойроғоңдо һыртҡа һал! …………………………….. (Һуңғы өлөшө табылманы) Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында 1919 йылдың яҙында мин Төркөстан фронтының 1-се Армия реввоенсоветы политбюроһына үҙем теләп мәҙәниәт эшенә күсергә ғариза бирҙем. Ләкин шәһәр мәғариф бүлеге ебәрергә теләмәй. Ахыры реввоенсовет мине мобилизациялап алды. Был ваҡытта армия штабы Быҙаулыҡ ҡалаһында булып, ундағы Вәли Мортазин-Иманский идаралығында күсмә театр труппаһы бар ине, шунда әҙәби етәксе булып киттем. Был труппа ҡалаларҙа, станицаларҙа, ауылдарҙа, фронттан ялға сыҡҡан йәки фронтҡа китергә йыйынған ҡыҙыл ғәскәрҙәргә спектаклдәр ҡуя, концерттар бирә. Шул осорға, урынға ауаздаш төрлө агитшиғырҙар, йырҙар табып, һайлап, йәки үҙем яҙып, артистарҙың амплуаһына яраҡлы бүлеп бирәм, һөйләргә лә өйрәтә инем. Үҙем дә шул күсмә әҙәбиәт кисәләрендә үҙемдең, Бабичтың шиғырҙары менән сығыштар яһап йөрөйөм. Был йәһәттән Бабичтың “Көлкө ҡапсығы” тигән көлкөләр йыйынтығы, беҙҙең өсөн нигеҙ ҡулланма булып, ифрат ҡулайлы ине. Бабичыбыҙ ана шулай һуғыш бөткәнсе беҙҙең менән күсмә театрҙа Ҡыҙыл Армияға хеҙмәт итте. Шул йылдың көҙөндә армия штабы үҙйөрөшөндә Тоҙтүбә ҡалаһына күсенде, сөнки аҡ бандалар бөтмәгән -- тимер юлдар хәүефле ине. Армия реввоенсоветы иһә Ырымбурҙа урынлашты. Тоҙтүбәлә бернисә спектакль, концерт ойошторғандан һуң, беҙ ҙә Ырымбурға килдек. Дутовсыларҙың ҡалаға керә торған иген юлдарын өҙгөләүҙәре, халыҡты өҙлөкһөҙ талауҙары арҡаһында ҡала аслыҡ кризисы кисерә, төрлө йоғошло ауырыуҙар таралған, тифтың әллә 44
нисә төрө ҡоторона. Тап шул йылдың декабре һуҙымында сәбертмәле (сыпной) тиф менән ауырыным, алдағы йылдың ғинуар башында ғына аяҡҡа баҫһам да, Төркөстан фронтына китергә әҙерләнгәйнем, көтмәгәндә, 1920 йылдың 10 ғинуарында 1-се армия ҡаршындағы Башҡортостан Хәрби комиссариатының вәкиле Рәүеф Сафаров миңә Башҡортостан Мәғариф комиссариатынан “Сенәкәйҙе беҙҙең ҡарамаҡҡа күсерегеҙ” тигән саҡырыу ҡағыҙы килтерҙе. -- Йә, давай, бөгөн үк китәһең! – тигәс, ныҡ аптырашта ҡалдым: -- Юҡ, Рәүеф, ауырыуҙан яңы ғына тороуым. Аяҡ быуындарым шешкән – хроник ревматизм да бар. Доктор:”Тифтан һуң яман биртенеү мөмкин” тип, берәр ай һаҡланырға кәңәш бирҙе, яҡшы ашау (усиленное питание) кәрәк, ти. Бер тин аҡсам юҡ, тапҡан-таянғаным дауаланырға китеп бөттө, фатир өсөн ике-өс айға түләниәгән, башҡа бурыстарым да күп. Бөгөн үк политотделға барып күренеп, юлға аҙыҡ талондары алып, труппам менән Ташкент яғына – йылы тарафҡа китергә ниәтләндем. Йылы ерҙә ревматизмым да бөтөр. Өҫтөмдә, аяғымда йылы кейемдәрем юҡ, унда ошолары ла ярар, -- тип, иламһырап аңлаттым. Рәүеф: -- Юҡ, һин төптән уйлап ҡара, кейемдәр, аҙыҡ түлек табып бирербеҙ, ун-ун биш көн ошонда ҡалып хәл алырға рөхсәт итербеҙ. Һине Бабичтың шиғырҙарын йыйнатырға, баҫмаға әҙерләтергә саҡыралар, буғай… -- тине. Һуңғы һүҙҙәрҙән күңелем бөтөнләй Башҡортостанға тартылды: -- Барам, барам! Улай булғас, барам… Юл ҡағыҙҙары әҙерләнгәс, шуның буйынса өс көнлөк икмәк алып, 1920 йылдың 25 ғинуарында Эстәрлегә ҡарай сәфәрләндем. Ул йылдарҙа машина юҡ, ауылдан-ауылға тишек санала барам. Уныһын табыр өсөн, ауыл һайын туҡталып, ауыл советына инеп, талаш-тартыш аша ғына ирешәм. Ауылдарҙа ҡунырға, ауыл ара үтергә лә ҡурҡыныс: аҡтарҙың ҡалдыҡтары, армиянан йәки төрмәнән ҡасҡан юлбаҫарҙар, уғрылар, төрлө шайкалар… Ҡарғалы менән Имәнғол араһында икәүһе винтовкалы, икәүһе тимер таяҡтар тотҡан бик шикле дүртәү осраны. Бәхетебеҙгә, ылаусым (Ҡарғалы кешеһе) быларҙың танышы булып сыҡты. Ситкәрәк китеп, бышылдашып нимәлер һөйләштеләр, йәнем ус төбөндә тора. -- Ну ярай, улай булһа, -- тип үткәреп ебәрҙеләр. Ылаусыбыҙ Әхмәт абзый: -- Аллаға шөкөр, энем, бер үлемдән ҡотолдоң. Былар яман ҡасҡындар, беҙҙең Ҡарғалынан. Был кем, әйберҙәре күпме, комиссар түгелме, тип төпсөндөләр. Юҡ, уға теймәгеҙ, уны миңә расписка менән бирҙеләр – Сенәкәй тигән яҙыусы. Алмаш күлдәктәренән, өҫтөнә кейгән аламаларынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Был кеше өсөн башым менән яуап бирергә тейеш, тигәс кенә сигенделәр, юҡһа эш харап ине… Имәнғолға барып еткәс, ваҡытлыса кейҙертелгән быйма менән ҡатҡан тунын һалдыртып алып китте, идарала бөршәйеп ултырып ҡалдым. Мейесе яғылмаған, тәҙрәләре ватыҡ – ел-буран уйнап тора. Ҡалтыранып ултыра торғас, идара рәйесе ылаусы ебәрҙе. Аяҡҡа, өҫкә юҡ. Рәйескә: -- Теге ауылға барып еткәнсе быйма менән тун табып бирегеҙ, был килеш ҡатып үләм бит, -- тинем. Кейем эҙләргә кеше ебәрҙеләр, табып килтергәнсе кис булды, ҡараңғы төшә башланы. 45
-- Төнгө юлға сығыу хәтәр, ҡуналҡа күрһәтегеҙ, иртән оҙатырһығыҙ, -тинем. -- Иртәгә ат-сана булмаҫ. Аттар Ырымбурға бесән илтергә билдәләнгән… -- Ярай, йәйәү китермен. Ә бөгөн ҡалам. Мәктәптә ҡундырҙылар. Таң атҡансы ҡурҡып сыҡтым. Буранлап тора, мәктәптә һыу юҡ – ҡоро икмәк ашаным, һыуһағас, ҡар алып инеп һыуырҙым. Иртән ат-сана килде. Был юл үҙ ғүмеремдә ауыл юлы буйлап үткән иң беренсе оҙон сәфәрем ине. Ырымбурҙа маршрут өйрәтмәнеләр, үҙем дә һорай белмәгәнмен. Ҡайһы бер ауыл рәйестәре, ылаусылары Эстәрлегә ҡайһы ауылдар аша барырға икәнлеген үҙҙәре лә белмәйҙәр. Түрәләрҙең ҡайһылары Ырымбурға йәки Эстәрлегә киткән, урынына кеше ҡалдырмаған йәки ҡарауылсы ғына ҡалдырған булып сыға, шуға күрә ике ауылда берәр көн ылау көтөп ятырға тура килде. Мәләүезгә яҡын бер ауылға яҡынлашып килгәндә бик көслө, әсе буран ҡуҙғалды, ҡараңғылана башланы. Ҡаты ҡар өйөрмәһе, боҙло һепертке менән ҡыйнағандай, биттәргә ауырттырып бәрелә. Ҡулда тишек бармаҡлы бирсәткә, аяҡҡа, үс иткән кеүек, еүеш быйма биргәндәр – абайламай кейгәнмен дә киткәнмен. Улары шаҡырлап ҡатты, аяҡ, ҡул бармаҡтарым өшөүҙең сигенә етеп сәңгене. Был юлы яныма Мәләүезгә барыусы берәү ултырғайны, ул бисара минән дә алама кейенгән. -- Әйҙә, Вәли ағай, шәберәк ҡыу, юҡһа ҡатып үләм…-- тип, ҡалтырайҡалтырай саҡ әйтә. Ылаусыбыҙ уны ҡыҙғанды, буғай, сыбыртҡыға көс төшөргәс, атҡынабыҙ ҡолаҡтарын шымартып, морондарын хоролдатып, бар көсөнә йүгерҙе. Шул арала ылусы: -- Бүреләр!.. Харап булдыҡ! Таяҡ алығыҙ! Ныҡ тороғоҙ! Һөрәнләгеҙ! Ҡарауыл!.. тип ҡотто алды. Таяҡ тотоу түгел, бармаҡтарҙы бөгөп тә булмай. Юлдан барабыҙмы, юлһыҙмы – уны белеү ҡайғыһы юҡ. Сумаҙаным өҫтөнә ултырғанмын, уның биге боҙолған, йоҙаҡһыҙ. Сана кәйлегеп бер түмәргә ҡаты бәрелде лә сумаҙаным менән ҡуша осоп төштөм. Тегеләр быны белепме, белмәйме, былай ҙа тулап сапҡан атты ҡыуа-ҡыуа һыҙҙылар. Күрәләтә бүре тамағына ташланғанымды тойоп, һуңғы көсөмдө егеп ҡысҡыра-ҡысҡыра, тунымды ла, быймамды ла һалып ташлап (ойоҡсан), сана артынан йүгерҙем… Алда мылтыҡ шартланы, эттәр өрҙө, күмәк кеше тауыштары салынды. Шуларҙы ишеткәс, артыма бер әйләнеп ҡараһам да, һис нәмә күренмәне – буран ғына. Ҡаршыға этле-мылтыҡлы кешеләр килеп етте, санабыҙ ҙа күренде… Ауылға алып ҡайттылар, сумаҙанды, быйма менән тунды эҙләргә кеше ебәрҙеләр. Идарала төнгө мажараны һөйләп көлөшөү… Мине идараға күрше бер өйҙөң мейес башына илтеп һалдылар. Аяҡ-ҡулдарҙы самогон менән ыуҙылар. Мейес башында ашаным, эстем, шунан төшмәйенсә, төшөмдә бүреләрҙән таланып йоҡланым. Төнгө эҙәрмәндәр сумаҙанды ла, тун менән быйманы ла тапмай ҡайтҡан. Иртә менән кире барып, сумаҙанды алып ҡайттылар, ундағы яңы күлдәк, аҙыраҡ кейелгән костюм менән ботинкалар юҡ, башҡалары төгәл. Рәйес “әйберҙәрең бөтәһе лә бармы?” тигәс, мин “барыһы ла урынында, тик яңы күлдәк менән костюмды, ботинкаларҙы бүреләр кейеп киткәндер” тигәйнем, йығылып 46
ятып көлдөләр. “Быйма менән тунды ла бүреләрҙең берәй түрәһе кейгәндер -өшөгәндер, бисара. Тап шул кейем-һалым өсөн ҡамағандыр улар беҙҙе” тип өҫтәнем… Шул арала бер ҡарт инеп: -- Тундың аҙ-маҙ йөндәре генә ҡалған -- өҙгөләп, ашап бөтөргәндәр. Һине, балам, шул ҡыптырҙаҡ туның ғына ҡотҡарған, әгәр шуны һалып ҡалдырмаған булһаң, өҙгөләп ашарҙар ине. Бер йылды тиресе Барый ҡалаға тире тейәп китеп барғанында көпә-көндөҙ бүреләргә тап булғас, кәзә тиреһен ташлап ҡотолған үлемдән, тип шуға оҡшаш төрлө ваҡиғалар һөйләп йыуатты. Бер-ике сәғәттән һуң рәйес: -- Бына, туған, күлдәк-костюмдарыңды ла, ботинкаларыңды ла бүреләрҙең өҫтәренән һалдырып алып ҡайттыҡ, -- тип, әйберҙәремде килтереп бирҙе. -- Ниңә үҙҙәрен дә алып ҡайтманығыҙ? -- Тотторманылар. -- Тоттормағас, кейемдәрҙе нисек һалдырҙығыҙ? -- Мылтыҡ тауышынан ҡурҡып, үҙҙәре ташлап ҡастылар… Эстәрлетамаҡта 1920 йылдың февраль баштарында Башҡортостан Мәғариф комиссариатының нәшриәт бүлегенә килеп урынлашып эшләй башланым. Ғөбәй Дәүләтшин менән Ризуан Алушев минең алға фанерҙан яһалған, эсендәгеләре таралып түгелеп төшмәһен өсөн генә сепрәк менән бәйләнгән бикһеҙ, йоҙаҡһыҙ сирек кубометр күләмендәге иҫке сумаҙан килтереп ҡуйҙылар: --Бына Бабичтың беҙгә килеп еткән бөтә байлығы. – Унда шағирҙың ярты дәфтәр ҙурлығында кескәй генә ун бишләп иҫтәлек дәфтәре, төрлө ҡағыҙға яҙылған шиғырҙары, шундай уҡ кескәй дәфтәрсәлә ауылда сғындағы өйрәнсек шиғырҙары, Бабич шиғырҙары баҫылған ҡайһы бер гәзит-журнал киҫәктәре, бернисә дана “Башҡорт” гәзите – былар барыһы ла теге фажиғәле юлда китеп барған сағында таралып, түгелеп төшкән ерҙән ашыҡ-бошоҡ йыйып алып, тәртипһеҙ рәүештә кире тултырылған кеүектәр ине. Көндәлек дәфтәрҙәрендә Мәҙрәсәи Ғалиәлә уҡыған саҡтарындағы төрлө иҫтәлектәре, араһында һирәкмирәк башҡорт, татар халыҡ йырҙары, ҡаҙаҡ аҡындарының үләңдәре лә осрай. Үҙенең әҫәрҙәре баҫылған бер-ике һан “Аң” журналы, “Башҡорт” гәзиттәре, минең Бабичҡа бүләк иткән “Ирек йырҙары, “Теләктәр төркөмө” тигән йыйынтыҡтарым. Сәйфи Ҡудаштың үҙе бүләк иткән “Аҡ билеттар бәйете”, үҙенең “Көлкө ҡапсығы” менән “Йәш Башҡортостан” йыйынтығы, бернисә “Шура” журналы, Мәжит Ғафуриҙың 4-5 хаты, Ғәлимйән Ибраһимовтың 2-3 хаты, Сәйфи Ҡудаштың унлап хаты, атаһынан, туғандарынан килгән хаттары һаҡлана ине. Уларҙы тәртипкә килтереп, шиғырҙарын хронология буйынса техник сәркәтиптәргә аҡҡа күсерергә биреп ҡалдырып, яҙғыһын үҙем яңынан Ырымбурға, Ҡарғалыға барып Бабичтың дуҫтарынан, таныштарынан бераҙ шиғыр табып алып ҡайттым да уның тыуған ауылы Әсәнгә киттем. Бөрө пристанендә пароходтан төшкәс, артабан йәйәүләргә тура килде. Шағирҙың ата47
әсәһе менән осрашып, уларҙың Бабич тураһындағы иҫтәлектәрен яҙып алдым. Мин барғанда Закир абзыйҙың тормошо ифрат ҡыҙғаныс хәлдә ине. Емерелә башлаған бик иҫке ағас өйҙә ике ҡыҙ бала күренде – керле, йыртыҡ, ямаулы күлдәктәләр. Закир абзый үҙе ҡуныстарын көйә-тараҡан кимергән ямаулы ситек менән тишек ҡата кейгән хәлдә ҡаршыланы. Сәләм биреп күрешкәс, кем икәнлегемде таныттым: -- Мәрхүм улығыҙ Шәйхзада Бабич тураһында һеҙҙән хәтирәләр яҙып алырға килдем. Һеҙҙә, бәлки, яҙмалары ҡалғандыр. Уның яҡын дуҫтарының береһе Сенәкәй тигән кешемен… -- тип үҙемдең ҡайҙан, ни өсөн килгәнлегемде һөйләп биргәс, ул: -- Ай-й-й, шулаймы ни, балам, -- мине ҡабат ҡулымдан тотоп алды ла илап ебәрҙе. -- Илама, Закир абзый, илама, тыныслан. Йәш түгеүҙән ни файҙа? Илау менән үлгән кеше ҡайтып килмәй… -- тип йыуатырға тырыштым. Йәнәшә ултырып һөйләштек. -- Йә балам, Шәйхзадамдың дуҫы икәнһең. Һөйлә, ул ҡайҙа булды, ҡайҙа йөрөнө, ҡасан үлде, нисек үлде, кем үлтерҙе, ниңә үлтерҙеләр?.. – тип һорау артынан һорау яуҙырҙы. Бабич менән танышҡан көнөмдән башлап уның үлтерелеү көндәренәсә белгән-күргәндәремде, ишеткәндәремде ҡыҫҡаса ғына тирҙем. Ул миңә үҙенең китаптары араһынан улының бер-ике көндәлек дәфтәрен, ауылда саҡта яҙған башланғыс осор шиғыр дәфтәрен сығарып тотторҙо. Хаттарын бирмәне: -- Улары үҙемә һағынғанда ҡарарға, уҡырға кәрәк. Шуларҙы уҡып күҙ йәшемде ҡоротам, үҙен күргәндәй булам. Башҡа нәмәләре юҡ, ул һәммә дәфтәрҙәрен, китаптарын үҙе менән алып китте. Былары онотолоп ҡына ҡалғандары. Ҡайҙа ғына барһа ла, Ғалиәлә лә, ҡаҙаҡ араһында ла яҙған нәмәләрен тейәп алып йөрөттө… Закир абзый сәй әҙерләтә башланы. Тик уларҙың барлы-юҡлы ризығын уртаҡлашырға күңелем тартманы. Үҙенең, балаларының өҫтәренән, төҫтәренән үк, уларҙың ашау-эсеүгә бик ҡыҫынҡылыҡ, ҡыйынлыҡ кисергәне күренеп, һиҙелеп тора ине. Ултырып эскән бер сынаяҡ сәйем, бер тешләм икмәгем бисара балаларҙың ауыҙынан тартып алынғандай тойолор ине… Закир абзый менән хушлашып, йәнә йәйәүләп бер ауылға – Бабичтың бер туған ағаһы Фәтхелҡадирҙы эҙләп киттем, кис яҡынлашты. Ниһәйәт, осрашып бераҙ һөйләштек. Ул Бабичтың уҡырға тырышлығын, матур әҙәбиәт менән йәштән үк мауығып, шиғриәткә мөкиббәнлеген һөйләне, башҡа яңылыҡ булманы. Ҡараңғы төшмәҫтән элек тип, тағы йәйәүләп пристангә йүнәлдем. Эстәрлегә ҡайтып, сәркәтиптең мин юҡта күсергәндәрен төп нөсхәгә сағыштырып, дөрөҫләп сыҡҡандан һуң, үҙем йыйнап ҡайтҡандарын да күсертеп, йыйынтыҡтың тейешле тәңгәлдәренә урынлаштырҙым. Ырымбурҙан, Ҡарғалынан мин уның шиғырҙары баҫылған 5-6 “Шура” журналын, унлап “Башҡорт” гәзитен, ике “Аң” журналын, шағирҙың таныштарынан 5-6 лирик шиғырын, Мәхмүт Мәржәнигә “Ҡармаҡ” журналына эшкә килеү тураһында яҙышҡан хаттарының бер-икеһен алып ҡайтҡайным. Ауыл көндәлектәрендә шәкерт саҡтары, әшнәләре 48
менән балыҡҡа йөрөүҙәре, уҡыған китаптарының исемлектәре, халыҡ йырҙары яҙылғайны. Шәйехзада Бабичтың был йыйынтығы уның әҫәрҙәренең тулыһы, йәки һайланмаһы итеп түгел, ә киләсәктә яңынан тәртипкә һалып, тулы, йәки һайланма әҫәрҙәрен нәшер итергә тупланған материал булдырыу теләгенә нигеҙләнде. Шуға күрә мин унда Бабичтың әҙәби-сәйәси йәки әхләҡи яҡтан матбуғатҡа сығарырға ярамаған шиғырҙарын, яҙмаларын да барыһын урынлаштырҙым. Бабичтың биографияһына ҡарата Бабич мәктәп дәфтәренең яртыһы ҙурлығында яҡынса унлап ҡағыҙлы – егермешәр битле көндәлек дәфтәрҙәре йөрөткән, уларҙы ауыл мәҙрәсәһендә уҡыған сағында 1908 йылдарҙа уҡ яҙа башлаған, ҡайһы бер йылдарҙа 2-3 дәфтәр тултырған. Шуны самалап ҡарағанда, уның утыҙлап көндәлек дәфтәре булырға тейеш ине, сумаҙанда яртыһы ғына осраны. Шул көндәлектәрҙән һәм Бабичтың атаһының, дуҫ-иштәренең, таныштарының иҫтәлектәренән файҙаланып, шағирҙың биографияһын шаҡтай оҙон итеп яҙырға тура килде, иҫтәлектәр унда айырым бүлек рәүешендә теркәлде. Дәфтәр бите менән 5-6 йөҙ бит самаһы был биографияһы ла киләсәкке томдарына ҡушымта, йәки яҙыласаҡ биографияһына әҙер сығанаҡ булып һаҡланһын, тигән уй менән эшләнде. Хәҙер ҡайһы бер иптәштәр миңә: -- Бабичтың шиғырҙар йыйынтығы менән биографияһы ни өсөн шул 1920-се йылдарҙа уҡ Эстәрлетамаҡта йәки Өфөлә баҫылманы? – тигән һорау бирә. Ул йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәтенең типографияһы ла барлы-юҡлы ғына, хәрефтәр етешмәй һәм иҫкергәндәр, йүнле ҡағыҙ юҡ ине. Гәзит-журналдар хөкүмәттең, партияның иң мөһим һәм ашығыс бойороҡтарын, инструкцияларын киптергес ҡағыҙҙай ҡара һеңдереүсән көрән, һары төҫтәге сүбәк ҡағыҙҙарға баҫып сығара. Шул 1920 йылда Эстәрлелә Зариф Мозафаров тигән берәүҙең “Ҡыйыҡ тешләүселәр” тигән Дауыт Юлтый. 20-се йй. 5-6 табаҡ самаһы агитпьесаһы ғына баҫылып сыҡты, ләкин был китап авторҙың үҙенән башҡа кеше танып уҡый алмаҫлыҡ хәлдә ине. Шуға кәрә Бабичтың шиғырҙар йыйынтығын баҫтыртырға матди һәм техник мөмкинлек булманы. 1920 йылдың көҙөндә уның шул тупланған шиғырҙар төркөмө менән бергә баяғы оҙон биографияһын, аҡҡа күсерелгән хәлдә, Башҡортостан хөҡүмәтенең нәшриәт бүлегенә тапшырҙым. Ризуан Алушев, Ғаббас Дәүләтшин иптәштәр икәүһе тикшереп сығып алып ҡалдылар. Уларҙың оригиналдары – көндәлек дәфтәрҙәре, шиғырҙары баҫылған гәзит журналдар, шиғыр дәфтәрҙәре, ҡуйын дәфтәрҙәре, шиғыр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәре барыһы тәртипкә һалынып, гәзиттәргә төрөлөп, өҫтәренә ниндәй материал икәнлектәре 49
яҙылып, яңынан шул сумаҙанға һалып ҡалдырылды. Бабич шиғырҙарын туплауҙа, биографияһын яҙыуҙа Дауыт Юлтый, Ғаббас Дәүләтшин, Сәхи Рәхмәти, Ризуан Алушев, Мәхмүт Мәржәни, Рәүеф Ниязбаев, Ғабдулла Хәсәнов, шағирҙың ағаһы Фәтхелҡадир Бабичев һәм шул саҡтағы башҡорт нәшриәт бүлегендә хеҙмәт иткән иптәштәр бик ҙур ярҙам күрһәтте. Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек Бер саҡ үҙ-ара әңгәмәләшеп ултырғанда шағир: -- Шиғыр яҙа башлаған көндәремдән алып 1917 йылғаса яҙған шиғырҙарым - әҙәби балалыҡ дәүерем, өйрәнсек осором. Шиғриәт баҫҡысына яңы үрмәләп менә башлаған сағым, -- тигәйне. – 1917 йылдың башынан ошо көнгәсә (1918 йылдың башынаса. – Т.С.) төрлө тәжрибәләр яһап, яңы формалар, стилдар өйрәнеп эҙләнеү, ҡәләмгә көс, күңелгә аҙыҡ туплау, ваҡиғаларҙан хәтирәләр яҙып, хыял, фекер, аҡыл даирәләремде киңәйтеп, әҙәби хазина һарайымды байытыу дәүерем. Мине был һуңғы йылдарҙа, инҡилап йылдарында, күктән төшкән Ғазазил түгел, ә ерҙән шытып сыҡҡан иҫәпһеҙ күп фәрештәләр, шайтандар, ғазазилдар, иблистәр, пәри-ендәрҙең тормоштарынан “Ғазазил”ға ҡарағанда ун тапҡыр оҙон, йөҙ тапҡыр ҡыҙыҡлы балладалар яҙырға мөмкин. Хазина һарайым ҡиммәтле хәтирәләр менән тулғайны… Насип булһа, илдә һуғыштар бөтөү менән, тыныслыҡ башланыу менән башҡа-бүтән эштәрҙе ташлап тороп, ер ғазазилдары, фәрештәләре тураһында поэмалар, балладалар, хикәйәләр, романдар яҙырға керешәм… “Ғазазил”дың икенсе киҫәген яҙырға әҙерләнеп йөрөүен белгән иптәштәр: “Бабич шул беренсе “Ғазазил”ын дауам иттерәсәк ине” тип яңылыша. Ул бөтөнләй башҡаса, ер ғазазилдары – үҙе тирәһендәге иблистәр, шайтандар, ҡара йөрәктәр, ялған башҡортсылар, авантюристарҙы яңы “Ғазазил”да тиҫкәре тип итеп реаль тормош поэмалары, хикйәләре яҙырға әҙерләнеп йөрөнө. Ләкин ҙур, матур теләктәр менән талпынған ялҡынлы өмөт ҡояшы, үҙенең тулҡынлы орбитаһында ялтырап осҡан сағында, көтөлмәгәндә, ҡыҙғаныс хәлдә шартлап һүнде. Дүрт йылдан һуң Бабич үлтерелгәнгә дүрт йыл үткәс, 1923 йылдың йәйендә, Башҡортостандың Йылайыр кантонының үҙәге Преображенский ҡасабаһында уҡытыусыларҙың белемен күтәреү буйынса ике айлыҡ курстар асылды, унда йөҙгә яҡын уҡытыусы йыйылды. Ял көндәренең береһендә курстар администрацияһы һәм тыңлаусылары менән берлектә Бабичтың ҡәберен билдәләү өмәһе үткәрҙек, унда ҡатнашмаған бер генә тыңлаусы ла ҡалманы. Кантон идаралығында эшләгән ҡайһы бер хеҙмәтсәндәр ҙә килде. Бабичтың күмелгән урынын асыҡлап, ҡәбер 50
өҫтөнә тупраҡ-кәҫтән уба өйөп, тимер рәшәткә менән уратып ҡуйҙыҡ. Уба өҫтөндә Сенәкәй Бабич тураһында һөйләне (фотоһы бар). Ғәлимйән Ибраһимов мөхәррирлегендә баҫылған беренсе йыйынтығы тураһында бер-ике һүҙ Был йыйынтыҡ Бабичтың теге йәки был ҡараш нөктәһенән матбуғатҡа сығарырға ярамаған шиғырҙарын ҡалдырғанда ла, ике йәки берярым өлөш ҙурыраҡ күләмдә булырға тейеш ине. Ниндәй сәбәптәндер, күп кенә әҫәрҙәре керетелмәгән. Матбаға хаталары ла күп кенә. Шуның өҫтөнә, иң матур шиғырҙары тупаҫ ҡыҫҡартылып йәки төҙәтелеп баҫтырылған. Мәҫәлән, “Сыбар ҡар” тигән оҙон лирик шиғыры бар ине, хәтеремдә ике йөҙ юл самаһы. Теге саҡта “Сыбар йыр”ҙы айырым бер дәфтәргә күсерттереп ҡалдырғайным, йыйынтыҡта дүрт юлы ғына бар. Уныһы ла иң тупаҫ рәүештә боҙолған. Бабичтың был әҫәренең һәр бер куплеты алтын хәрефтәр менән стенаға яҙып ҡуйылырлыҡ тәрән мәғәнәле гүзәл һүҙҙәр, иң килешле эске, тышҡы рифмалар менән ифрат оҫта, шыма яҙылыу өҫтөнә, афоризмдарға бай, тәрән фәлсәфәле мәғәнәләр менән һуғарылғайны. Мин уның күп куплеттарын ятлап, урыны сыҡҡанда дуҫ-иштәргә уҡып, һөйләп ишеттереп йөрөнөм. Бабичҡа эйәреп, шул “Сыбар йыр”ға оҡшатып, нәҡ шул үлсәүҙә үҙем дә йөҙәр юллыҡ ике шиғыр яҙғайным… “Сыбар йыр”ҙың йыйынтыҡтарҙа боҙолоп-үҙгәртелеп баҫылған дүрт юлы бына былай: Күктә Алла, ерҙә иблис – мин малай, Береһе “мин” тип, береһе “дин” тип тартҡалай. Белмәйем: Әллә иблис, әллә Алла алдалай?! Ә дөрөҫө-тураһы: Күктә Алла, ерҙә иблис, мин малай, Береһе “дин!..” тип, береһе “мин!..” тип тартҡалай, Һәр икәүһе йәм менән һөйөнөс бирә, Әллә Алла, әллә иблис алдалай? Ғәлимйән ағай “Һәр икәүһе йәм менән һөйөнөс бирә” тигән гүзәл шиғри һөйләмде алып ташлап, урынына “белмәйем” тигән һис кенә лә йәбешмәгән артыҡ һүҙҙе яҙып баҫтырған. “Һәр икәүһе йәм менән һөйөнөс бирә” тигән һөйләмдән ҡурҡып, берәй сәйәси йәки әҙәби яҡтан ул һөйләмде яраҡһыҙ тапҡан һүрәттә лә, “белмәйем” һүҙен ҡыҫтырырға ярамаҫ ине. Сөнки “Әллә иблис, әллә Алла алдалай” тигән һөйләмдә үк икеләнеү, белмәүсәнлек ғәләмәте аңлашылып, күренеп тора. Бабич: “Һәр икәүһе йәм менән һөйөнөс бирә…” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙе менән “Алланың ожмахтарын, хур ҡыҙҙарын, вилдан-ғилмандарын 51
бөтөнөһөн күҙ алдына килтергән кеүек, “иблис”тең дә һыраханаларын, ҡабаҡтарын, алтын-көмөш байлыҡтарын, вакханалия, богемасылыҡ һымаҡ боҙоҡлоҡтарын шәүләләндерә. Йәнә килеп Бабич шиғырына “Әллә Алла, әллә иблис” тигән исем ҡуйылыуы ла урынһыҙ – “Сыбар йыр”ҙан өҙөк” дөрөҫ булыр ине. Бабич шиғырының юлдарын, һөйләмдәрен тарҡатып, өс юллыҡты бишкә бүлеп йәки, һөйләү йәтешлекге өсөндөр, үлсәүен боҙоу килешһеҙ – шағир үҙе бит көйләргә лә, һөйләргә лә яраҡлы итеп яҙа. Шуға күрә “Сыбар йыр”ҙың бөтөн иллеләп куплеты ла уның үҙе тарафынан ун бер ижекле, дүртәр юллы куплеттар менән яҙылған. Башҡа шиғырҙары ла шундай ҡайсы бәләһенә тарымаған тип әйтеп булмай. (Т. Сенәкәйҙең хаҡлылығы Ш. Бабичтың мин архивта табып алып “Башҡортостан” гәзитендә сығарған “Башҡортостан”, “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйле хитап” әҫәрҙәренең төп нөсхәләре менән дөрөҫләнде. Әммә бөйөк шағирыбыҙ мираҫынан “төҙөүсеһе, баш һүҙ һәм аңлатмалар авторы – филология фәндәре кандидаты Рауил Бикбаев” булған иң хәҙерге – 1994 йылғы юбилей баҫмаһы ла шул уҡ хаталар, боҙоҡтар менән туптулы. – Й.С.). Уның “Айға мендем” шиғырының яртыһы юҡ. Сөнки Бабич Айға, ғәрше-көрсигә менгәндән һуң унда бер ҙә йәм дә, тәм дә тапмай ергә ҡайтып төшә, шунда йәм таба, тыныслана – ерҙәге халыҡтар араһында көрәшеп йәшәүгә ни етә! Ҡалған яғының йөкмәткеһе ана шулай. Был шиғырҙың кәмендә дүрт куплеты ҡыҫҡартылған, башланғыс куплеты ла дөрөҫ түгел: уның 2-сею лы ысынында бына ниндәй: Айҙа ҡундым, ундағы ҡыҙҙан һөйөлдөм туйманым. Ул заманда Башҡортостандың берҙән-бер һәм иң беренсе халыҡсан шағиры булып танылған Ш. Бабичтың иң беренсе һайланма йыйынтығының, башҡорт телендә Башҡортостанда баҫылмай, Ҡазанда Татарстан нәшриәтендә донъя күреүе лә аптырарлыҡ хәл… Инде Бабичтың 1958 йылда Әхнәф Харисов иптәш редакцияһында сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр”е тураһында Был йыйынтыҡты һайланма әҙәрҙәр тип түгел, бәлки Бабичтың “Шиғырҙар йыйынтығы”, йәки “Беренсе том шиғырҙар йыйынтығы” тип сығарырға кәрәк ине. Сөнки был йыйынтыҡҡа “Дуҫтар”, “Бәхетһеҙ мин”, “Ике шәкерт”, “Ҡурҡаҡ” һымаҡ ысынлап та һайлап алынған шиғырҙары араһына килешмәгәнерәк әҫәрҙәре лә күп кенә индерелгән. Бындайҙарын Бабичтың өйрәнсек, балалыҡ сағында яҙылған шиғырҙары тигән бүлектә сығарырға булыр ине. Өҫтәүенә, һайланма шиғырҙары араһына теркәлергә тейешле булған 1916 йылғы матур шиғырҙарынан “Тәмҫил”дең керетелмәй ҡалдырылыуы эсте бошора. Баҫма хаталары, йәки башҡортсаға күсерелгәндәге техник хаталар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы бер шиғырҙарының йылдары яңылыштырылған. Мәҫәлән, “Сыбар йыр” (“Әллә Алла, әллә иблис”) менән “Яҙғы йыр”ҙы 1916 йылғы тип бирелгән, был дөрөҫ 52
түгел. “Яҙғы йыр” 1918, “Сыбар йыр” 18-19-сы йылдарҙа яҙылған. “Халҡым өсөн” тигәне лә 1917 йылғы. Бер саҡ Бабич мандолинала уйнап йырлағанында “бына бер яңы шиғырымды тыңлағыҙ әле!” тип йырлап ишеттергәйне, күптәр уны шунда уҡ яҙып та алды. Бабич шиғырҙарының татарса һәм башҡортса теле Шағир ауыл мәҙрәсәһендә, Мәҙрәсәи Ғалиәлә уҡыған осорҙарында ундағы дини дәреслектәрҙең күбеһе ғәрәп телендә, ғәрәпсә булмағандарына ла бик күп ғәрәп һүҙҙәре аралашҡайны. Башҡа фәндәрҙең дәреслектәре лә шулай ғәрәпсә һүҙҙәр, терминдар менән сыбарланған. Октябрь революцияһына тиклемге татар әҙәбиәте был сирҙән ҡотола алманы. Хатта Бабичтың замандашы, ҡалалашы, уның менән ҡатнашып йәшәгән Сәғит Сөнсәләй ҙә “ғәрәп һүҙҙәре аһәңле (музыкаль яңғырауыҡлы) мәғәнәгә бай, шиғриәткә килешле…” тип, шиғырҙарында ғәрәпсә һүҙҙәрҙе кәрәгенән артыҡ ҡулланыусыларҙан булыуы менән бергә, шул тенденцияны теше-тырнағы менән яҡлап, маҡтап һөйләүселәрҙән ине. Бабич Октябрь революцияһынаса баҫылған төрөк-ғәрәп яңы әҙәбиәтенең иң әүҙем уҡыусыларының береһе булғандыр, теленең 60-70 проценты ғына татарса йәки төркисә, үзбәксә булған “Мөхәммәҙиә”, “Камале Өмми”, “Баҡырған”, “Бәҙеүәм” кеүек боронғо төрөк, татар, үзбәк әҙәбиәтен дә күп кенә аҡтарған әҙип. 1917 йылға тиклем ул ғәрәпсәле иҫке татар әҙәбиәтенән сыға алманы. Мин үҙем дә башланғыс яҙыусылыҡ осоромда был сирҙән ныҡ ауырыным. Шулай ҙа мин, сит һүҙҙәрҙе бик аҙ ҡатнаштырыу менән бергә, татар шиғырынан ғәрәп, фарсы һүҙҙәрен бөтөнләй ҡыуып сығарыу яғына күстем. Сөнки күбеһенсә сит һүҙҙәрҙең баҫымдары шиғыр яҙғанда кәрәкле урынға тап килмәй, яҙғанда ла, уҡығанда ла, һөйләгәндә лә, көйләгәндә лә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Өҫтәүенә, ғәрәп һүҙҙәренең күпселеген халыҡ аңламай. Бабич Ырымбурҙа сағында был турала арабыҙҙа аңлашыу булды. Мин уның шиғырҙарына ғәрәпсә һүҙҙәр ҡатнаштырыуын тәнҡитләнем, ғәйепләнем. Был турала аңлашҡанда Мәхмүт Мәржәни, Рәүеф Ниязбаев та бар ине, улар ҙа минең фекерҙе ҡеүәтләне. Яҙған шиғырҙарыбыҙҙы Ярлы Кәрим, Шамун Фидаиҙар ҡатнашлығында үҙ-ара уҡып әңгәмәләшеп ултырғанда ла ғәрәпсә һүҙҙәрҙе, ғөмүмән, сит һүҙҙәрҙе шиғырҙа ла, прозала ла һирәкләтеү тураһында һүҙ барҙы. Бабич башҡа ерҙәрҙә лә үҙ ижадында ғәрәп һүҙҙәрен урынһыҙ күп ҡулланыуҙа тәнҡитләнде. Бабичтың миңә ебәргән теге көйлө хатындағы: “Тап татарса хаттар яҙҙым таҡыр башлы татарға…” тигән һүҙҙәре лә уның шиғырҙарындағы, хаттарындағы урынһыҙға сыбарлатылған ғәрәп һүҙҙәренә бәйле иптәштәренең кәңәштәрен иҫтә тотоу һиҙелә. Шуға күрә Бабичтың ғәрәп һүҙҙәрен башҡортса йәки татарса һүҙ табылмағанда ғына ҡулланып яҙған гүзәл шиғриәтендәге татарса йәки башҡортса шиғырҙарының йылдары, айҙары ҡуйылмаһа ла, уларҙың тап 1917-18 йылдарҙа яҙылғанлыҡтарын аныҡлап була, тип әйткем килә. 53
Бабичтың бөгөнгө башҡортса һәм татарса баҫылған йыйынтыҡтары тураһында ярты һүҙ Өҫтә күрһәтелгән кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн, был шиғырҙарҙы йыйнап баҫырға әҙерләгәс, типографияға бирмәҫ борон Бабичтың замандаштары Сәйфи Ҡудаш кеүек ҡарт шағирҙарҙан уларҙың тышҡы форма, техник яҡтарын күҙҙән үткәртеп тикшертеп, оригиналдарын, татарсаларын һәм башҡортсаларын сағыштырып, дөрөҫләтеп баҫтырғанда яҡшы булыр ине. Бабичтың киләсәктә баҫыласаҡ йыйынтыҡтары тураһында бөтөн һүҙ Шағирҙың замандаштары, дуҫтары, уның менән ҡатнашып йәшәүселәре сикһеҙ күп ине. Тик минең белеүемсә, ул күптәрҙең араһында иҫән ҡалғаны Өфөлә Сәйфи Ҡудаш ҡына, ул Бабичты 10 йыл буйынса күреп белә. Бабич менән Ғалиәлә бергә уҡыған, уның менән “серле” хаттар яҙышҡан, аралашҡан. Шиғырҙарының бераҙын баҫылмаҫы борон уҡ, баҫылғас та бер-нисә ҡат уҡыған. Шуға күрә уларҙағы артыҡ йәки төшөп ҡалған һүҙҙәрен, башҡа яңылышлыҡтарын белергә тейеш. Ул күп шиғырҙарҙың хронологияһын хәтерләй. Өҫтәүенә, уның ҡулында (архивында) Бабич тураһында күп кенә мәғлүмәт бар. Мин Бабичтың Ҡудаштан ҡала икенсе, өсөнсө дәрәжәләге дуҫы. Бабичты матбуғатта сыға башлаған осоронан уҡып белһәм дә, уның менән 1917 йылда ғына танышып аралаштым. Шулай булһа ла, уның донъяға сыҡҡан, сыҡмаған шиғырҙарының күп өлөшө минең күҙҙән ентекле тикшерелеп үтте. Әле һуҡырайып барған ҡарт булһам да, уның ижадының Башҡортостанда һәм Татарстанда юлдан-юлға, ҡулдан-ҡулға күсерелеп йөрөүенән хасил хаталарын, арттырылған йәки кәметелгән, алмаштырылған һүҙҙәрен һиҙә лә, күрә лә алам. Яңынан Бабич йыйынтыҡтарын баҫтырғанда Сәйфи менән беҙ икәү ундай етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә, әҫәрҙәрен шағир үҙе уйлаған, үҙе яҙған төп нөсхә хәленә килтереүҙә ҡулдан килгән хеҙмәтебеҙҙе ҡыҙғанмаҫ инек. Шәйхзада Бабич тураһында ҡайһы бер замандаштарының иҫтәлектәре (минең яҙып алыуҙа) Бабич ҡыҙыҡтары Ырымбурҙың ҡарт уҡытыусыларынан Хәҙисә ханым Сәйфетдинова комикдекламатор тураһында иҫтәлектәрен һаҡлай. 54
-- Бабичты тәүге тапҡыр 1917 йылдың көҙөндә Ырымбурҙың “Люкс” кинотеатры сәхнәһендә күрҙем. Ҙур-ҙур атлап сығып, тамашасыларҙы күҙе менән һөҙөп ҡарап алды ла, тын ҡалып, ҡолаҡтарын һелкетте. Бөтөн зал уның ҡолаҡтарының һелкенеүенән таң ҡалып, шаулап көлдө. Беҙ шул 1917 йылғаса татар сәхнәһендә уның кеүек күңелле көлдөрөүсене күргәнебеҙ юҡ ине. Ул ҡатнашҡан әҙәбиәт-концерт кисәһенә барһаҡ, уның сәхнәгә килеп сығыуы менән, ҡул сабып көлөшә башлайбыҙ. Тамаша залынан сығып барғанда ла, юлда ла, өйгә ҡайтап ингәнсе бер-беребеҙгә уның көләмәстәрен, ҡыҙыҡ һүҙҙәрен ҡабатлайҡабатлай көлөшәбеҙ. Уның исем-фамилияһы ла Ырымбур өсөн яңы – ишетелгәне юҡ ине. Шуға күрә ҡайһы бер тамашасылар уны, исем-фамилияһын тиҙ генә үҙләштерә алмай, ҡушамат тағып: -- Әйҙәгеҙ концертҡа! Бөгөн теге “һикертмә ҡолаҡ” йәки “ҡолағын һелкетә торған артист” көлдөрә икән, тип бер-берен димләнеләр. “Миңә лә бер-ике мәрйә алып ҡайт” Элек татарҙар Ырымбурҙың хәҙерге ҙур Колхоз баҙарын “Мәрйә баҙары” тип йөрөттө, сөнки электән үк унда иң ҙур йәшелсә баҙары булып, бәрәңге, кәбеҫтә, кишер, ҡыяр, һуған, һарымһаҡ, тауыҡ, күкәй, һөт-ҡатыҡ, май-ҡаймаҡ, ҡарбуз-ҡауын һымаҡ ауыл хужалығы аҙыҡтарын башлыса урыҫ ҡатын-ҡыҙҙары һата. Бер көн иртүк миңә Ярлы Кәрим килде. Йоҡонан яңы тороп ҡына йөрөй инем. -- Әй, Абдулла, килеүең бик шәп булды. Самауыр ҡайнағансы, мәрйә баҙарына сығып, берәй тиҫтә күкәй алып кер әле, күкәйләп сәй эсербеҙ, -- тип аҡса тотторғайным, шул арала Бабич килеп инде. Уның менән иҫәнләшкәс, Абдулла: -- Ярай, мин мәрйә баҙарына барып киләйем дә, сәй янында һөйләшербеҙ, - тигәйне, Бабич уны туҡтатып: -- Әй, туҡта, туҡта, миңә лә бер-ике мәрйә алып ҡайт! – тип, кеҫәһенә ҡулын тығып аҡса сығарып һондо. Тегеһе: -- Юҡ, мин алып ҡайтҡан мәрйәләрҙе яратмаҫһың, үҙең барып һайлап ал! – тип сығып китте. Бабичтың был көлкөһө ағай-эне араһында әллә нисә йыл буйына мәҙәкләнеп йөрөнө. Бабич яраштырыусы Яҡын таныштарынан берәү төрлө яман һүҙ менән үҙенең хәләл ефетен битәрләгән сағына тура килә. Икеһе тиң һуғышыр хәлгә етеп ҡыҙарынған, бүртенгән. Бабич был хәлде күреүе менән ҡатындың иренә ҡарап: -- Әй, әй, ниңә ошондай бигерәк матур ҙа, аҡыллы ла ҡатыныңды шул тиклем хурлап һүгәһең? Әгәр минең шундай һылыу хәләл ефетем булһа, ебәк 55
яулыҡҡа төрөп, башын ғына күрһәтеп, тышҡы түш кеҫәмә һалып ҡына йөрөтөр инем, -- ти ҙә, ҡатынына әйләнеп: -- Ә һин, йүләр мәрйә, ниңә ирең менән әрләшәһең? Мин, һинең урында булһам, был ирҙең битенә бал яғып, рәхәтләнеп ялап ҡына ултырыр инем! – тип икеһен дә көлдөрөп, асыуҙарын бөтөрөп, татыуландырып, сөкөрҙәшеп сәй эсеп сығып китә. Аҡыллы дурактар Бер ямғырлы көндә яуын туҡталған арала Бабич менән тротуарҙан бара инек, ҡаршыбыҙға йығылып лайға буялған иҫерек килә. Бысрағынан да, үҙенән дә ытырғанып, урам уртаһына сыҡтыҡ. Иҫерек беҙгә күҙҙәрен алартып ҡарап, ҡулдарын кеҫәләренә тығып туҡталды ла: -- Әй, иҫеректәр, ниңә ҡасаһығыҙ, дурактар! – тип аҡырып һүгенә башланы. Бабич та уға ҡарап, тап үҙе кеүек ҡыланып, кеҫәләренә ҡулын тығып: -- Беҙ, иҫерек булһаҡ та, һинең кеүек бысраҡ иҫерек түгел. Дурак булһаҡ та, һинең һымаҡ ахмаҡ – аҡылһыҙ дурак түгел, беҙ – аҡыллы дурак! – тип ҡысҡырып китте. Иҫерек, һүгенеп, беҙгә бәрергә таш алып маташҡан арала ҡасып ҡотолдоҡ. Бабич ут һүндереп ҡайтты Йоҡларға ятҡас ҡына, беҙҙән йыраҡ түгел кварталда янғын сыҡты. “Пожар! Пожар!” – тигән һөрәнгә Бабич сисенеп ятҡан урынынан ырғып тороп, ашыҡбошоҡ кейенә башланы. Үҙе салбарын кейә, күҙе менән пинжәген эҙләй. Бер балаҡҡа ике аяғын тығыуынан үртәлеп, береһен тартып алайым тигәнсе, балағы бүҫерелде. Аптырағандан пинжәген генә кейеп, салбарын ҡулына тотоп сығып бара. -- Ҡайҙа ҡабаланаһың, салбарыңды кей! – тип ҡысҡырып саҡ туҡтаттым. Баҡтиһәң, йоҡоһонан иҙерәпме, иң элек ботинкаларын кейеп алған икән – шулары ҡамасаулай. -- Вәт суҡынсыҡ аяҡтар! Асыуымды килтерһәгеҙ, икегеҙҙе лә ҡыҫҡартырмын! – тип һөйләнә-һөйләнә сығып йүгерҙе. Әйләнеп ҡайтҡанын белмәнем – йоҡлағайным. Иртән торғас һорайым: -- Йә, Бабич, һүндерҙеләрме? -- Янғын һүндереүселәрҙең хәленән килмәне, әй. Мин барып һүндермәһәм, бөтөн Ырымбурың янып көлө күккә оса ине. -- Һин нисек һүндерҙең һуң? -- Урал менән Һаҡмар һыуы етмәгәс, үҙемдекен… сәптереп һүндереп ҡайттым… Карауат аҫтында (Бабич үҙе мәрәкәләп һөйләгәнсә) 56
Исмәғил тигән бик яҡын бер иптәшенә барып инһә, уныһы өйҙә булмағас, өҫтәл янына ултырып, альбом аҡтарып көтә. Тәҙрәнән иптәшенең бер ҡыҙҙы ҡултыҡлап ҡайтып килеүен күрә лә, ҡыҙыҡ яһар өсөн карауат аҫтына инеп ята. Ҡыҙ менән егет һөйләшә-һөйләшә килеп инәләр ҙә карауатҡа ултыралар, ҡыҙыҡлы диалог башлана. Исмәғил: -- Һин кеше һүҙенә ышанма, көнсөллөктән, һинең менән минең татыулыҡты күрә алмауҙан ялған тараталар. Зифа: -- Юҡ! Бер ҙә ялған түгел! Ул һүҙҙе миңә дошман кеше түгел, дуҫ кеше әйтте. Иң яҡын күргән әхирәтем әйтте. -- Кем әйтһә лә ышанма. Мин һине ысын йөрәктән, керһеҙ, хәйләһеҙ һөйәм. -- Юҡ-юҡ, ышанмайым! Алдайһың! Һин Шәрәфәтте һөйәһең. Бибикамалды ла, Тәзкирәне лә яратаһың… Һиңә ышаныс юҡ, әллә нисә яратҡан ҡыҙың бар. -- Әй-й-й, ҡуй әле, Зифа, ниңә йыйын юҡ-барҙы ҡабатлайһың? Шәрәфәтте мин шайтан менән бер күрәм. Бибиҙе былай ғына, Тәзкирәне тегеләй генә яратам. -- Һөйәһең, һөйәһең! Ялғанлама! -- Билаһи, валлаһи, уларҙы һөймәйем! -- Һөйәһең, һҡйәһең! Йома көндө Каруанһарай баҡсаһында Тәзкирә менән ҡултыҡлашып йөрөгәнегеҙҙе үҙ күҙем менән күрҙем. Бибикамал менән кинонан сыҡҡаныңды шәйләнем. -- Юҡ-юҡ, әллә ҡасанғыны һөйләйһең! Мин уларҙы башланым да ташланым, бик ялғансы ҡыҙҙар булып сыҡтылар. Саҡырған ергә сыҡмайҙар, вәғәҙәләрендә тормайҙар, уларҙың миңә бер тинлек тә кәрәктәре юҡ. -- Ышынмайым, ышанмайым! Һин – хәйләкәр, һин – тел биҫтәһе, нисек кенә булһа ла, ғәйебеңде ҡапларға тырышаһың. Һинең күңел – сиңерткә, ҡыҙҙанҡыҙға һикереп йөрөй. -- Бер ҙә улай түгел инде, Зифаҡайым, мин бит һине өс йылдан биреле һөйөп йөрөйөм. Әгәр сиңерткә булһам, күптән инде һинән һикереп ҡасыр инем. -- Һин әле уларҙан башҡалар менән дә сыуалаһың. Зөләйха менән, Ғиззәтбаныу менән… -- Әй Зифа, Зифа, Зөләйха менән Ғиззәтбаныу минең уҡыусылар бит, көн һайын миңә килеп һабаҡ алалар. Улайғас, һин дә әллә нисәмә егет менән йөрөйһең – Хәйретдин менән дә, Вәли менән дә, Нәжип менән дә… -- Ай Алла!.. Бына тағы, кәрәк булһа… иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ. Өсөһө лә курсташтарым бит, улар менән йөрөргә тилеме ни мин! Нисек оялмай телең бара!? Кит, битһеҙ! -- Ниңә мин битһеҙ булайым? Бер түгел, ике битем бар, бына ҡара! -- Йә инде, йә, һүҙҙе көлкөгә борма! Әгәр алдап йөрөй торған булһаң, дөрөҫөн генә әйт тә ҡуй – йәш башымды әйләндермә! 57
-- Ысынын ғына әйтәм, йәнем, мин һинән башҡаны уйлағаным да юҡ, һинһеҙ йәшәй алмайым, йөрәгемдә тәрән тамырланғанһың. Һиңә генә өйләнәм, һинән башҡаны буш бирһәләр ҙә алмайым! -- “Алмайым”? Әллә һатып алаһыңмы? -- Былай ғына әйтәм бит, уларын туйһыҙ ҙа алмайым, һине туй яһап алам, тигән һүҙем. -- Ә ҡасан туй яһайбыҙ? -- Байрамда… (тап шул мәлдә генә ишектә зыңғырлау). Туҡта, кемдер килде, кем икән? -- Тороп тор, үҙем тәҙрәнән ҡарайым. Башҡа һөйгән ҡыҙың килгәндер әле! Әгәр Ғәлиә йәки Тәзкирә булһа, әле һөйләгән һүҙҙәреңдең бөтәһе ялғанға сыға. (Икәүләшеп тәҙрәнән ҡарайҙар ҙа яңынан ултыралар). -- Миңә бөгөн сәғәт икелә Бабич тигән шағир килмәксе ине. Килмәһә ярар ине… -- И Исмәғил, шулаймы ни, ул Бабич һинең менән танышмы ни? Мине лә таныштыра күр! Бик ҡыҙыҡ кеше, тиҙәр, бик көлдөрөүсән, тиҙәр. -- Ярай, бик ярай, таныштырырмын. Бөгөн кис бергәләшеп концертҡа барырға булдыҡ. Кискә табан бер сибәр ҡыҙ ҙа эйәртеп алып кил, уның өйләнгеһе килеп йөрөй. Ике туйҙы бергә үткәрербеҙ. -- Ярай, улайһа, Нәфисә менән килермен. Уның да кейәүгә барғыһы килә. -- Тимәк, вәғәҙә. Кил әле, вәғәҙә билгеһе итеп бер генә үпәс итәйем! -- Ҡуй, ҡуй, ҡуй, кәрәге юҡ! Һин, бер генә үбәм тиһең дә, ун үбәһең. Кисә лә ике битемде тиң ҡыҙартып бөтөргәнһең. Шул килеш ҡайтып инһәм, әней һиҙенер ине. Әл дә ярай юлда Йәмилә осрап: “Ниңә биттәрең, күҙҙәрең был тиклем ҡыҙарған? Әллә иланыңмы?” тигәс, тиҙ генә һылтау табып: “Иланым шул. Атай яман итеп асыуланды…” тиеп алданым да, уларға инеп, биттәремде һалҡын һыу менән йыуып сыҡтым. -- Юҡ, йәнем, юҡ, кисәгеләй ҡаты үпмәм. Йомшаҡ ҡына, йомшаҡ ҡына… -тип, ҡыҙҙы ҡосаҡлап карауатҡа аунатып-аунатып үбә. Зифа: -- Етәр инде, етәр! Ебәр, ҡайтам… оҙаҡ торҙом… Бабич карауат аҫтынан: -- Ебәрмә, ебәрмә! Минең өсөн дә бер үп! – тип, аяҡтары менән иҙәнде дөбөрләтеп ҡысҡыра. Ҡыҙ: -- Уй, харап булдым! – тип атлығып сығып ҡаса. Исмәғил: -- Ах Бабич! Бөтөн эште боҙҙоң бит, суҡынғыры! Ниңә былай итәһең! Бабич: -- Һис кенә лә боҙманым, ниңә боҙайым? Һин эшеңде бөтөргәс кенә ҡысҡырҙым бит. Исмәғил: -- Бик шәп инде, бик шәп! Инде ғүмерҙә лә килмәҫ… Бабич: -- Килер, килер, бер ҙә ҡурҡма. Үбеүҙең тәмен бер белгән ҡыҙ гел килә ул. Туйығыҙҙа шаһитлыҡҡа үҙемде саҡырырһың. Мин: “Улар бер-береһен ифрат 58
яратыша, үбешкәндәрен карауат аҫтынан үҙем тыңлап, күреп яттым”, тип әйтермен. Шәйхзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов Бабичтың сәхнә эшсәнлегендә Башҡортостандың данлыҡлы ҡарт йырсыһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡатнашлығында бирелгән концерттар иң уңышлыларҙан һаналды. Билеттары афиша йәбештерелгән көндәрҙә үк һатылып бөтөр ине. Ғәзиз башҡорттоң боронғо матур моңло көйҙәрен, үҙенең яғымлы, күтәренке музыкаль тауышы менән йырлап, тыңлаусыларының күңелен моңландырып йыуатһа, йәки илатһа, Бабич реаль тормош ҡытыршылыҡтарын тәнҡитләп, үткер көлкөләре менән тамашасыларҙың йөрәктәрен ҡытыҡлап, күңелдәрен нурландыра. Концерттарҙың һәр бүлеге ҡырҡ биш минут ваҡытҡа иҫәпләнгән булһа ла, тамашасыларҙың йырсы менән көлдөрөүсене ҡат-ҡат бисҡа саҡырыуҙары сәбәпле, берәр сәғәттән артыҡҡа һуҙыла торған булды. Бабичтың ундай концерттары тураһында бер ҡыҙыҡ һүҙе лә бар. Бер арала уға Мәхмүт Мәржани: -- Бабич, һинең Ғәзиз менән концерт биреүегеҙҙе бер ҙә килештермәйем. Ғәзиз боронғо моңло, илатҡыс көйҙәрҙе һуҙа. Уның артынса һин эс ҡатырғыс көлкөләр менән сығаһың. Был, минеңсә, бал менән боросто, варенье менән тоҙҙо ҡатнаштырып ашатҡандай була, бер ҙә уңышлы түгел, -- тигәйне. Бабич уға ҡаршы, уйлап та тормай: -- Уңышлынан да уңышлы! Ғәзиз сығып үҙенең моңло көйҙәре менән залды аҡыртып-баҡыртып илата, мин шарҡылдатып көлдөртәм. Шулай итеп уларҙы илатып-көлдөртөп, көлдөртөп-илатып, үкһетеп-йыуатып, һикертеп-уйнатып рәхәтләндерәбеҙ генә, малай! Халыҡ концерт бөткәс тә урындарынан ҡуҙғалмай: -- Тағы, тағы, тағы ла! – тип ҡул сабып тик ултыра. Аптырағас, ҡыуып сығарабыҙ бахырҙарҙы, -- тине. Үҙе ҡарлуғас, үҙе һандуғас Әминә Бәхтизина тураһында был. 1916 йылда, 11-12 йәштәрендә сағында уҡ, үҙенең асыҡ, матур, таҙа, моңло тауышы менән йырсылыҡ сәхнәһенең иң йәш һандуғасы булып һайрай башлаған Әминә Бәхтизинаны, Бабичтан ун йәшкә кесерәк булһа ла, шағирҙың сәхнә замандашы, тиергә була. Сөнки Әминә менән Бабичтың сәхнәгә күтәрелеү осоро 1916-17 йылдар ине. Ул саҡ татар сәхнәһендә Барый Абруй Сәйфи менән Сара Латиповаларҙан башҡа ҡатын-ҡыҙ йырсы юҡ ине. Әминә менән Бабич башлап Мәҙрәсәи Ғалиә шәкерттәре ойошторған әҙәбиәт кисәләрендә, унан һуң Өфө ҡалаһы сәхнәләрендә ҡатнаша башлай. Үҙенең гүзәл сапроно тауышы менән ул кисәләрҙе йәмләндереп-күңеллендереүҙә Әминә Бәхтизина ҙур ғына роль уйнай. 59
Октябрь революцияһынаса Өфө кеүек ислам дине тәрән тамырланған ҡалаларҙа, ауылдарҙа татар һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының байтаҡ өлөшө еләнбөркәнсек аҫтынан сыға алмаған, сыҡҡандарының да йәмәғәт эшенә аралашҡандары аҙ ине. Уларҙы театрҙа уйнатыу, концерттарҙа йырлатыу түгел, театрҙа тамаша ҡарарға ла ебәрмәйҙәр. Спектаклдәрҙә ҡатын-ҡыҙ ролен уйнарға артискалар етешмәгәнлектән, уны йөҙҙәре, килеш-килбәттәре, тауыштары менән ҡатын-ҡыҙға оҡшағаныраҡ малайҙар, егеттәр уйнай. Хәлил Дауытов тигән берәү 1918-1919 йылдарғаса ҡатындар, ҡарсыҡтар ролендә “профессиональ артистка” булып йөрөнө. Шундай осорҙа йәп-йәш кенә көйөнә башҡорт, татар концерт сәхнәһенең гүзәл сапроноһы булып сәхнәгә сыҡҡан кескәй генә Әминәнең ҙур эше -- Мәҙрәсәи Ғалиәләге һәм Өфө сәхнәләрендәге концерттарҙа ҡатнашыуҙары юғары баһаға лайыҡ. Был икәүҙең берләшкән сығыштарында Бабич үҙенең үткеркүңелле көлкөләре менән ҡыҙыҡтырһа, Әминә башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен, татар көйҙәрен иҫкиткес матур, моңло тауышы менән, иркен күкрәк һулышы менән йырлап хайран ҡалдыра ине. 1917-18 йылдарҙа Өфөләге революцион гәзиттәрҙә Ғәлимйән Ибраһимов Әминә Бәхтизинаның тауышын һәм башҡарыуын маҡтау менән бергә уны ваҡытһыҙ, бик йәшләй сәхнәгә сығарыуҙың музыкаль-педагогик тәрбиә ҡағиҙәләренә тура килмәүен әйтеп үтте. Башҡалар ҙа Әминәнең атаһына ла, туғандарына ла уны сәхнәгә сығармайыраҡ уҡытырға, музыкаль-вокаль белемдәр менән тәрбиәләп үҫтерергә кәңәштәр биреп ҡаранылар. Әммә атаһы йәп-йәш ҡыҙының таланты менән сауҙа итеп, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Шәйхзада Бабич, Фәттәх Латиповтарҙың концерттарында ҡатнаштырып ҡаланан-ҡалаға йөрөттө. Был ҡылығы, композитор Хәбибулла Ибраһимов әйтмешләй, яңы тыуған ҡолондо һабанға егеү булып, башҡорт, татар сәхнәһенә Хоҙайҙан уҡ етешеп тыуған ҙур өмөтлө йырсылыҡ талантын үҫтермәҫтән, ғүмерен ҡыҫҡартыуға сәбәпсе булды… Бер ваҡыт Шәйхзада Бабичҡа, Әминә Бәхтизина менән үткәргән әҙәбиәт концерт кисәләре тураһында үҙ-ара көлөшөп: -- Бабич, һинең Әминә менән сәхнәгә сығыуҙарың бер ҙә килешмәй бит, әй. Буй-һындарығыҙҙа пропорция юҡ: һин бик оҙон, Әминә бик ҡыҫҡа – бары теҙеңдән генә. Шул ҙур башың менән кескәй балаға эйәреп сығырға оялмайһыңмы? – тип төрттөргәс, ҡаушап ҡалыр тип көткәйнек, әммә һис иҫе китмәй: -- Оят Мәскәүҙә ҡыйбат. Кино артистарынан Пот менән Поташонды беләһегеҙ бит: береһе оҙон, береһе ҡыҫҡа көйө сәхнәне гөрләтәләр. Әминә менән беҙ ҙә шулай башҡорттоң, татарҙың Пот-Поташоны… Әминә йәнле сәсәк йәки кескенә сибәр ҡурсаҡ. Мин уны усыма ултыртып ҡына сәхнәгә алып сығып йырлатам да, сәхнә артына индереп өҫтәлгә ултыртып ҡалдырам һәм үҙем сығып һөйләп керәм. Тағы уны усҡа ултыртып алып сығып йырлатам. Әминә -- үҙе ҡарлуғас, үҙе һандуғас бит ул. Ә минең ҡул – алмағастың ботағы. Бармаҡтарым ботаҡтың тармаҡтары, усым – алмағастың япрағы. Әминәне шул япраҡҡа ултыртып ҡына һайратам, -- тип көлдөрөп осланы. 60
Бабич бабай Татар артискаһы Лиза ханым Сыртлнова 1916 йылда Өфөлә урыҫсанан тәржемә ителгән “Теге донъянан ҡайтҡан ҡатын” тигән бер комедия ҡуйырға әҙерләнә, әммә Ишми ҡарт ролен уйнарға кеше юҡ икән. Лиза ханым быға Бабичты саҡыра һәм шағир шул ролде уйнарға әҙерләнә. Комедияның сәхнәгә сығарыр көнө етә, билеттар һатылып бөтә, уйын башлана. Шаршауҙың нәҡ уртаһында Ишми ҡартҡа сәхнәгә сығыр мәл етә. Ундағы артистар, артискалар Ишми ҡартты көтөп тынысһыҙлана, ә ул юҡ та юҡ. Сәхнә артында ла күренмәгәс, Лиза ханым уны эҙләргә китә. Ниһәйәт, Бабич грим бүлмәһендә ҙур көҙгө алдына баҫҡан да, таштай ҡатып, көҙгөнән ҡүҙен алмай. -- Ай Алла, Бабич, нишләп тораһың? Сәхнәгә сығыр мәлең етте бит! – тигәс, ул: -- Ҡартайғас бик йәмһәҙ булам икән дә… Һаҡалыма ҡарап аптырап торам. Тимәк, миңә ҡартаймаҫҡа кәрәк!.. – тип һөйләнә-һөйләнә сәхнәгә йүгерә. Аяныс, ысынлап та ҡартайырға тура килмәне уға … Андижан -- Өфө -- Ырымбур, март – август 1958. Матбуғатҡа әҙерләүсенән аҙаҡ һүҙ Бөйөк Бабичты мин үҙем өсөн, башҡа күптәребеҙ кеүек үк, Сталиндан һуңғы ләйсән елдәре осоронда сикһеҙ ҡыуанып һәм тетрәнеп астым, оҙон ғүмерем (Аллаға шөкөр!) буйына уның һәр бер китап-баҫмаһын йотлоғоп уҡый торғас, Сәйфи Ҡудаш, Мәхмүт Бөҙәйле кеүек ағайҙар бошоноп әйткән төрлө хата һәм етешһеҙлектәрен йәнем әрнеп кисерҙем. Совет осоро беренсе (Ҡазан, 1922) баҫмаһынан уҡ, күҙгә төртөлгән шырауҙар унан һуңғы төрлө йылдарҙағы китаптан-китапҡа шырауланып күсә килеп, тәрән үкенескә ҡаршы, үҙен Бабич ижадының “иң-иң” белгесе һанаған (М. Ғафурисараҡ әйткәндә, “һәр фәндән маһир”) Р. Бикбаевтың ғилми эшмәкәрлегендә лә һәүетемсә тамырланып йәшәй бирҙе -- бөйөк шағирҙың йөҙ йыллығы айҡанлы сығарылған иң ҡалын һуңғы баҫмала улар бөтә иҫке етешһеҙлектәрҙең тупланышы булараҡ салынды күҙгә. Һәм шул сүп үләндәрен, ниһәйәт, тамырынан йолҡоп ташлау өсөн, йәмәғәтселек фекерендә Ш. Бабич ижадының академик баҫмаһына ирешеү теләге артты. Ошо йәһәттән бөйөгөбеҙҙең архивтарҙан үҙем соҡсоноп сығарған данлыҡлы ике әҫәренең (“Башҡортостан” һәм “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитаб”) төп нөсхәләрен баяғы баҫмалағыларға сағыштырып, һәленке ең менән эшләүебеҙҙе миҫаллап күрһәткәйнем (“Башҡортостан” гәзитендә, мөхәррире Т. Сәғитов), хаталарҙан арыныу хаҡында уйланаһы урында, зитлыйән “бабичовед”ыбыҙ, талағы яман ташып, мәҡәлә авторын Яҙыусылар берлегенең бинаһында мәсхәрәләп әрләне. Зәһәр ыуы ике тиҫтә йыл буйынса бытлығып, баҡтиһәң, “Көндәлектәр” тиеп бөгөн сутлап-мутлап әтмәләнгән 61
ярымъяһалма (сөнки әхләғе төгәл бәндә үҙе тере сағында уҡ көндәлектәрен баҫтыртып, үҙенең интим донъяһын тамаша ҡылдыртмаҫ) рәүешле томдарына ла һарҡылған: “Эй бәндәнең этләшеүҙәре, тар күңеллелеге!.. 20-се ғинуарҙа Бабичтың опера театрында (иғтибар итегеҙ: дәүләттең түгел, ә “Бабичтың опера театрында”!.. – Й.С.) ҙур тантана көнөндә «Башҡортостан» гәзите Йыһат Солтановтың «Көйлө хитап»ҡа бәйле мәҡәләһен баҫып сығарҙы. Текстологик хаталар эҙләй, ә үҙендәге текста әллә күпме хата, төҙәтмәләрендә хата (ташҡа баҫҡанда ебәрелгән техник сатаҡлыҡтар тураһында бара һүҙ. Интернетта төпсөнөргә теләүселәр сайтымдың “файлы” бүлегендә Әҫәрҙәремдең VIII томынан барлай ала. – Й.С.). Ләкин бында «Көйлө хитап» Солтанов күңелендәге үтте, ыу-ағыуҙы ҡағыҙ битенә түгеү өсөн һылтау ғына бит. «Мудрый», «культик», «культя» — быларҙың барыһының да Мостай Кәримгә мәкерле төрттөрөү икәнлеген кемдәр генә аңламай. Бабичтың йөҙ йыллығына күпме бөйөк эштәр эшләнде: тулы йыйынтығы… һ.б. Был хаҡта «Башҡортостан» ыратып һүҙ әйтә алманы. Ә бына иң оло кисәгә шундай бүләк әҙерләп ҡуйған. Редактор тигән кеше нимә ҡарай ҙа нимә уйлай икән?” – Күрәһегеҙ, ныҡ өҙәләнә бахыр: ҡаты цензура ҡулланмағаны өсөн мөхәрриргә лә зәһәр еле ҡағылған. Аҡыллы етәксе быны, әлбиттә, ниндәйҙер Йыһатты яратҡаны йәки Рауилды тибәрергә теләгәне өсөн түгел, ә етлеккән ижтимағи мәсьәләгә иғтибарҙы көсәйтеү өсөн эшләгәндер. Амбицияһы (Бикбаев яратҡан һүҙ!) ярһыған ғалим ошоно аңлау һәләтенән дә мәхрүм. Әйткәндәй, иң яҡын фекерҙәш (Бикбаев һымаҡтарса “шешәләш” түгел!) ҡорҙашым тураһындағы “Халыҡ шағиры Рәми” тигән иң бай йөкмәткеле һәм ҡалын күләмле халыҡ иҫтәлектәре ҡулъяҙмаларын ошо Йыһат үҙ ҡәләме менән нәшерләүгә яраҡлы итеп әҙерләп биргәс, шағирҙың тол ҡатыны (хәҙер инде мәрхүмә) Надежда Васильевна: “Һинең ул хеҙмәтеңде Рауил Бикбаев “ҡарап ҡына сығайым” тип һорап алып торғайны, ундағы күп материалдарҙы, минең рөхсәтемдән тыш, үҙенең китабына күсергән, сволочь!”, -- тип рәнйеп йөрөгәйне. Күсереүен күсергән, әммә йыйынтыҡты әҙерләүселәргә рәхмәт әйтергә теле бармаған, сөнки аҡҡа ҡара менән: “Надя минең китап тураһында ауыҙ асып һүҙ әйтмәне. Рәхмәтен көткән дә юҡ инде. Йыһатты, Гөлсирәне (иҫтәлектәрҙе ҡарап сыҡҡандар, имеш), Мәрйәмде һ.б. әйтә, ә Рәмигә тәү башлап тотонған... тотош китап яҙған Бикбайға бер рәхмәт һүҙе әрәм...” – тип, үҙенең баяғы тынғы бирмәҫ амбицияһы өсөн генә көйәләнеп яҙа бит: ит игелек – көт яуызлыҡ, тигәндәре ошолор… Лаф ороу тел тирмәнендә арымай-талмай намыҫ, әхләҡ хаҡында шағирәнә матур һүҙ шауҙырлағы тартып та, ә ғәмәлдә тап шуның киреһенсә ғүмер һөрөүсенән башҡаһын көтөп булмай шул. Күҙенә төртөп әйтеүҙәрем өсөнме, һаҡалы һәлпәйгәндән алып ул минең ижадыма, үҙемә, кәкре салғыһы менән аҫтан өҙә салып йөрөп зыян килтерҙе, әлегәсә килтерә. Уның һәм уның чиновник әшнәләренең аҫтыртын мәкере арҡаһында ун биш томлыҡ Әҫәрҙәремдең бер генә томы ла китап булып сыҡҡаны, халҡыма барып еткәне юҡ, Йыһат өсөн ваҡытлы матбуғат редакцияларының ишектәре лә бикле. Әммә Төхфәт Сенәкәйҙең бынан ярты быуат элек “Ағиҙел” журналында өҙөкләтә генә саҡ-саҡ мәғлүм ҡылынған был ҡиммәтле хәтирәләрен (90-сы болғаныш йылдарында уның ҡулъяҙмаларын үҙем эшләгән Матбуғат йортоноң сүплегенән табып алғайным) ошо тулылығында, һайланма шиғырҙарын да бергә теркәп, 62
айырым китап итеп сығарыу һис яҙыҡ булмаҫ ине. Бөйөк Бабичыбыҙҙы заманында иң яҡындан күреп белгән серҙәш дуҫы бындай ябай иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡлы. Йыһат Солтанов. 09.10.2013 63